Новости
5 Октября 2021, 05:13

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар һәм мәғариф ветерандары!

Республиканың ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы исеменән ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар һәм мәғариф ветерандары!Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар һәм мәғариф ветерандары!
Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар һәм мәғариф ветерандары!

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.

Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе, һәр уҡыусыһында шәхес тәрбиәләүсе.

Һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен!

Байрам менән!

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас