Һеҙ – донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай-һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын!
Һыҙламаһын ғәзиз йәндәрегеҙ,
Һыҙлаһа ла аяҡ-ҡулдарығыҙ.
Оҙон ғүмер бирһен Һеҙгә Хоҙай,
Рәнйетмәһен ул һәм ҡыҙҙарығыҙ!
Көҙҙәр етте тиеп моңаймағыҙ,
Мәңге ғорур булып ҡалығыҙ.
Ҡояш кеүек янып йәшәнегеҙ,
Йондоҙ кеүек балҡып янығыҙ.
Ҡартаймайса шулай ҡояш кеүек
Балҡып тороғоҙ һеҙ иртә-кис.
Яҡшылыҡты ерҙә ятмай, тиҙәр,
Онотмабыҙ һеҙҙе һис тә беҙ.