

Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү, “Урал йөрәге” хикәйәтенең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү; әҫәр аша илебеҙгә, еребеҙгә ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
Шәхси: үҙаллылыҡ сифаттарын үҫтереү.
Предмет: тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү; антоним, синонимдарҙы ҡабатлау, телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет: хикәйәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, үҙләштерелгәнде дөрөҫ итеп әйтә белеү, фекерләү, дәлилләп сығыш яһау, үҙ аллы эшләү, үҙ эшеңә баһа биреү.
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү; белемдәрҙе баһалау.
Йыһазландырыу. Проектор, китаптар күргәҙмәһе, тест, дидактик материалдар, шағирҙың портреты.
Дәрес барышы
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп өндәшәм:
– Балалар, хәйерле иртә!
Бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, күтәренке кәйеф менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.
– Һеҙгә Фәнүрә Миңлеғәли ҡыҙының акростих стилендә яҙылған шиғырын уҡыйым. Дәрестә кем тураһында һүҙ барыуын шиғыр юлдарының тәүге хәрефтәренә ҡарап билдәләгеҙ.
Рәхәтләнеп, әй кинәнеп көлөп
Әсәм телкәйендә һөйләшәм.
Милләтемә ҡушылып, бер үк сафта
Ирек йырын бөгөн көйләшәм.
Ғәжәп түгел, башҡорт башҡорт менән
Аралаша туған телендә.
Рәми һүҙе ҡайтауаздар булып
Иркен яңғырай тыуған илендә.
Паклығылай ҡышҡы саф ҡарҙарҙың
Онотолмаҫ шағир һүҙҙәре,
Васыяты булып яңғырарҙар
«Аманаты», «Туған тел»дәре.
(Шиғыр слайдта уҡыла, һығымта яһала.)
– Уҡыусылар, ниндәй һүҙ килеп сыҡты? (Рәми Ғарипов.)
– Шулай итеп, бөгөн дәрестә кем тураһында һүҙ барыр? (Яуаптар.)
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
– Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән танышырбыҙ, «Урал йөрәге» хикәйәтен уҡырбыҙ. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырбыҙ? (Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү, “Урал йөрәге” хикәйәтенең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Слайдта шағирҙың портреты күрһәтелә.)
– Кешене тыуған төйәге кеше итә. Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Хәҙер Илдар беҙҙе Рәми Ғариповтың «Бына минең тыуған ер был» шиғыры менән таныштыра. (Тәбиғәт күренештәре ҡарала.)
– Был йортта Гөлмәрйәм апай менән Йәғәфәр ағай йәшәгән. (Проекторҙан Рәми Ғариповтың йорт-музейы күрһәтелә.) Гөлмәрйәм апайҙың әсәһе Мария рус ҡыҙы булған, Яубүләк ауылына башҡорт егетенә кейәүгә сығып, ислам диненә күскән. Марияны башҡорттар Мөхлисә килен тип йөрөткәндәр.
Гөлмәрйәмде Арҡауыл ауылы егете Йәғәфәр ярата. Икеһе лә етемлектә үҫкән ғашиҡтар 17 йәштәрендә донъя ҡора. Йәш ғаилә, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, дуҫ, татыу йәшәй. Уларҙың Рәмил (Рәми), Рауил, Урал, Мөршиҙә исемле балалары тыуа.
– Һеҙгә Р. Ғариповтың биографияһы, ижады буйынса сығыш әҙерләп килергә ине. (Ике уҡыусының сығышы тыңлана. Китаптар күргәҙмәһе ҡарала.)
– Нимә ул хикәйәт? Лингвистик һүҙлектән аңлатмаһын табып, уҡып ишеттерегеҙ. (Легендаларға нигеҙләнеп йәки легенда рухындараҡ яҙылған юғары романтикалы һәм тәрән фәлсәфәле әҫәр хикәйәт тип атала.)
а) шиғырҙы тасуири уҡыу;
б) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;
в) ике уҡыусының тасуири уҡыуы;
– Хикәйәтте нисә өлөшкә бүлергә була? Ни өсөн? Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә? Бүлектәргә ниндәй исемдәр бирер инегеҙ?
Уҡыусыларҙың яуаптары. Әҫәрҙә Урал күкрәгендә урынлашҡан Башҡортостан һәм уның халҡы яҙмышы хаҡында уйланыуҙар аша шағир тарихҡа мөрәжәғәт итә, азатлыҡ өсөн көрәш батырҙарын телгә ала, киләсәккә байҡау яһай.
Шиғырҙың йөкмәткеһен ике өлөшкә бүлеп тикшерергә мөмкин. Тәүге бүлектә шағир яу юлдары буйлап үткәндәренә сәйәхәт ҡыла. Фажиғәле һәм шанлы тарих биттәрен автор Урал образына бәйләп аса. Уралтау бөтәһенә лә шаһит; уның ҡуйынына илен ҡурсып яуға күтәрелгән ирҙәр ҡәбере һыйынған; ирек һөйгән халыҡ ике башлы ҡарағош тырнағынан һис тә ҡотола алмаған. Уның ерҙәрен тартып алғандар, байлығын урлағандар, иҙгәндәр һәм мыҫҡыл иткәндәр.
Даусан ғорур халыҡ азатлығы өсөн көрәштә барыһын да кисергән, әммә башын эйеп ҡол хәленә төшмәгән.
Әҫәрҙең икенсе бүлеге “Юҡ, үлмәне халҡым” тигән ғорур раҫлау менән башланып китә. Башҡорт, оҙаҡ быуаттар даулашып, үҙ иркен яулап алған.
Шиғырҙың һуңғы өлөшөндә автор ирек яулаған Уралтау менән Ағиҙелкәйгә ҡарап һоҡлана, ошо илдә бәхет таңы атыуына сикһеҙ шатлана һәм ғорурлана.
– Уҡыусылар, әҫәрҙә автор үҙенең тыуған иле менән ғорурланыуын әйтә. Ә “Ватан” төшөнсәһе ниндәй һүҙҙәр менән бирелә? Текстан тамырҙаш һүҙҙәрҙе, ҡабатлауҙарҙы билдәләгеҙ.
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем.
Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы-данлы тарих яҙылған.
Нисек онотһон ул ил-ояның
Туҙҙырылып утта янғанын.
Йөрәгем, тим, изге төйәгемде, –
Хаҡ яҙмышым шунда ташланған,
Шунда минең бәхет таңым атҡан,
Шунда миңә Ватан башланған.
б) Шиғырҙан синонимдарҙы һәм антонимдарҙы күсереп яҙырға.
VII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.
– Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйылған маҡсаттарға ирештегеҙме? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.)
– Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов – башҡорт әҙәбиәтенең намыҫы, даны һәм ғорурлығы. Бөгөн уның ижады йәш быуын уҡыусыларында популярлыҡ яулай. Йәш йырсылар уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡара.
VIII. өйгә эш. 1. Үтелгән тема буйынса инша яҙырға әҙерләнергә.
Тест. (Бирелгән тесты ошо һылтанма аша инеп эшләргә мөмкин.) https://drive.google.com/file/d/1xnCynBjBTn5 gr92xE4I7nzqvyqXZCwSX/view?ths=true.
А. Рәми Ғарипов нисәнсе йылдарҙа йәшәгән?
Б. Рәми Ғарипов ҡайһы ауылда тыуған?
В. Рәми Ғарипов ҡасан яҙыша башлаған?
Г. Рәми Ғариповтың ҡайһы шиғри йыйынтығына Мостай Кәрим яҡшы баһа бирә?
Ғ. Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем. Был өҙөк Рәми Ғариповтың ҡайһы шиғырынан алынған?
Д. Кешеләргә ҡаты ҡағылмайыҡ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар. Был юлдар Рәми Ғариповтың ҡайһы шиғырынан алынған?
Р.М. ЯНОВА,
Дыуан районы Мәсәғүт лицейы уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы