Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2021, 12:51

Тамырҙарым-мөғәллимдәр

Ул күп һөйләмәй ине, ләкин һәр бер һүҙе алтынға бәрәбәр, олоһо ла, кесеһе лә кәңәш һорап уға барырҙар ине, бер кемде лә тел ярҙамынан мәхрүм итмәй, аҡыллы кәңәшен бирер ине.

Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр

Тамырҙарым-мөғәллимдәр,

Мин тәрәндән көс алам.

Көс алам да, аң-белемгә,

Тоғролоҡҡа, изгелеккә

Юл һалырға уҡталам.

 

Уларҙың һүҙен еткерәм

Заман балаларына.

Алтын итеп алырҙармы,

Таштар итеп атырҙармы

Аҡыл баҙарҙарында.

 

Тамырҙарым – мөғәллимдәр.

Мин тәрәндән һут алам.

Кешеләргә тәүфиҡ, иман,

Аң-зиһендәр күндерергә

Ярҙам ит миңә, Аллам!

Ошо һүҙҙәр менән башлайым мин һәр яңы тыуған көндө. «Уҡытыусы» тигән бөйөк һөнәр эйәләренең эшенә тейешенсә баһа булмаған бөгөнгө буталсыҡ  заманда, тамырҙарымдан күсә килгән, уҡытыусы һөнәренә булған һөйөү ысынлап та көс һәм илһам бирә миңә. Уҡытыусы булыу бер заманда ла еңел булмаған: һинән талап ҙур, һиңә файҙа юҡ кимәлендә. Ләкин бар бит йөрәк түрендә оло бер тойғо – балаларға булған һөйөү, һәм уны бер ниндәй байлыҡ та алыштыра алмай.

Нәҫел тамырҙары быуаттарға һуҙылып, быуын-быуын кешеләрҙе аң-белемгә әйҙәүсе Ишемғоловтар нәҫеленән булам мин.  Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарында үҙҙәренең йәшәү өлгөһө менән тик ихтирамға, оло хөрмәткә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе улар.

“Ишемғолов” фамилияһының барлыҡҡа килеү тарихына  туҡталмам.

Беҙҙең фамилия  Асҡаров Ишемғолдан башланып киткән. Ул  1749-1814 йылдарҙа йәшәгән. Батша власынан иҙелеп йәшәгән башҡорт халҡы йыш ҡына ирек даулап баш күтәрер булғандар. Ошондай  баш күтәреүҙәрҙең береһендә ҡатнашҡан өсөн Ишемғолды ла ҡулға алып, төрмәгә оҙаталар. Шул ваҡытта ул ауылдаштарына: “Мине насар итеп иҫкә алмағыҙ,  онотмағыҙ, фамилияғыҙҙы “Ишемғолов”  тиеп йөрөтөгөҙ”- тиеп васыят әйтеп ҡалдыра

Вәлитдин бабай Ишемғолов –минең ҡартарайымдың атаһы- Ишемғол Асҡаровтың бүләре булып сыға.

Вәлитдин  Ишемғолов  үҙ заманының бик уҡымышлы кешеһе, арҙаҡлы мөғәллиме булған. Мәсет, мәҙрәсәләрҙә шәкерттәргә  һабаҡ  биргән.

Нуретдин Вәлетдин улы Ишемғолов (минең ҡартатайым) 1892 йылда Ейәнсура районы Аҫҡар ауылында донъяға килә. Башланғыс  белемде тыуған ауылында алғас, Ырымбур өлкәһенең Карауанһарай мәҙрәсәһен тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып сыға. Тыуған ауылында оҙаҡ ваҡыт ололарға, балаларға белем бирә. «Беҙҙең мөғәллим» тиеп кенә йөрөтәләр уны ололап.  “Ул күп һөйләмәй ине, ләкин һәр бер һүҙе алтынға бәрәбәр, олоһо ла, кесеһе лә кәңәш һорап уға барырҙар ине, бер кемде лә тел ярҙамынан мәхрүм итмәй, аҡыллы кәңәшен бирер ине,”- тиеп хәтерләйҙәр ауыл ҡарттары Нуретдин ҡартатай тураһында.

 1932 йылда инде күп балалы ғаилә башлығы булған Нуретдин Ишемғоловты Хәйбулла районының Төрткән (Бәләкәй Әбеш) ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бер арбаға һигеҙ балаһын, хәләл ефете Фатиманы ултыртып  тауҙар араһында, Һаҡмар йылғаһының матур йәшел үҙәнендә урынлашҡан ауылға килеп төшә ул. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Ләкин заманында  ҙур ғына ауыл була ул Төрткән. Районыбыҙ, республикабыҙҙың күп кенә арҙаҡлы шәхестәре сыҡҡан ул ауылдан.

Нуретдин ҡартатайымдың  өлкән улы Сиражетдин да атаһы юлын һайлай, Ырымбурҙа математика уҡытыусыһы һөнәренә уҡып сыға.  Күп балалы ярлы уҡытыусы ғаиләһенең  иң ҙур балаһы булараҡ, тормоштоң әсе һурпаһын бик күп татырға тура килә уға.  Багор тотоп, сплавщиктарға ярҙамсы булып та эшләп йөрөй ул. Туҡланыу яғы насар булғас, хәлһеҙлектән баштары әйләнеп, көс-хәл менән эш көнөн тамамлаған саҡтары күп була.  Нисек кенә булмаһын, һәләтле бала  Карауанһарай педагогия техникумын тик яҡшы билдәләренә тамамлап уҡып сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн Сталин исемендәге премияға лайыҡ була.  Был премияға  бик һирәктәр генә лайыҡ тип табылған заман була. Бөйөк Ватан Һуғышы башланыу менән һуғышҡа алына. 1942 йылда һуғыштан ауыр яраланып ҡайта һәм билде биштән быуып, эшкә тотона – Хәйбулла районы Әбеш  урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып урынлаша.  Мәфрүзә исемле һылыу ҡыҙға өйләнеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы  ошо мәктәптә  эшләйҙәр. 30 йылдан ашыу кешеләрҙе һоҡландырып бергә ғүмер итәләр, 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирәләр.

Олатайым Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғолов 27 йылдан ашыу Әбеш  урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Үҙен оҫта етәксе һәм уҡытыусы итеп күрһәтә. Педколлективтың етәксеһе булараҡ, ул мәктәптең уҡытыу һәм матди-техник базаһын нығытыуға, яңыртыуға, мәктәпте квалификациялы белгестәр менән туплауға, уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә күтәреүгә күп көс, тырышлыҡ һала. Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғоловтың инициативаһы һәм әүҙем ҡатнашлығы менән Әбеш ауылында ике тапҡыр мәктәп бинаһы һәм уның янында интернат төҙөлә. Ул осоҙар бик ауыр була, колхозда ғына түгел районда ла төҙөлөш техникаһы, транспорт  юҡ. Директор республиканың һәм райондың төрлө ойошмаларына, күрше Ырымбур өлкәһенә йөрөп төрлө саралар менән төҙөлөш материалдары ҡайтарта. Урманда әҙерләнгән ағас бүрәнәләрҙе төҙөлөш материалына әйләндергәнсе тау-урман араларын нисә тапҡыр йәйәүләп үтергә тура килгәнен үҙе генә беләлер. Һуғышта аяғы ауыр яраланып ҡайтҡан ветеран өсөн был әлбиттә еңел булмағандыр.  Нисек кенә булмаһын, берҙәм көс менән 40-сы йылдар аҙағында ҙур ағас-бүрәнәнән һалынған  мәктәп, ә 60-сы йылдар уртаһында заман талаптарына ярашлы  кирбестән һалынған  мәктәп бинаһы төҙөлә.

 Мәктәп төҙөлөүгә әбештәр генә түгел, ә Әбештән башҡа тағы ла 6-7 ауыл халҡы бик шатлана, сөнки ул ауылдарҙан да балалар Әбеш мәктәбендә уҡыйҙар. Тағы ла бер ҙур бурыс - мәктәп яны интернатын төҙөүҙе тормошҡа ашырырға кәрәк була уға.  Талантлы директор етәкселегендә яңы мәктәптә һәм интернатта эшләү уҡытыусыларға көс, дәрт бирә, улар һоҡланғыс һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәпте тамамлаусылар күпләп юғары уҡыу йорттарына  инеп квалификациялы белгестәр булып сығалар.  Районда һәм республикалағы оҫта етәкселәрҙең күбеһе - ошо мәктәпте тамамлаусылар, сөнки мәктәптә уҡыусыларҙы тормошҡа әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә.

Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғоловтың тырыш хеҙмәте юғары баһалана - «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены» кавалеры, Хәйбулла районының почётлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы була.

Тормош иптәше Дәүләтшина-Ишемғолова Мәфрүзә Ғәзиз ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар эшләй. «БАССР-ҙың мәғариф алдынғыһы», «Хеҙмәт  алдынғыһы», «Хеҙмәт  ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Уларҙың балалары медицина, авиация институттарын тамамлап республикабыҙҙың арҙаҡлы белгестәре булып йәшәйҙәр. Иң ҙур улдары Юлай Ишемғоловтың тормош иптәше Ишемғолова Хәтирә Зыя ҡыҙы ла Хәйбулла районындағы иң абруйлы, белемле математика-физика белгесе, тәжрибәле уҡытыусыһы булып тора.  Әлеге көндә Аҡъяр икенсе һанлы мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөй. «Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы»  тигән маҡтаулы исем йөрөтә.

Ҡартатайым Нуретдин Вәлетдин улы Ишемғоловтың икенсе улы Ғилметдин дә атай һөнәренә тоғро булып уҡытыусы һөнәрен һайлай. Хәйбулла районы Атингән  урта мәктәбендә уҡытып йөрөгәндә һуғышҡа алына һәм яу ҡырында һәләк булып ҡала. 20 йәшлек кенә Ғилметдин олатайым хатта өйләнеп тә өлгөрә алмай ҡала.

Атайым Ишемғолов Сәлим Нуретдин улы Нуретдин мөғәллимдең өсөнсө улы була. 10-сы класты тамамлап та өлгөрмәгән егет һуғышҡа алына. 5 йыл яу юлын үтеп, Германияға тиклем барып етә. Һуғыштан һуң 2 йыл әрме хеҙмәтендә булып, 7 йылдан һуң ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәндән һуң  Әбеш урта мәктәбендә башта хәрби хеҙмәткә әҙерләү дәрестәрен, унан хеҙмәт һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Оҫта ҡуллы Сәлим Нуретдин улы бар ауыл халҡын өҫтәл, ишек-тәҙрә рамдары, башҡа тормош кәрәк-яраҡтары эшләп ҡыуандыра. Һәләтле етәксе булараҡ ауыл советы председателе, колхоз партия комитеты секретары вазифаларын башҡара, бик күп маҡтау грамоталаларына лайыҡ була.

Әсәйем – башланғыс класстар уҡытыусыһы, Роза Мөхәммәт ҡыҙы, ауылдың ғына түгел, райондың  да иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе була. Өлгөлө уҡытыусы булыу менән бер рәттән оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, айыҡлыҡ комитеты рәйесе, ата-әсәләр комитеты рәйесе булып эшләй. Һәләтле ойоштороусы булараҡ республикала  иң беренселәрҙән булып «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Айыҡ туй» байрамдарын ойоштора. Эш тәжрибәһе менән конференцияларҙа, республика баҫмаларында сығыш яһай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та халҡым, илем тиеп янып йәшәүҙән туҡтамай ул, ветерандар советы рәйесе булараҡ, йәш быуында ололарға хөрмәт тәрбиәләүгә, быуындар бәйләнешен нығытыусы саралар үткәреүгә күп көс һала.  Абыстай, ағинәй булараҡ, бөгөнгө заман йәштәренә иң кәрәк  төшөнсәләр: иман, тәүфиҡ, рух ныҡлығын булдырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләүсе булып һәр кемдең хәтеренә уйылған ул.

Сәлим һәм Роза Ишемғоловтарҙың ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр,  һәр береһенә юғары белем биреп, оло юлға аяҡ баҫтыралар. Улар медицина, авиация, педагогия институттарын тамамлап уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Нуретдин мөғәллимдең иң кесе улы Данир Ишемғолов- уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе тағы ла бер вәкил булып тора. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң шул уҡ уҡыу йортонда һүрәт һәм художество графикаһы буйынса уҡыта, йәш рәссамдарҙы ижад серҙәренә төшөндөрә.  Нәҫелебеҙ  һүрәт төшөрөргә оҫта булһа  ла,  Данир Нуретдин улы ғына профессиональ рәссам булып китә. Әҫәрҙәре Рәсәйҙең сәнғәт музейҙарында, галереяларында һаҡлана. Австрия, Германия, АҠШ, Франция, Финляндияла уның ижад емештәре һаҡлана.  Уның хеҙмәттәре «Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы» исеме менән баһаланған.

Нуретдин Вәлетдин улы Ишемғоловтың ейән-ейәнсәрҙәре араһында ла уҡытыусы эшен лайыҡлы дауам итеүселәр бар.

Бер туған апайым -Ишемғолова Лениза Сәлим ҡыҙы (Сәлим Нуретдин улы Ишемғоловтың ҡыҙы) Башҡорт Дәүләт педагогия институтының математика һәм физика факультетын тамамлағандан һуң Хәйбулла районы Таштуғай мәктәбенә ҡайта.   Ошо ваҡыттан алып уның хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә яҙыу бар: «Таштуғай мәктәбенең физика, математика уҡытыусыһы». Эшенә яуаплы ҡараған, талапсан уҡытыусының эш һөҙөмтәһе күп көттөрмәй, уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар  яулайҙар, уҡыу йорттарына ингәндә  математиканан  имтихандарҙы тик бишле билдәләренә тапшыралар. Лениза Сәлим ҡыҙына «Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы»  тигән маҡтаулы исем бирелә. Хәйбулла районындағы иң абруйлы, белемле математика-физика белгесе, тәжрибәле уҡытыусы булараҡ хөрмәт итәләр Лениза апайымды. Өлгөлө, хөрмәтле, уңған ғаилә булараҡ ауылдаштары уларҙы бик тә хөрмәт итәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирҙеләр. Ҡыҙҙары Исхаҡова (Абдрахманова) Лена Нурислам ҡыҙы Таштуғай ауылынан сыҡҡан иң беренсе фән кандидаты.

Туҡбаева Рәйлә Рәхмәтулла ҡыҙы уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе тағы бер вәкил. (Нуретдин Вәлетдин улы Ишемғоловтың ейәнсәре,  Мәсҡүҙә Нуретдин ҡыҙының ҡыҙы)  Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне.  Һәләтле уҡытыусы, маһир ойоштороусы булараҡ ул оҙаҡ йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй, бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.   «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исемен йөрөтә.

Ишемғолов Рафиҡ Сәлим улы Аҡъяр тау колледжында уҡытты.  Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаһа ла, тамырҙарынан күсә килгән уҡытыусы һөнәренә булған һөйөү уны мәктәпкә, балалар янына әйҙәй. Хәйбулла районы Быҙаулыҡ мәктәбендә, Садовый мәктәбендә уҡыта. Нәҫелебеҙ менән яҙыу-һыҙыу, һүрәт төшөрөү оҫталығына эйә булған Рафиҡ ағайыма черчение, рәсем, хеҙмәт дәрестәрен тапшыралар. Шулай уҡ  тамырҙарынан күсә килгән математикаға һәләтлелек махсус белемһеҙ көйө лә физика, математика дәрестәрен алып барырға булышлыҡ итә. Ҡурай, гармун, скрипка кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы менән балаларҙың да, коллегаларының да һөйөүен яулай.

 Уның тормош иптәше Ишемғолова Мәрйәм Шәрифулла ҡыҙы ла райондың юғары категориялы хөрмәтле уҡытыусыһы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ әҙәбиәткә ҙур һөйөү уята алған,  уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендәге бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып уңыштарға өлгәшәләр. Өлгөлө уҡытыусының бихисап маҡтау грамоталары, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеме бар. Уларҙың татыу ғаиләһендә ике матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирәләр. Гүзәл Өфө технология-сервис институтын тамамлаһа, Ҡарлуғас Ишемғолова  Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, әлеге көндә район газетаһының хәбәрсеһе булып уңышлы эшләп йөрөй.

 Ишемғоловтарҙың тағы ла бер килене – Ғәсимә Сәлихйән ҡыҙы (юғары категорияла врач Ишемғолов Радик  Сәлим улының тормош иптәше). Ул Башҡорт Дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Тыуған районы Саҡмағошта бер нисә йыл эшләгәндән һуң ойоштороусы, етәксе һәләттәре ҙур булған еңгәйебеҙҙе БР министрлығына эшкә саҡыралар, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.

Ейәнсәрҙәр  араһынан шулай уҡ Тапаҡова Венера Зиннур ҡыҙы( юғары категорияла врач Ишемғолова Роза Нуретдин ҡыҙының ҡыҙы) психолог-педагог эшен башҡара. Санкт-Петербургтағы психология һәм махсус  педагогика институтын, Башҡорт Дәүләт медицина университетын тамамлап,  психологик тренингтар, махсус дәрестәр  үткәрә.

Мин, Ҡыҙрасова Миләүшә Сәлим ҡыҙы –педагогтар династияһын дауам итеүсе тағы бер ейәнсәр булып торам. Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлағандан һуң тыуған Әбеш урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайттым, һәм утыҙ йылға яҡын ошо мәктәптә эшләнем. Оҙаҡ йылдар пионер вожатыйы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Үҙ эшемде яратып эшләгәс, һөҙөмтәләр ҙә бар, Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем йөрөтәм.

Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе бүләрҙәр һәм бүләсәләр ҙә бар  беҙҙең арала.

Ишемғолов Руслан Радик улы – Башҡорт Дәүләт медицина  университетын тамамлағандан һуң Ҡыуатов исемендәге республика больницаһында эшләү менән бер рәттән тыуған уҡыу йортонда  студенттарға белем бирә. Медицина фәндәре кандидаты.

Абдрахманова Лена Нурислам ҡыҙы – Башҡорт Дәүләт университетының  филология  факультетын тамамлағандан һуң ошо уҡыу йортонда бер нисә йыл белем бирҙе.  Башҡортостан Президентының «Йәш ғалимдар» грантына лайыҡ булған филология фәндәре кандидаты. Башҡорт теленең үҙенсәлектәре, диалекттары тураһында монография яҙған, бик күп ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара.

 Бына шулай,  Нуретдин Вәлетдин улы Ишемғоловтың нәҫеле атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәй, уҡытыусы тигән изге һөнәрҙе ғорур, лайыҡлы дауам итә. Вәлетдин  бабай  Ишемғоловтың ағай-ҡустыларының да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре араһында бик күп уҡытыусылар бар икәнен ишетә-белә йөрөйбөҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ.

Ишемғоловтарҙың педагогик династияһының күп йыллыҡ  хеҙмәт емештәре, хеҙмәт өлгөһө, мәғарифты үҫтереү өлкәһендәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Хәҙерге заман уҡытыусыларында юғала барған бик ҡиммәтле сифат - тауыш күтәрмәй генә һәр кемде тыңлатып, белемде баланың күңеленә һала белеү кеүек сифатты династия сылбырындағы һәр кем ҡиммәтле хазина кеүек күреп һаҡлай.

Миләүшә Ҡыҙрасова (Ишемғолова)

Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Тамырҙарым-мөғәллимдәр
Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: