Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2021, 19:57

Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡорт ырыуҙары ҡоро үтте. Уның ойоштороусылары булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Туймазы районы хакимиәте сығыш яһаны.

Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс

Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланды, бында рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Артабан Ырыуҙар ҡоро саралары Туймазы ҡалаһындағы «Родина» мәҙәниәт һарайында дауам итте. Унда сағыу күргәҙмә, театрлаштырылған тамаша ойошторолғайны. Ошонда уҡ Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшө үтте, сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары советтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы, Башҡорма комитеты ағзалары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Модератор булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы һәм үҫеше буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов сығыш яһаны.

Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында Башҡорт тарихы йылында үткәрелгән ҙур сараларҙы, Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуын, милләттәр һәм телдәрҙе белеү тураһындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау өсөн мөһимлеген телгә алды: «Ырыуҙар ҡорон, был көндө түҙемһеҙләнеп көттөк. Бындай сара уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшү өсөн бик кәрәк ине. Оло ҡорҙоң халыҡ иҫәбен алыу кеүек мөһим ваҡиға башланып торғанда үткәрелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. — тине Эльвира Айытҡолова. — Беҙ — башҡорттар, республиканы булдырған, бар иткән милләт. Төбәктә барған һәр ваҡиға өсөн, тыныслыҡ, берҙәмлек, Башҡортостан халыҡтарының үҫеше өсөн яуаплыбыҙ. Һәм әлбиттә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен телгә алғанда, тәүге сиратта уның берләштереүсе көс икәнлегенә баҫым яһайбыҙ. Бөгөнгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алға планға сыҡҡанда, үҙ тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булдыра һәм төрлө тарафтан тәьҫар иткән мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте милләттебеҙҙе берләштереүсе, туплаусы сара ла. Беҙ төрлөлөк менән көслө, шул иҫәптән диалекттар менән. Мәҫәлән, башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектын ғына алайыҡ. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлеште нығытҡан хәрәкәттәрҙең булыуы («Без башҡортлар», мәҫәлән) башҡорт халҡы ысын мәғәнәһендә оло берләшеү юлында икәнлеген иҫбатлай».

Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең 2021 йылдағы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин башҡорттарҙың ырыу системаһы формалашыуы үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, төрлө темаларға докладтар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Юрматы ырыуы етәксеһе Вельмир Аҙнаев, Ҡырғыҙҙар ырыуы вәкиле Рөстәм Камалов, «Без башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе, Туймазылағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Альберт Исмаил һәм башҡалар сығыш яһаны.

Ырыуҙар ҡоро сиктәрендә шулай уҡ «Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте үҫешенең юл картаһы» темаһына стратегик сессия һәм «Этнос — субэтнос: дөйөмлөк һәм шәхсилек нисбәте. Этник үҙбилдәләнеш формалашыуы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо, унда төрлө ырыу вәкиләре, Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары — тарихи-мәҙәни үҙәктәре ағзалары ҡатнашты.

Ырыуҙар ҡоронда ҡатнашыусылар 12 төркөмгә бүленеп, төрлө көнүҙәк мәсьәләләр буйынса стратегик сессияла фекер алышты. Башҡорт ырыуҙары үҫеше өсөн ниндәй саралар үткәреү мотлаҡ? Ырыуҙар хәрәкәтенә нисек йәштәрҙе йәлеп итергә? Халыҡ кәсептәрен нисек тергеҙргә? Өмәләр үткәреү кәрәкме? Димләү мәктәбен нисек йәнләндерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар яңғыраны, байтаҡ тәҡдимдәр индерелде. Шул иҫәптән, һәр ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәр исемлеген асыҡлау һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, үҙенсәлекле милли ризыҡтары исемлеген туплау, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу ҙа — кәрәкле эш, тигән фекерҙәр яңғыраны. Ғөмүмән, һәр ырыу вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеү буйынса иң ҡулай ысулдарҙы тәҡдим итте. Йәнле аралашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Съезд эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев та ҡатнашты. Ул ҡор барышында түбәндәге фекерен белдерҙе:

– Башҡортостандың төп байлығы, рухи көсө, нигеҙе – уның күп милләтле татыу, берҙәм, тырыш халҡы. Икенсе тотҡаһы – башҡорт халҡының, Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы. Тарихсылар билдәләүенсә, борондан башҡорт халҡының иллеләгән ырыуҙары булған. Уларҙың тарихын, үҙенсәлектәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе лә әле. Бөгөнгө сара бик әһәмиәтле. Йыл буйына ике тиҫтәнән ашыу башҡорт ырыуҙары йыйындары уҙғарылғанлығы мәғлүм. Билдәле булыуынса, элеке тарих әсбаптарынан беҙ башҡорт халҡының ете төп ырыуы булған тип, үҫтек. Был тарихыбыҙҙы, рухыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә сикләү булған. Бынан бер нисә йыл элек тарихыбыҙға ҡайтанан, тәрәнерәктән бағып, бөгөн иһә егерме ырыуҙың йыйыны үткәрелгән һәм бөгөн Башҡорт ырыуҙарының ҙур съездына йыйылдыҡ. Был – бик ҙур рухи ҡаҙаныш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ошо мөҡәддәс башланғыс өсөн, ошо йүнәлештә ҙур эштәр алып барған әүҙемдәргә, район-ҡалалар вәкилдәренә ҙур рәхмәт, – тине Урал Таһир улы.

Ошо уҡ көндә Туймазы ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында беренсе тапҡыр башҡорт милли уйындары буйынса «Бәйге» чемпионаты уҙҙы. Унда Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы ағзалары, билдәле башҡорт спортсылары, төрлө ырыу вәкилдәре ҡатнашты. Сарала һигеҙ башҡорт ырыуы командаһы көс һынашты: «Табын» (Силәбе өлкәһе), «Юрматы» (Өфө), «Ғәйнә» (Пермь крайы), «Балыҡсы» (Асҡын районы), «Уран» (Яңауыл районы), «Ҡаңлы» (Туймазы районы), «Йылан» (Дүртөйлө районы), «Ҡырғыҙ» (Илеш районы). Команда ағзалары традицион башҡорт милли спорт төрҙәрендә ярышты. Һүҙ арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, төк әйләндереү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа бәйгеләр хаҡында бара. Һәр команданың составында үҙ "йондоҙ"о — халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя чемпиондары, Рәсәй һәм донъя чемпиондары бар ине, шуға ла ярыш бик ҡыҙыу барҙы.

— Бәйгенең маҡсаты — сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Был республикалағы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер йылы принциптары менән дә тап килә. Унан тыш ошондай бәйгеләр төбәк халҡы араһындағы берҙәмлекте, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге төбәк-ара хеҙмәттәшлек нигеҙҙәрен нығыта, — тип билдәләне республиканың спорт минисры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов «Бәйге» чемпионатының милли берҙәмлекте арттыра һәм глобалләшеү шарттарында үҙбилдәләнеш нигеҙҙәрен нығытыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Материал Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.

Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Ырыуҙар хәрәкәте – милләтебеҙҙе берләштереүсе көс
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: