Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2021, 18:12

Уҡытыусы ҡиммәттәре

( Аҡмуллаға эйәреп) Беренсе ҡиммәт нәмә – ул уҡыусы, Һинең күҙгә өмөт менән ул бағыусы, Шул өмөттө аҡламаһаң, яҡламаһаң, Ни фәтүә булыу менән уҡытыусы?

Уҡытыусы ҡиммәттәре
Уҡытыусы ҡиммәттәре

Уҡытыусы ҡиммәттәре

( Аҡмуллаға эйәреп)

 

Беренсе ҡиммәт нәмә – ул уҡыусы,

Һинең күҙгә өмөт менән ул бағыусы,

Шул өмөттө аҡламаһаң, яҡламаһаң,

Ни фәтүә булыу менән уҡытыусы?

 

Икенсе ҡиммәт нәмә – ул ҡот, тигән,

Күңеле таҙа булғандар гел ҡот йыйған,

Хеҙмәт һөйөп, балаларҙы яратҡандар

Донъяһына һис көттөрмәй йәм-ҡот ҡунған.

 

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – ышаныстыр,

Уны яулау мөғәллимгә ҡыуаныстыр.

Һөнәренә тоғро булып, намыҫ менән

Эшләгәндәр өсөн хеҙмәт йыуаныстыр.

 

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – ул тырышлыҡ,

Тырышһаң, эшең алға барыр, ҡарышыу юҡ.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип,

Юҡҡа ғына әйтмәгән бит беҙҙең халыҡ.

 

Бишенсе ҡиммәт нәмә – ынтылыуҙыр,

Яҡшылыҡҡа, камиллыҡҡа  ылығыуҙыр.

Туҡтап ҡалма юлдарыңда – эҙлән, ынтыл,

Камиллыҡтың был донъяла сиге юҡтыр.

 

Алтынсы ҡиммәт нәмә – уҡыу, тигән,

Уҡыу – белем шишмәһе, тип хаҡ әйтелгән.

Юғары белемем бар тип маһайып

Йөрөү менән, белем артмай, дуҫым, белһәң.

 

Етенсе ҡиммәт нәмә – сабырлыҡтыр,

Мөғәллимгә сабыр булыу ҙур байлыҡтыр.

Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу,

Быны аңлау һәр балаға бик тә зарур.

 

Һигеҙенсе ҡиммәт нәмә, дуҫым, - ырыҫ,

Йөҙөң булһын һәр саҡ асыҡ, булма ҡырыҫ.

Хеҙмәтеңдән йәм табырһың, тәм табырһың,

Маҡсатыңа ирешерһең, үтәп бурыс.

 

Туғыҙынсы ҡиммәт нәмә – ул мәктәбем.

Унда үткән һәр бер көнөм, һәр сәғәтем.

Балаға ул туған йортондай ҡәҙерле,

Һис бер ҡиммәт тиңләшә алмаҫ көс-дәүләтем.

ИСТӘКОВА Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы,

Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: