Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 15:08

Усағымда яна утым...

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында оҙаҡ йылдар математика уҡытыусыһы булып эшләгән Тотманова Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы – өлгөлө уҡытыусы, уңған әсәй генә түгел, донъяны яратып баҡҡан талантлы шағирә лә. Үҙ дәрестәрендә математика фәненең нескәлектәре менән бергә туған телгә һөйөү ҙә тәрбиәләй ул. Ә бөгөн уның ғүмер байрамы! Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын, Сәкинә Хөрмәтовна! Һаулыҡ, илһамлы ижад насип булһын! Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына уҡытыусы-шағирәнең ҡышҡы сафлыҡ бөркөп торған шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

Усағымда яна утым...
ҠАРҘАР ЯУА

– Күрәһеңме, нисек ҡарҙар яуа!
Күрәһеңме, ниндәй тамаша!
Тирә-яҡты серле шатлыҡ биләй,
Хозурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша.

– Хозурлыҡтан? Һин һәр ваҡыт шулай
Юҡ-барҙан да шатлыҡ табаһың.
Ҡарҙар яуа, юлға көрттәр һала...
Ә таң менән – юлдар яраһы...

– Аңлайһыңмы, яңы яуған ҡарҙан
Яҡты хистәр тыуа күңелдә.
Йыһан үҙе ойоп бәүелгәндәй,
Моң ағыла кеүек күгемдән..

– Яҡты хистәр? Ниндәй моң ағылһын!
Бары ҡарҙар күктән ҡойола.
Төнөн йоҡламайса, шиғыр яҙғас,
Һиңә генә шулай тойола.

– Тыңла әле, тыныс ҡына яуған
Ҡарҙарҙың да бар ул үҙ көйө...
...Ана шулай һәр бер күңелдең дә
Үҙ үлсәме бар шул, үҙ өйө.

ҒИНУАР ИРТӘҺЕ

Аҡ ҡайындар гәлсәр таж кейгәндәр...
Иңдәрендә – шәлдәр, семәрле...
Күк көмбәҙен ярып ҡояш ҡалҡа...
Тәбиғәттең сихри бер мәле...

Ҡайындарҙың ап-аҡ тәлгәштәре
Ҡуйы ҡыҙыл төҫкә күмелде...
Әйтерһең дә, тылсым эйәһенең
Буяуҙары ергә түгелде...

Мең-мең төҫтә балҡып, яна ҡарҙар,
Тылсым буяуҙары ҡағылғас....
Бәҫтәр әйләнделәр ынйыларға...
Әкиәттәге кеүек һәр ағас...

Рәхмәтлемен, хоҙай, мөғжизәле,
Ғәжәеп бер төштәй өнөмә.
Ошо сихри таңды ҡабул итәм
Бүләгең тип тыуған көнөмә!
 
ҠЫШҠЫ ТӨН

Бөтә донъя зәңгәр: зәңгәр һауа,
Ағастарға зәңгәр ҡар ятҡан,
Ҡыйыҡтарҙы зәңгәр төҫкә буяп,
Зәңгәр күктә зәңгәр ай ҡалҡҡан...

Ә яҡында ғына зәңгәр урман,
Күптән серле төштәр күрәлер...
Бәҫ ҡаплаған зәңгәр толомдарҙы
Ай нурҙары тарап үрәлер...

Ай нурында балҡып ҡылау яуа,
Өйҙәр тынған татлы йоҡола..
Ваҡыт туҡтап ҡалған... Илаһи мәл
Мәңгелектер кеүек тойола...

Үтә зәһәр һыуыҡ булмаһа ла,
Ерем зәңгәр шәлгә уранған...
Яңы йылдың яңы таңдарынан
Мөғжизәләр көтөп тын ҡалған...
 
Тәүге ҡар

Баҫып торам аҡлан уртаһында
Ян-яҡ ап-аҡ, күҙҙәр ҡамаша.
Һауанан да ап-аҡ моң ишелә...
Иҫ китмәле матур тамаша...

Аҡ ҡайындар гәлсәр кейемдәрҙә
Байрам табынына йыйылған...
Олпат ҡарағайҙар, шаярышып,
Ап-аҡ ҡарға ихлас ҡойонған.

Иң уртаға баҫҡан һомғол муйыл,
Ҡосағына ҡыҫып миләште.
Энә-ептән сыҡҡан аҡ кейемдәр
Хәтерләтә егет-кәләште.

Ә ситтәрәк мәғрүр имән тора,
Эргәһендә балан ҡыуағы
Күңелемә сикһеҙ шатлыҡ тула –
Мин уҙем дә аҡлан ҡунағы!

Ошо мөғжизәне күргәндән һуң
Ерем ожмах кеүек тойола.
Ваҡ-төйәктәр күңел төпкөлөнән
Көҙгө япраҡ кеүек ҡойола.

Ерҙе баҫҡан төрлө зәхмәттәрҙән
Мин юғары бөгөн, юғары!
...Күңелемде күккә сөйҙө шулай
Тәүге ҡарҙың мамыҡ юрғаны.
 
***
Әле генә аяҙ ине,
Ҡайҙан ҡупты болоттар?
Бер яҡта ҡояш, бер яҡта
Ябырылып яуа ҡар!

Юҡ, ҡар яумай, һауаларҙа
Бейей ҡар бөртөктәре!
Ҡояш нурында ялтырай
Семәрле ситектәре!

Эй, өйөрөлә бөртөктәр
Ниндәйҙер серле көйгә.
Арыһалар, етәкләшеп
Ҡуналар ап-аҡ ергә.

Ер менән күк араһында
Ғәжәп байрам башлана.
Йөрәктәргә шатлыҡ тула
Бар ғаләмдә – тантана!

Тирә-яҡ кинәт үҙгәрә,
Тылсымлы ошо хәлдән.
Сикһеҙ дәрт һәм илһам таша
Һағышлы күңелемдән...
Автор:Гульшат Байназарова