Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар, урыны менән буран, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7 – 12 метр, айырым райондарҙа көсәйгәндә 18 метрға тиклем етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -5,-10, көньяҡта -15, көндөҙ -2,-7 градус. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ, урыны менән көрт, буран ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.
Өфөлә һауа торошоноң болотло булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7 – 12 метр. Һауа температураһы төндә -5,-7, көндөҙ -3,-5 градус. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-18/ot-meteli-do-gololeda-mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-nenastnoy-pogode-2658508