

Сарала Өфө ҡалаһының Ленин районы мәктәптәре уҡытыусылары, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, күренекле шағирә Гөлназ Ҡотоева, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының бүлек мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсирә Шаһиева ҡатнашты. Алып барыусы, Ленин районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы Аширова хәҙерге тормошта ҡатын-ҡыҙҙың роле, туған тел яҙмышы, уны һаҡлауҙа милли баҫмаларҙың әһәмиәте хаҡында әйтте, осрашыуҙың төп маҡсаты ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү икәнлеген билдәләп үтте. Ҡунаҡтар уҡытыусы эшендә милли баҫмаларҙың ярҙамы тураһында һөйләне. Шағирәләрҙең үҙ ижады менән таныштырыуы, шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлау осрашыуға йәм өҫтәне.
Гөлсирә Шаһиева