Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2021, 16:07

Башҡортостан VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатына әҙер

Йәштәр йөҙҙән ашыу компетенция буйынса һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк.

Башҡортостан VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатына әҙер
Башҡортостан VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатына әҙер

Улар араһында «Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Ҡотҡарыу эше» йүнәлештәре лә бар. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфөнөң янғын һағы идаралығы етәкселеге менән ярыш майҙансыҡтарын ҡараны.

Уларҙың береһендә автомобиль макеты ҡуйылған, мәктәп уҡыусылары, студенттар юл-транспорт ваҡиғаларында ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр ойошторҙо. Сара сиктәрендә «Ҡоҙоҡ», «Лабиринт», «Скалодром» тренажерҙары мөмкинлектәре менән дә таныштырҙылар. Әйткәндәй, WorldSkills-тың төбәк этабы 7 декабрҙән 11-нә тиклем уҙа.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: