Новости
22 Сентябрь 2021, 06:26

Беҙҙекеләр Мәскәү яулай

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Музыканың тылсымлы һулышы» төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивале булды.

Беҙҙекеләр Мәскәү яулайБеҙҙекеләр Мәскәү яулай
Беҙҙекеләр Мәскәү яулай

Ул ҡатнаш форматта — онлайн һәм офлайн — ойошторолдо.

Фестиваль варган (ҡумыҙ)ға бағышланғайны. Унда Тыва, Алтай, Саха (Яҡут), Бүрәтстан, Татарстан, Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән халыҡ сәнғәте оҫталары ҡатнашты. Гран-приға республикабыҙ вәкиле Илнур Хәйруллин лайыҡ булды. Уны еңеүе менән ҡотлап, конкурс тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.

«Ойоштороусылар социаль селтәрҙәр аша миңә бәйләнешкә сығып, ҡатнашырға саҡырҙы. Быға тиклем дә ҡумыҙсылар конкурсында еңеү яулағаным бар, шуға күрә Гран-при алыуға өмөт бар ине, — ти еңеүсебеҙ. — Халыҡ-ара сараларҙа Гран-приға лайыҡ булыу республика сәнғәтенә мәртәбә өҫтәй, шул яғы менән еңеүем айырыуса ҡәҙерле».

Илнур Хәйруллин яратып уйнаған халыҡ музыка ҡоралдары араһында үҙебеҙҙең ҡурай, думбыра, шулай уҡ дудук, кена, ирен гармошкаһы, гармун, ҡыуыҡлы һорнай (волынка) бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп кенә халыҡ ҡоралдарында уйнаған талантлы сәхнә оҫтаһының халҡыбыҙҙың музыка сәнғәтен киңерәк танытыу буйынса ҙур пландары, маҡсаттары бар. Уға артабан да уңыштар теләйек!

(Һүрәттә: Илнур Хәйруллин Саха (Яҡут) Республикаһынан виртуоз хомуссы Олена Подлужная менән).

Раүилә Ғатауллина

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас