Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2021, 15:45

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Хөрмәтле журнал уҡыусылар! «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы иғлан иткән, Башҡорт теле көнөнә, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған «Һәр кем ғибрәт алһын тип, һүҙ һабағын һүтәмен» тип аталған ижади конкурс тамамланды!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Сәмле бәйгегә Дүртөйлө, Белорет, Миәкә, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Күгәрсен, Мәләүез райондары; Өфө, Октябрьск, Магнитогорск, Бәләбәй, Салауат, Сибай, Туймазы, Баймаҡ ҡалалары уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәсәләре; Башҡорт дәүләт университеты, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенттары, мәктәп уҡыусылары, билдәле шағирҙар ҙа ҡушылды. Барыһы ла үҙ ижади эштәре аша туған телгә ихтирамын күрһәтергә, һүҙ байлығыбыҙҙың муллығын, тәрәнлеген сағылдырырға ынтылды.

Ихлас күңелдән яҙылған матур шиғыр, эссе, ҡобайыр, хикәйә, әкиәттәр өсөн ҡатнашыусыларға оло рәхмәт белдерәбеҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Ғәҙәттәгесә, тәүге 3 урын билдәләргә тип планлаштырылһа ла, ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, урындар түбәндәгесә бүленде:

I урын

Истәкова Рәғиҙә Әхмәт  ҡыҙы, Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы

 

II урын

Хәзиева-Әбсәләмова Раушания Рәфҡәт ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

Бикбулатова Гөлмирә Йәмил ҡыҙы, Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡытыусыһы

 

III урын

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы,  Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы;

Солтанова Лилиә, Башҡорт дәүләт университеты студенты;

Ибраһимова Резеда Миңдеғәли ҡыҙы, Сибай ҡалаһының «Тейенкәй» балалар үҫтереү үҙәге тәрбиәсеһе

 

Номинациялар

“Әҙәби балҡыш”

  1. Ниғмәтуллина Нурсилә, Мәләүез ҡалаһы 4-се мәктәптең 9 класс уҡыусыһы;
  2. Мәсәғүтова Гөлшан, Күгәрсен районы Мәҡсүт мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы

“Тарихҡа ҡараш”

Хәмбәлиева Наилә Нәжип ҡыҙы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы

“Киләсәк быуынға нәсихәт”

Иҡсанов Мөнир Ишкенә улы, Учалы районының Килмәк мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: