Новости
15 Декабря 2021, 09:47

Башҡорттоң бөйөк телсеһе

Рәми Ғарипов иһә Жәлил Кейекбаевҡа арнап киң билдәле «Аманат» ҡобайырын ижад итә. «Башҡорттоң аҫыл ире, ҡоба – йырсыһы, яҙыусыһы һәм бөйөк телсеһе Жәлил ағай Кейекбаев ҡәберенә – бер ус тупрағым» тип яҙған күренекле шағир әҫәрҙең башында...

Башҡорттоң бөйөк телсеһеБашҡорттоң бөйөк телсеһе
Башҡорттоң бөйөк телсеһе

Башҡортостан Республикаһының Милли архивында арҙаҡлы ғалим-тюрколог Ж.Ғ. Кейекбаевтың 244 эштән (дело) торған шәхси фонды һаҡлана. 2002 йылда БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, социология фәндәре докторы, профессор Морат Жәлил улы атаһынан ҡалған мираҫтың бер өлөшөн республика архивына тапшыра. Фондта ғалимдың шәхеснамәһенә, ғилми һәм ижади эшмәкәрлегенә ҡағылышлы меңгә яҡын документ тупланған. Был ҡиммәтле мираҫ - ғалимдар, аспиранттар, студенттар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн баһалап бөткөһөҙ фәнни-мәҙәни хазина.

Күренекле ғалим-төркиәтсенең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса  республикала һәм Ғафури районында ҙур эштәр башҡарылды. Юбилей кисәләре, фәнни-ғәмәли конференциялар, "Кейекбаев уҡыуҙары” уҙғарыу матур йолаға әүерелде. 

Жәлил Кейекбаев тураһында тәүге иҫтәлектәр ғалим вафат булғас донъя күрә. Татар ғалимы, филология фәндәре докторы Мирфатих Зәкиев яҡын дуҫы Жәлил Ғиниәт улына бағышлаған “Дәртле йыр” китабы өсөн Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Рәми Ғарипов иһә Жәлил Кейекбаевҡа арнап киң билдәле «Аманат» ҡобайырын ижад итә. «Башҡорттоң аҫыл ире, ҡоба – йырсыһы, яҙыусыһы һәм бөйөк телсеһе Жәлил ағай Кейекбаев ҡәберенә – бер ус тупрағым» тип яҙған күренекле шағир әҫәрҙең башында. Был һүҙҙәр – һис шикһеҙ, ҡаһарман ғалимға оло баһа!

Жәлил Кейекбаев исемендәге премияның тәүге лауреаты Ғ.Ш. Шәйәхмәтов уҡытыусы-остазы тураһында матбуғатта бихисап мәҡәләләр баҫтырҙы, буклеттар сығарҙы, «Башҡорт теленә һәйкәл» йыйынтығын нәшер итте. Ҡаранйылға ауылында арҙаҡлы ғалимдың йорт-музейын булдырыуға ирешеүе – әлбиттә, уның иң ҙур ҡаҙанышы.

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева ғалим-лингвистың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн 2011 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Быйыл Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты булып танылған Ғиндулла ағайҙың улы – Илдар Шәйәхмәтов – атаһының юлын дауам итеп, ғалим-яҙыусының китаптарын нәшер итеүҙә, иҫтәлекле таштар эшләүҙә ҙур фиҙакәрлек күрһәтте.

Республика гәзит-журналдарында күренекле ғалим тураһында заманында Әнүр Вахитов, Ғәли Сәйетбатталов, Марат Зәйнуллин кеүек ғалимдар һәм башҡорт теле уҡытыусыларының бихисап иҫтәлеге донъя күрҙе.

Ә хәҙер атап үтелгән хеҙмәттәрҙә һәм рәсми сығанаҡтарҙа сағылыш тапмаған ҡайһы бер архив мәғлүмәттәренә диҡҡәт ҡылайыҡ. Башҡорт энциклопедияһында һәм Википедияла олуғ ғалимдың тормош сәхифәләренә ҡағылышлы ошондай юлдар бар: «1932-1937 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй».

Бына нәҡ ошо урында ғалимдың шәхеснамәһенә бер аҙ өҫтәлмә индерергә кәрәктер. Милли архивта һаҡланған кадрҙарҙы иҫәпкә алыу ҡағыҙына иғтибар йүнәлтәйек: Мәскәүҙә Сит телдәр институтында уҡығанда (1932-1933 йй.) ул бер юлы «Безбожник» журналы редакцияһында яуаплы секретарь вазифаһын башҡара. 1933-1936 йылдарҙа иһә Жәлил Кейекбаев Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт опера студияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Тимәк, Жәлил студент сағында уҡ башҡорт опера сәнғәте үҫешенә шаҡтай өлөш индереп өлгөрә. Беҙҙеңсә,  ошо студияла эшләү осоронда йырсыларҙың башҡорт өндәрен әйтеү нескәлектәре йәш ғалимды башҡорт теленең орфоэпияһын һәм фонетикаһын төплө тикшереүгә этәргәндер ҙә.

Мәскәү өлкәһенең Рошаль урта мәктәбендә уҡыусыларға бер йыл ғына белем биреп өлгөргән Жәлил Кейекбаев, немец теле белгесе булараҡ, РСФСР Мәғариф наркоматы йүнәлтмәһе буйынса Өфөгә ебәрелә. Бында ул яңы асылған Сит телдәр институтында 1938 йылдың авгусынан 1941 йылдың октябрь айына тиклем директор урынбаҫары булып эшләй, ғилми-ойоштороу һәм уҡытыу-тәрбиә эштәренән тыш, студенттарға немец теленән һабаҡ бирә. Был уҡыу йорто ябылғас, Ж.Ғ. Кейекбаев 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың мартына тиклем Башҡорт педагогия институтында уҡыта.

Ә инде 1942 йылдың апрель айында Башҡортостандың мәғариф наркоматы Жәлил Ғиниәт улын тыуған яғына – Сәйетбаба урта мәктәбенә директор итеп ебәрә (мәктәп директоры булып эшләгән М.Ғ. Туҡтамышев фронтҡа китә). Был мәғлүмәт ғалимдың 1943 йылдың 14 июлендә яҙған автобиографияһынан алынды. Әйткәндәй, Жәлил Кейекбаевты директор вазифаһына тәғәйенләү тураһындағы Башнаркомпростың тәҡдимен ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы раҫлап ҡуя.

Үҫмер сағында аяғын ауырттырып, аҡһап йөрөгәнлектән, Жәлил Ғиниәт улын һуғышҡа алмайҙар. Бер туған ағаһы Ғәфүр фин һуғышында һәләк була. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа атлыҡҡан егет хәрби комиссариатҡа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡарай. Ләкин: «Ғәриптәр фронтҡа ебәрелмәй», – тип ҡырт киҫә уның үтенесен комиссариат хеҙмәткәрҙәре. «Мин тәржемәсе булып эшләй алам бит!» – тип әйтеп ҡарай Жәлил. «Юҡ, һинең бурысың – тылда тәржемәселәр, уҡытыусылар әҙерләү», – тип яуап бирәләр буласаҡ ғалимға.

ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары Игнатьевтың имзаһы ҡуйылған бюро ултырышының 1943 йылдың 20 июлендәге ҡарары менән Ж.Ғ. Кейекбаев Башгосиздаттың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Әммә нәшриәттә лә Жәлил Ғиниәт улына оҙаҡ эшләргә насип булмай –  РСФСР-ҙың Мәғариф наркоматы фарманы буйынса СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспиратураһына уҡырға саҡырылыу сәбәпле, ул өлкә комитет бюроһының ҡарары менән 1944 йылдың 4 апрелендә баш мөхәррир вазифаһынан бушатыла.

Әйткәндәй, Ж.Ғ. Кейекбаев, йылдар үткәс, балдыҙы Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡоваға (ҡатыны Нәфисә Хәлил ҡыҙының бер туған һеңлеһе – Н.С.) үҙе белем алған юғары йортона инергә тәҡдим итә. Еҙнәһенең кәңәшен тотҡан ҡыҙ, Мәскәүҙәге данлыҡлы Тел ғилеме институтын уңышлы тамамлағас, танылған тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор булып китә.

Төрки тел ғилемендә ҙур абруй ҡаҙанған мәшһүр ғалим Ж.Ғ. Кейекбаев, тотош институт башҡара торған эштәрҙе сирек быуат эсендә бер үҙе атҡарып, башҡорт телен донъя кимәленә күтәреүгә тос өлөш индерә. Уның башҡорт тел ғилеменә арналған фундаменталь хеҙмәттәрен айырым китаптар итеп баҫтырып сығарыу – бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе.

 

Ниязбай СӘЛИМОВ,

филология фәндәре кандидаты,

Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас