Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2021, 14:49

Атайҙар көнө менән!

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙәр уны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләй, тип билдәләнә рәсми документта. Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.

Атайҙар көнө менән!
Атайҙар көнө менән!

Әйткәндәй, байрамды булдырыу идеяһын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. Элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова ғаилә институтын нығытыу өсөн ошо башланғыс менән сығыш яһағайны. 

Атайҙар көнө йыл һайын донъяның бик күп илдәрендә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә. Тәүге тапҡыр уны Америкала Сонора Смарт тәҡдиме буйынса билдәләйҙәр. Уның атаһы — Уильям Смарт, ҡатыны вафат булғас, яңғыҙы алты балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Сонора урындағы власҡа атайҙарға арналған байрам булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә.Тәҡдим хуплана. Был байрамды 5 июндә — Уильям Смарттың тыуған көнөндә билдәләргә ниәтләйҙәр. Тик әҙерлеккә ваҡыт етмәү сәбәпле, ул күсерелә һәм айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Был көндө Көнбайышта атайҙарға рауза сәскәләре бүләк итәләр. Италияла, Испанияла, Португалияла Атайҙар көнө 19 мартта билдәләнә.Рәсәйҙә оҡшаш байрамдар: ноябрҙең һуңғы ялында — Әсәйҙәр көнө, 28 октябрҙә — Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө, 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.

Барлыҡ Атайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! "Аталы бала – арҡалы", – тиҙәр халыҡта. Атаһынан яратылған ҡыҙҙар бәхетле була, атайлы малайҙар ихтыярлы була. Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, көслө атайҙар күберәк булһын!

Ҡаяларҙай ныҡлы, елдәй наҙлы
Атайҙарҙың һөйөүе.
Бала өсөн иң ҙур бәхет бит ул,
Шул һөйөүҙе һиҙеүе.
Булһалар ҙа һирәк иркәләүҙәр
(Шелтәләүе күберәк),
Ауыр саҡта, һынауҙарҙа
Атайҙар ныҡлы терәк.
Йөрәгендә, тәрән күңелендә
Балаһына наҙ ята.
Минең өсөн яҡын кеше,
Иң наҙлы һүҙ: ул- атай!

 

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: