Новости
21 Января 2022, 15:09

Кәкүк (Повестан өҙөк)

Ҡунаҡтар сығып китеүгә генә, йөрәген ваҡ өлөштәргә телгеләп, кәүҙәһен таш һынға әйләндергән Моталлаптың һуңғы һүҙҙәре Сәғирәнең аңына барып етте. Өйҙә ике мәйет кенә ҡалды: береһе-әле генә донъя менән хушлашҡан үле себеш, икенсеһе – "тере мәйет" булып ҡатҡан Сәғирә. Аҡтырнаҡ үҙәк өҙөп олоно, алыҫта кәкүк зарыҡты: "кә-күк... кә-күк..."

Кәкүк (Повестан өҙөк)Кәкүк (Повестан өҙөк)
Кәкүк (Повестан өҙөк)

– Кә-күк, кә-күк...
– Бер, ике,өс, дүрт...
– Ҡәһәр һуҡҡыр ҡош! Тағы ла нимәңте саҡырып ултыраһың, хаслыҡлы нәмә! Көш-ш-ш! Үҙеңә булһын саҡырыуың, башың ҡороғор! Вәт йүнһеҙ, етмәһә, ауыл уртаһындағы ҡайынҡа ҡунып ҡаза саҡырып ултыра. Ашағаны таш булғыры! Көш-ш-ш...
Ҡәһәрләп ҡысҡырыуға тертләп китте Моталлап. Уның баш осонан ғына фыр-р-рлап осҡан таяҡ ағас олонона барып тейҙе. Маһиҙә апайҙың зәһәрле тауышы,үҙҙәренең соланына инеп киткәс тә, тынманы. Үҙенә табан осоп килгән таяҡтан ҡото алынған кәкүк тә тотлоға-тотлоға, тамағына таш тығылғандай йәмһеҙ өндәр сығарып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, тау яғына ялтанды.
“Их, унға тиклем саҡырғанын тағы ла ишетмәнем, һанай алманым. Гел шулай! Туғыҙынсы бармағымды бөкләгәнсе генә саҡыра ла оса ла китә”. Ниңәлер кәкүк унға тиклем саҡырһа, әсәһе уны алып ҡайтыр кеүек тойола Моталлапҡа. Бына бөгөн дә уларҙың ауыл уртаһына уҡ осоп килеп, ботаҡтарын тарбайтып үҫеп ултырған ҡарт ҡайынға килеп ҡунды ла саҡыра ғына башлағайны... Бәлки ул, әле ете йәшлек кенә Моталлапҡа әсәһенән хәбәр алып килгән булғандыр. Тик Маһиҙә апай уны таяҡ менән һалмауырлап ҡыуып ебәрҙе. Моңло-зарлы был ҡошто ауылда ниңәлер яратмайҙар. Ана, “ҡар-ҡар-ҡар-р”килеп, ҡарҡылдашып, ҡарғалар осоп йөрөй, “Үҙенә иш эҙләгән ғәйбәтсе бисә кеүек, ала һайыҫҡан да шыҡырыҡлап, һарай тирәһендә өйрөлә. Белә Моталлап, ул хәйләкәр аҙаҡ урлап эсер өсөн, тауыҡтарҙың йомортҡа һалғанын күҙәтә. Был ҡоштарҙы ла ауыл әбейҙәре яратып етмәй, әленән-әле әрләп кенә торалар, ә бына ауылға осоп килгән кәкүк уларҙа айырыуса ҡурҡыу уята. Уны күрһәләр, өй ҡыйығына ут ҡапҡан тиерһең. Ҡулдарына ни эләгә-шуны бәргесләп ҡыуалар. “Мине лә шулай...”
Ауыр уйҙарға бирелгән Моталлап өйө яғына ыңғайланы. Өйө тигәс тә, аяғы тартмай уны был йортҡа. Унда бөтә нәмә ят, хатта эсендәге еҫ тә күңелен болғандыра. Аңғармаҫтан арҡаһына гөп итеп ҡалған тап Моталлапты уйҙарынан айырҙы. Артына әйләнеп ҡараһа, ҡорбанына ябырылырға торған бүреләй үрге ос малайҙары тора. Ошо ауылға килгәне бирле тынғы бирмәнеләр уға был малайҙар. Араларындағы иң оло, кәүҙәгә лә башҡаларҙан аша ҡарап торған Фәттәх:
-Эй, Мишка, килмешәк, нишләп йөрөйөң беҙҙең урам яғынта?- һүҙен әйтеп тә бөтөрмәй, ул Моталлаптың яңағына тондорҙо. Күҙенә күренгән йондоҙҙарҙан күңеле болғанып, сайҡалып киткән Моталлап йығылманы. Мыҫҡыллы йылмайып торған тешһеҙ Саҙрый менән таржыҡ Нәҡип алдында мах биргеһе килмәне. Бите уттай янып, башы сатнап ауыртһа ла, һытылырға торған күҙендәге йәштәрен тыйып аяҡтарында ныҡ торорға тырышты. Ана илай, бына илай, тип сираттағы кәмит көтөп торған малайҙар, Моталлаптың ҡымшанмай ҙа торғанын күреп, аптырап ҡалдылар. Быға тиклем бер һуғыуҙан илап ҡайтып китә торған малайҙың ҡылығы сәйер тойолдо уларға был юлы. Ауыҙын ҡолағына еткәнсе көлөп торған Саҙрый ҙа етдиләнеп, Моталлаптың ныҡлығына һоҡланды. Эргәһендә бөтәһен дә ҡурҡытып тотҡан Фәттәх булмаһа, Моталлапты дуҫ итеп тә уйнар ине ул.
– Вәт әй, күҙ йәҫе лә ҫыҡманы ла ул. Ниҫауа ғына булып киткән тәһә был килмеҫәк Миҫка, – тип телен сыртлатып алды Саҙрый.
Мин дә ситтә ҡалмайым әле тигәндәй, былай ҙа ҙур танауын тағы ла тыржайта биреп Нәҡип тә үҙ тауышын сығарҙы:
– Һы, таптың нишауаны. Мына ике һикереп бер типһәм ята ла ҡуя ул ошонта, – тип аяҡтары менән каратеға оҡшаған хәрәкәттәр эшләп,шунан теш араһынан ғына сыртлатҡансы төкөрөп ҡуйҙы. Былай итеп төкөрөргә ағаһынан өйрәнеп алғайны ул. Йәшенеп кенә мунса артында тәмәке тартҡас, шулай оҫта итеп теш араһынан төкөрөргә өйрәнеп алды . Нәҡип, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, Моталлапты уратып ҡарап сыҡты ла Фәттәх эргәһенә килде:
– Әллә, мин әйтәм, әпәй шүрлегенә менеп төшәйемме, Фәттәх?
– Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡлаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!
Фәттәх,һыҙғыра-һыҙғыра аяҡ аҫтында ятҡан ташты осора типкәс, был өсәү үрге осҡа шылдылар. Тәгәрәп китмәҫ элек күҙ йәштәрен еңенә һөртөп, йоҙроҡ яндырған битен ыуалап, рәнйеүҙәрен “йотоп” ҡалды Моталлап. Уларҙың Мишка тип әйтеүҙәре лә ғәрлегенә ныҡ тейә.
– Ой, Мишенька, нимә булды? Әллә һуҡтылармы һиңә?- тип килеп тотҡан Сайраның ҡулынан ысҡынып ҡасты Моталлап. Был ят ҡулдар шундай һалҡын һәм ҡужырмаҡлы, ә инәһенең наҙлы, йомшаҡ ҡулдарынан һәр ваҡыт тәмле еҫ килә торғайны. Сайраның “Мишка, Мишенька” тип әйтеүе Моталлаптың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала. “Юҡ, мин Моталлап”, тип тә ҡараны, ләкин үҙен “әсәгә” һанап йөрөгән был ҡатын үҙенекен тылҡыны. “Моталлап тип әйтеүе бик оҙон, тел әйләнмәй,йәнәһе, мин үҙемсә генә һине Мишка тип йөрөтөрмөн”, – тип ныҡышты. Ул ире Ғиндулланы ла Гена тип йөрөтә. Үҙе башҡорт булмағанғалыр инде, мулла ҡушҡан исемдәрҙе үҙенсә еңелләштерә, йәнәһе.
Сайранан ҡасҡан Моталлап күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ихатаға йүгереп килеп инде лә, йәшенергә һарай башына менеп китте. “Ҡытаҡ-ҡытаҡ” тип ҡысҡырышып һирпелешкән тауыҡтарға ла иғтибар итмәй, ул үҙенең йәшенергә яратҡан бесән араһына сумды. Тирә-яғын бесән ҡаплаған ҡотҡарыусы был мөйөш, уны үҙ ҡосағына алды. Баш осонда ғына йомортҡа һалырға ятҡан сыбар тауыҡ ҡымшанманы ла хатта. Башҡалары кеүек яр һалып сығып та ҡасманы, ә үҙенең ялтырап торған муйылдай йомро күҙҙәрен Моталлапҡа төбәп, башын баҫып, ята бирҙе. Бармағын ирендәренә килтереп “сеү” тигәндәй малай уға мөлдөрәп ҡарағас, аңлағандай, “ҡы-ы-ыҡ” тигән өндәр сығарҙы ла шымып ҡалды.
Бына, малай, ниһайәт яңғыҙ, хәҙер ул туйғансы илай ала. Сыбар тауыҡ барыбер бер кемгә лә әйтмәйәсәк. Ила, Моталлап, ила. Ана, алыҫта, тау яғынан кәкүк тауышы килә. Бер, ике, өс,... ете... Эх, тағы ла унға тултыртманы. Моталлап быға түҙә алманы, әллә түҙергә теләмәне, күҙ йәштәренә ирек бирҙе, ә улар, шуны ғына көткәндәй, янған сикәләрен тағы ла нығыраҡ өтөп, тәгәрәне лә тәгәрәне. Ила, Моталлап, ила. Бөгөн һин беренсе тапҡыр үрге ос малайҙарынан ҡурҡманың, бер тамсы күҙ йәше лә сығарманың, туҡмалһаң да. Ила әйҙә... Артабанғы тормошоңда ла бер тамсы күҙ йәше сығармаҫҡа тейешһең. Буҫлыҡҡан Моталлап бөгәрләнеп кенә йоҡлап китте. Эх, сыбар тауыҡ... Был баланың түгелгән күҙ йәштәренең сәбәбен белмәйһең шул...
******
...Тәмле ҡоймаҡ еҫе танауын ҡытыҡлағанға уянып киткәйне ул көндө Моталлап. Ҡояш апай уның күҙҙәренә нур һибеп шаяра, тышта ҡоштар һайрай. Оҙайлы ҡыштан һуң йылы көндәр килгәнгә һөйөнөпмө, улар бөгөн бигерәк тә дәртләнеп һайрағандай. Сәғирә улының уянғанын күреп, үҙен көскә ҡулға алып, илап ебәрмәҫ өсөн бар ҡыйыулығын йыйып, Моталлап эргәһенә килде.
– Тор, балам, тор. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә, матур кейемдәреңде кейәйек, әйҙә ҡоймаҡлап сәй эсеп ал. Битеңде, тештәреңде йыу ҙа.
– Ниндәй ҡунаҡтар, инәй? Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?
– Эйе, улым, әпкилерҙәр.
Сәғирә, тамаҡ төбөнә тығылған төйөрөн көскә йотоп, башын тәҙрә яғына борҙо.Шул ваҡыт тәҙрә аша ҡара тауыҡтың үҙ себешен суҡығанын күреп ҡалды. Улының яңы күлдәген тиҙ генә уның ҡулына тоттороп, тышҡа сығып йүгерҙе.
– Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың бит ә!
Ап-аҡ һигеҙ себеше араһында бер бөртөк кенә булып үҙенә оҡшап ҡап-ҡара булып тыуған себешен һыйҙырманы был тауыҡ. Әйләнгән һайын йә суҡып ала, йә ем эҙләп тупраҡ араһында тибенгәндә, юрамал йыраҡҡараҡ тибеп осора ҡараҡайҙы. Башҡа себештәрен “тыҡ-тыҡ-тыҡ” тип саҡырып ашата, ә ошо себеше йүгереп килһә, сырҡылдатҡансы уның башын суҡып ала. Хужабикәһе әрләшеп килеп сыҡҡас, үҙенең боҙоҡлоғон йәшерергә тырышып, хәстәрлекле әсәйҙәй булып, “ҡорт-ҡорт” тип балаларын үҙ янына саҡырып алған булды. Меҫкен ҡара себеш әсәһенең наҙлы ҡорҡолдауын ишетеп, һөйөнөп уның эргәһенә йүгереп барып ҡанатына һыйынды. Ниндәй йылы һәм рәхәт икән әсәй ҡанаты аҫтында...
Себештәрен үҙ янына йыйып тынысланған тауыҡты күргәс, Сәғирә өйгә инеп китте. Бына-бына килеп төшөрҙәр, ваҡыт та һанаулы ғына ҡалып бара. Ингәс тә биттәрен таҙа итеп йыуып, матур күлдәген кейеп , өҫтәл артында ултырған улын күргәс, саҡ илап ебәрмәне, йөрәгенең һыҙлап ҡуйыуынан күкрәген тотоп аш бүлмәһенә үтте.
– Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше шулай балаһын суҡымай инте ул, ивет?!
Шул саҡ Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле кеүек йыш-йыш һуға башланы, күҙе лә маңлайынан бына-бына атылып сығыр кеүек тойолдо. Баяғы йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына килеп тығылды ла, ҡабат йотолманы.
– Мә, улым, сәй эс, –  тип көскә-хәлгә генә әйтә алды ул һүҙҙәрен.
– Эй ҡоймаҡ тәмне, инәй, телеңте йоторлоҡ. Инә-ә-әй, телемте йотоп ҡуйһам нәмә булыр икән?
– Аша, улым, аша, сәйеңте лә эсеп ал.
– Инә-ә-әй, беләңме, был донъяла иң тәмне ҡоймаҡты тик һин кенә бешерәң. Мин белә-ә-әм.
Шулай телен сыртлата-сыртлата, майға буялған бармаҡтарын ялай-ялай, Моталлап тирләгәнсе сәй эсте. Шул ваҡытта ул йөҙө ағарған, күҙҙәренә йәш тулған әсәһенә, әллә бәләкәс булғанға, әллә мөкиббән китеп ҡоймаҡ ашағанға, иғтибар итмәне:
– Әллә һәппәр, инәй, тәмне булты! –  тип битен ҡулы менән һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы.
– Ҙур үҫ, бәхетле бул, балам, – әллә тауышы сыҡты Сәғирәнең, әллә шым ғына әйтте. Улы ишек яғына атлағанын күргәс, ул хәҙһеҙләнеп, мейес буйлап шыуып иҙәнгә тубыҡланды ла үкһеп илап ебәрҙе.
Моталлап соланға сыҡты, баянан бирле уның уянып тышҡа сыҡҡанын көтөп торған Аҡтырнаҡ, шатлығынан үрә тороп, ҡойроғон болғай-болғай, малайҙың өҫтөнә һикерҙе.
– Аҡтырна-а-аҡ, һикермә миңә, күрмәйеңме, мин өр яңы күлмәк кейҙем, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә, мәмәй алып киләләр. Һиңә лә эләгер?
Аҡтырнаҡ дуҫын аңлаған кеүек, уның аяғына ҡата кейгәнен сабыр ғына көтөп, ҡайҙа барабыҙ тигәндәй, ҡарап тора бирҙе. Шулай бер-береһенә ҡарап торған ике дуҫты яҡында ғына саҡырған кәкүк тауышы һиҫкәндерҙе. Күршеләге икенсе класта уҡыған Ғәлинурҙың әйткәне иҫенә төштө Моталлаптың. “Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?” – тип һорағас, уның йәшен һигеҙ тапҡыр ҡысҡырып күкүлдәгәйне. Һанай белмәһә лә, Моталлап үҙ йәшен бармаҡтарына ҡарап әйтә белә. Шуға ла ул кәкүк ҡысҡырған яҡҡа, аҙбар артына йүгерҙе, Аҡтырнаҡ та артынан ҡалманы.
– Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?
– Кә-күк, кә-күк...
Моталлап тәүҙә баш бармағын бөкләне, шунан һуҡ бармағын, урта бармаҡ,...сәтәкәй бармағын бөкләгәндән һуң кәкүк шымып ҡалды. Биш бармағын да бөкләгән малай, шатлығынан һикерә-һикерә, этен ҡосаҡлап өйрөлдө.
– Дөрөҫ әйтте кәкүк, дөп-дөрөҫ, миңә ошолай йәш бит!- тип ул Аҡтырнаҡҡа биш бармағын күрһәтте. Ә Аҡтырнаҡ Моталлаптың майлы ҡоймаҡ тәме килеп торған бармаҡтарын ялай-ялай, унан да нығыраҡ ҡыуанды. Улар бер-береһен баҫтырып ялан буйлап йүгерештеләр, хәлдәре бөткәнсе уйнап, яңы ғына сыҡҡан, хуш еҫле йомшаҡ үлән өҫтөнә һуҙылып яттылар шунан.
– Аҡтыра-а-аҡ, ә һин беләңме, бөтә ер шарында иң тәмне ҡоймаҡты минең инәйем генә бешерә белә. Эйе-е-е. Мына бөгөн мин инәйем бешергән өс ҡоймаҡты эсемә һалып ҡуйҙым,- тип ул яңы күлдәген күтәреп ҡорһағын һыйпаны. Аҡтырнаҡ ҡыҙыҡ күреп мороно менән уның эсенә төртөп ҡарағайны, ҡытығы килгән Моталлап тәгәрләп-йөрөп көлә башланы. Аҡтырнаҡ дуҫының уң яғына ла, һул яғына ла һикереп шаярҙы. Тағы ла күпме дауам итер ине икән был икәүҙең әңгәмәһе, ҡыҙыл кикерекле, ураҡ ҡойроҡло әтәстең “ҡыт-ҡыт-ҡыта-а-аҡ” тигән көслө тауышы иғтибарҙы бүлмәһә. Хәстәрлек менән ҡысҡырған тауышҡа Аҡтырнаҡ алданыраҡ йүгереп китте. Моталлап тыны ҡыҫылып барып еткәндә, теге ҡара тауыҡтың сепейен суҡыған мәленә тура килде. Йүгереп барып,ҡанаттарын йәйеп үҙенең өҫтөнә һикерергә йөрөгән тауыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, ерҙә ятҡан себеште күтәреп алды. Бахыр себеш, малайҙың йылы усына инеп ятҡас, сипылдап башын ҡалҡытты. Моталлап уны ҡуйынына ҡыҫып өйгә алып инеп китте. Үҙ ҡылығына үҙе маһайып, ҡара тауыҡ ҡанаттарын йәйеп урамда өйөрөлдө, уның эргәһендә ҡәнәғәтлек өндәре сығарып, бер ҡанатын ерҙән һөйрәп, бейеү хәрәкәттәре эшләп, әтәс тә тантана иткәндәй тойолдо. Аҡ себештәр бер нәмә лә булмағандай, сипылдашып бәләкәй генә тәпәйҙәре менән өй нигеҙендә тибенеүҙәрен дауам иттеләр. Аҡтырнаҡ ҡына ҡара тауыҡҡа асыулы ҡарап, дуҫы менән ихлас уйнауын бүлгәненә асыуланыпмы, ҡойроғон ерҙән һөйрәп, ояһына инеп ятты.
Сәғирә улының себеште ҡуйынына алып өйгә ингәнен күргәс, хәлде шунда уҡ аңланы. Себештәр йомортҡанан сыҡҡас та һалып ҡуя торған иҫке бүректе улына бирҙе. Моталлап себеште шул бүреккә һалып карауатына ҡуйҙы.
– Инәй, себеш үлмәй бит ,ивет?
– Тыныслан, йүнәлер ул. Һин бит уны ҡотҡарғанһың, үлмәҫ ул, йәшәр.
Урамда Аҡтырнаҡтың ауалауы, ҡапҡаның асылып ябылғаны ишетелде. Ниңәлер малайҙың йөрәге жыуланы, Сәғирә лә ят кешеләрҙең урамға инеп килгәнен күргәс, үҙенә урын тапманы. Ул соланға сығып та өлгөрмәне, теге кешеләр ишекте шаҡылдаттылар.
– Инегеҙ.
– Һаумыһығыҙ.
Ишектән ирле-ҡатынлы ике кеше күренде. Моталлаптың был кешеләрҙе бер ҡасан да күргәне юҡ. Вата-емерә башҡортса һөйләшкән ошо кешеләрҙе көттө микән ни инәһе? Кем улар? Ниңә килгәндәр? Малайҙың башын ошо һорауҙар биләне. Мәмәй алып килделәр микән исмаһам?
Себештең үҙәк өҙгөс сипылдауы,Моталлапты уйҙарынан айырып, себеш эргәһенә йүгертте. Ҡараҡай себеш, бар көсөн йыйып, торорға маташа ине.
– Һыуһаныңмы әллә? – Моталлап уның суҡышын ауыҙына килтереп уға төкөрөгөн эсерергә уйланы. Ул гел шулай “һыйлап” өйрәнгән уларҙы, яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан себештәр, суҡыштарын ҡыймылдатып, һыуһын ҡандыралар. Ә ҡара себеш ниңәлер төкөрөк менән һыйланғыһы килмәне, суҡышын нисек йомған, шулай ҡалдырҙы. Моталлап уны урынына һалды ла шым ғына мейес араһынан аш бүлмәһенә күҙ һалды. Теге ят кешеләр әсәһе бешергән ҡоймаҡты ҡомһоҙланып һыпыра-һыпыра сәй эсәләр. Үҙҙәре Моталлапҡа аңлашылмаған телдә әллә нәмә һөйләйҙәр, ҡәнәғәт ҡиәфәттә бер-береһенә ҡарашып алалар. Ә бына инәһенең төҫө ниңә ҡасҡан икән? Ниңә уның бите ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булған, ниңә күҙҙәре төпкә батҡан, илап ебәрерҙәй булып ирендәре йәмшәйгән? Эх, шул саҡта Моталлапҡа биш кенә йәш булмаһа, ул ошо һорауҙарына яуапты тиҙ табыр ине ул. Бәләкәс шул әле... Бәләкәс...
Оҙаҡ ҡына һөйләшкәндән һуң, теге кешеләр өҫтәл артынан тороп оло яҡҡа сыҡтылар, диуарҙағы сәғәткә күҙ һалғандан һуң, ир кеше:
– Ваҡыт! Һуңға ҡалмайыҡ, ҡайтырға кәрәк, малайканы килтерһен Сәғирә ханым, – тине.
– Эйе, Сәғирә аппағым, юл аҙабы-гүр ғазабы, тигәндәй, юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы, Муталлапчикты алайыҡ та, –  быныһы теге ҡатындың тауышы булды. Ул Сәғирәнең ҡулына бер ҙур ғына төргәк тотторҙо. Был сәйер һөйләшкән ҡатындың һүҙҙәренән үҙенең исеме яңғырауын ғына аңлай алды малай.
Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә уны туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙ көнө ялтырап туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап-аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ өшөгән ҡулдар кеүек һалҡын. Ә тауышы?! Тауышы шундай ят һәм һалҡын, тәндәр зымбырлап китә.
– Әйҙә, кейен, һин китәһең, улым!
– Ҡайҙа, инәй? Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Һин мине өләсәйгә ҡунаҡҡа апараңмы?
– Юҡ, һин генә китәһең! Бына был ағай һәм апай һине үҙҙәренә алып ҡайталар. Улар һинең ғаиләң була, – Моталлап ҡатып ҡалды. Әсәһенең уға сит кешегә әйткән кеүек һалҡын тауышы, әллә ниндәй яңы ғаилә тураһындағы һүҙҙәре уға шаярыу кеүек тойолдо. “Сип” тигән тауышҡа әйләнеп ҡарағайны, бүрек эсендә ятҡан себеш ниңәлер бер яҡ яғына ятҡан да аяҡтарын оҙон итеп һоноп ебәргән, күҙҙәре йомолған,ул саҡ ҡына ҡыбырлағандай итте лә ҡатып ҡалды. Моталлап уны барып тотҡайны, тертләп китте, себештең тәне ҡатып та өлгөргән, һыуынған.
– Үлгән ул, һал урынына, әйҙә, – тине лә әсәһе, себеште Моталлаптың ҡулынан тартып алып бүреккә ырғытты. Малайҙы етәкләп оло яҡҡа сыҡты. Шунан бер нәмә лә аңламаған Моталлаптың ҡулын теге ят ҡатындың ҡужырмаҡ ҡулына алып барып тотторҙо.
– Бына Моталлап, ул хәҙер һеҙҙең улығыҙ, – тигәс, ҡырҡа боролоп йоҡо бүлмәһенә сығып китте.
– Ну, Муталлапчик, айда кайтайык.
Ҡапыл ҡужырмаҡтан ысҡынып, малай әсәһе яғына йүгерҙе.
– Мин бер ҡайҙа ла ҡайтмайым, инәй, әйт уларға, мин бит өйҙә. Инәй, мин һинең менән ҡалам.
Әсәһенең муйынына сат йәбешкән малайҙы теге ир килеп айыра башланы.
– Инәй, миңә бер нинтәй ҙә мәмәй кәрәкмәй. Инәй, миңә һин кәрәк. Әйт уларға. Минең һинең улың булғым килә. Инәй, мин себештәрҙе лә ҡарайым, тауыҡтан соҡотмайым. – Таш кеүек ҡатҡан әсәһенең муйынынан Моталлапты айырып алған ир, уны күтәреп өйҙән алып сығып китте.
– Инәй, инәкәйем...Бирмә мине уларға, инә-ә-әй!!!

Ҡунаҡтар сығып китеүгә генә, йөрәген ваҡ өлөштәргә телгеләп, кәүҙәһен таш һынға әйләндергән Моталлаптың һуңғы һүҙҙәре Сәғирәнең аңына барып етте. Өйҙә ике мәйет кенә ҡалды: береһе-әле генә донъя менән хушлашҡан үле себеш, икенсеһе – “тере мәйет” булып ҡатҡан Сәғирә. Аҡтырнаҡ үҙәк өҙөп олоно, алыҫта кәкүк зарыҡты: Кә-күк... кә-күк...

 

Әлиә Саматова.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас