

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы коллективы исеменән хөрмәтле Әминә Сәмиғулла ҡыҙын оло юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ энергия, бәрәкәтле, бәхетле тормош теләйбеҙ!
Әминә Сәмиғулла ҡыҙы Раҡаеваның исеме уҡытыусыларға яҡшы таныш. Уны ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған талантлы уҡытыусы, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн китаптар, педагогия училищеһы уҡыусылары өсөн дәреслек-методик ҡулланмалар авторы булараҡ беләләр. Журналдың баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән осорҙа баҫманың тиражын арттырыуға, йөкмәткеһен байытыуға, республика кимәлендәге педагогик конкурстарҙы ойоштороуға, авторҙар менән бәйләнеште нығытыуға ҙур өлөш индерҙе, мәктәптә, урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттарында, мәғариф өлкәһендә туплаған бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты.
Әминә Сәмиғулла ҡыҙы тормош иптәше менән Луиза, Ләйсән, Эльза исемле ҡыҙҙарына юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Бөгөн улар – алты ейәне өсөн һөйөклө өләсәй-олатай ҙа.
Хөрмәтле коллегабыҙ! Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын! Күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп үҫтергән балаларығыҙҙың, тормош иптәшегеҙҙең хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ ҡыуаныслы ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә! Йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге ташламаһын! Үҙегеҙ гармунда һыҙҙырған шаян көйҙәр кеүек шатлыҡлы булһын килер көндәрегеҙ!
Тыуған көнөң кеүек йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһы коллективы.