Йәштәр һәм ирекмәндәр йорто Башҡортостан башлығы ҡарары менән булдырылды һәм уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе бинаны ҡарағандан һуң, йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән аралашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировты көслө йыр-моң менән ҡаршы алалар. Ысынлап та, Йәштәр һәм ирекмәндәр йортон асыу тантанаһы тарихи ваҡиға. Сөнки, быға тиклем республика йәштәренең бындай үҙәге булманы. «Костериндар йорто» архитектура объекты Башҡортостан башлығы ҡарары менән йәштәргә тапшырылды. Бында ремонт башҡарылған, әле бүлмәләрҙе йыһазландырыу, биҙәү эштәре бара. «Йәшлек хаус»та йәмәғәт ойошмалары, республиканың ирекмәндәр штабы, киберспорт, йәш лидерҙар өсөн аралашыу майҙансығы, махсус студия урынлаша. Хәҙер башҡорт йәштәре өсөн дә яҡшы мөмкинлектәр асыла. Йәштәр һәм ирекмәндәр йортонда йәштәрҙең Яҡташтар ассоциацияһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы һәм тағы бер-нисә ойошма үҙ мөйөшөн тапты. Киләсәк йәштәр ҡулында ти халыҡ. Башҡортостан етәкселеге йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бүлә. Йәштәр һәм ирекмәндәр йортон камиллаштырыу дауам итәсәк. Тиҙҙән уның ихатаһында махсус терасса барлыҡҡа киләсәк. Бында сәхнә ҡуйып, концерттар ойоштороу ҡарала. Ә бына иң түбәнге ҡатында кафе, осрашыуҙар, бейеү һәм кисәләр өсөн зал урынлаштырыу көтөлә. Йәштәрҙе төрлө мәсьәләләр борсой. Шул уҡ ваҡытта улар проблемаларҙы хәл итеү юлдарын да яҡшы аңлай. Киләсәк быуын вәкилдәре республика етәкселеге ярҙамына ышана. Йәштәр һәм ирекмәндәр йорто Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәк. Ә Өфөлә «Йәшлек хаус»тарҙы һәр бер районда асырға йыйыналар. Улар йәштәрҙең йыйылышыу һәм аралашыу урыны буласаҡ.
Мәғлүмәт Башҡортостан яңылыҡтары сайтынан алынды.