Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2022, 20:36

Республикала һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә

Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итте.

Республикала һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә
Республикала һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда температура -28 градусҡаса түбәнәйә. 22 ғинуарға ҡарай төндә термометр бағанаһы -18 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -7,-12 градусҡаса йылыта.

Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе ихтимал, тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.

Шәмбе Өфөлә елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етеүе мөмкин, төндә һауа температураһы -14,-16, ҡала ситендә -18,-20, көндөҙ -8,-10 градус һыуыҡ була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-21/v-bashkirii-ozhidaetsya-poholodanie-do-28-2663465

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас