Новости
24 Сентября 2021, 12:22

«Тамға» башҡорт милли кейеме халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Республика халыҡ ижады үҙәге II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлай. Конкурста 16 йәштән өлкән оҫталар, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашырға мөмкин.

«Тамға» башҡорт милли кейеме халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай«Тамға» башҡорт милли кейеме халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай
«Тамға» башҡорт милли кейеме халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай

Ғаризалар 2021 йылдың 1 октябренән 20 октябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурс эштәре түбәндәге йүнәлештәргә тап килә: «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре», «Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары». Конкурстан тыш махсус бүләктәр тапшырыла: «Башҡорт халыҡ кейемен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергән өсөн», «Башҡорт традицион кейемен пропагандалаған өсөн», «Башҡорт мәҙәниәте амбассадоры», «Ғаилә реликвияһы», «Тамашасылар һөйөүе призы». Конкурс барышында ижади лаборатория, конкурс лауреаттарынан оҫталыҡ кластары ойошторола. Йыл дауамында лауреаттарҙың конкурс эштәренән күргәҙмәләр планлаштырыла. Костюмдар дефиле форматында күрһәтелә. 

Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттарыы ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас