

Был һынауҙың маҡсаты – ҡатнашыусыларҙың методик компетентлығын билдәләү һәм уҡытыу-тәрбиә эшендәге тәжрибәһен күрһәтеү оҫталығын баһалау. Конкурстың был этабында район этабында еңеүсе һәм лауреат булып танылған ун педагог көс һынашты. Уҡытыусылар интеллект-карталар, телмәр үҫтереү күнекмәләре, проект эшмәкәрлеге, заманса белем биреү технологиялары, уҡыу грамоталылығын формалаштырыу кеүек йүнәлештәр буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.
Конкурстың киләһе "Дәрес" этабы 25, 26 ғинуарҙа үтәсәк. Икенсе этапта ҡатнашыусыларҙың дәрес планлаштырыу, проектлау, ойоштороу, үткәреү һәм анализлау буйынса һөнәри оҫталыҡтары баһалана. Конкурсанттарға уңыштар теләйбеҙ!