Новости
19 Января 2022, 09:18

Батырҙар онотолмай

Тыуған еребеҙгә ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау, уны ололау һәм күтәреү, Ватанды яратыу, илһөйәрлек хаҡында килер быуынға бөгөн һөйләү, мәғлүмәт ҡалдырыу - беҙҙең изге бурыс, - тине Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе

Батырҙар онотолмайБатырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай

Тыуған еребеҙгә ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау, уны ололау һәм күтәреү, Ватанды яратыу, илһөйәрлек хаҡында килер быуынға бөгөн һөйләү, мәғлүмәт ҡалдырыу - беҙҙең изге бурыс, - тине Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Әлфәрит Сабирйән улы Йосопов отрадалылар алдындағы сығышында. - Бәләкәй генә Отрада ауылында  төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, уларҙың һәр береһе ватанын ҙурлаған осраҡта ғына илебеҙ үҫешә. Халыҡтың халыҡ булып үҫеүе тотошлайы менән тыуған еренә бәйле. Ватанды һаҡлау, уның тарихын белеү – һәр беребеҙҙең изге бурысы.

Михаил Иванович Рабовалюк 1915 йылда Әлшәй районы Отрада ауылында тыуған. Башланғыс белемде лә ошонда алған, тыуған еренең яҡты киләсәге өсөн ошонда хеҙмәт иткән, зоотехник булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына, взвод командиры була. Әммә Еңеү көнөн күрергә насип булмай, бик күп батырлыҡтар күрһәтеп, 1945 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була һәм Германияның Бранденбург провинцияһында ерләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. Үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Бөгөн ауылдаштары данлы яҡташтарын хөрмәт менән иҫкә алды һәм уның иҫтәлегенә һәйкәл асырға хәл итте.

Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Батырҙар онотолмай
Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас