Новости
23 Января 2022, 09:37

Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!

З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.

Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!

Шәп авторҙан – шәп китап!

Ошо көндәрҙә шағир, яҙыусы Рамай Ҡаһир үҙенең алтмышынсы ҡышын ҡаршылай. Талантлы авторыбыҙҙы ошо ҙур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ һәм уҡыусыларға уның балалар өсөн ижад ителгән “Балыҡсы итектәр” исемле матур ғына китабын тәҡдим итәбеҙ. Был китап менән кемдәр әле таныш түгел, тиҙерәк алып уҡырға кәңәш итәбеҙ. Матур-матур шиғырҙар, фәһемле һәм шәп хикәйәләр, күңел йылыһы менән һуғарылған бала саҡ хәтирәләре балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Китаптың һәр бите һәр әҫәргә ярашлы сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, уларҙың һәр береһендә тәрән мәғәнә ята. Баҫмала шулай уҡ башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланған.

"Йәштәр тауышы"

Тап ошо серия аҫтында нәшриәтебеҙҙә былтыр сыҡҡан матур шиғыр йыйынтыҡтары менән таныштырып үтмәксебеҙ. Бына улар – Әнүзә Ғиззәтуллинаның "Гәлсәр күңел", Нәркәс Ҡәйепҡолованың "Йыһанға бағып", Айрат Ғәлиевтең "Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө", Морат Солтандың " Төн йырсыһы" исемле китаптары. Уларҙың һәр береһендә ижад ителгән шиғырҙар яҡты, серле, сихрилыҡтары менән уҡыусыларҙың күңелен арбай. Авторҙарҙың йәшәйешкә, заманға булған ҡараштары, донъяуи ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре тураһында сағыла, мөхәббәткә, матурлыҡҡа дан йырлана. Ҡай берҙәрендә хатта мистика, кеше күңеленең, тормоштоң аңлашылмаған һәм серле яҡтары ла сағыла. Һәр береһе ошоларҙың барыһын түкмәй-сәсмәй уҡыусылар күңеленә еткерә алған. 

Үҫмер балаларға

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" китабын башҡорт һәм рус телдәрендә уҡырға була. Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесы бер нисә быуын балаларының мауығып уҡыған әҫәре. Ҡыҙырас менән Юлдаштың ябай ауыл тормошондағы мажаралы ваҡиғалары, бәләкәй генә шатлыҡтарҙы ла бала күҙлеге аша тойоу мөмкинлеге булыу уҡыусыны үҙенә ылыҡтыра. Бер тында уҡып сығырлыҡ ошо әҫәр балаларға һис шикһеҙ оҡшар.

Телде өйрәнеүселәргә – “Тел хикмәттәре”

Әкрәм Бейештең “Тел хикмәттәре” исемле йыйынтығында граммактик хеҙмәттәрҙең, әҙәбиәт менән матбуғат теленең рус теленә эйәреп, башҡорт тел ҡанундарын боҙған урындары, даими төҫ алған хаталары ҡарала һәм башҡорт грамматикаһына ғилми аңлатма бирелә. Ул уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм яҙышҡан  бөтә кешегә файҙалы әсбап була ала. Һүҙ һәм терминдарҙың ҡайһы берҙәре автор ҡулланғанса ҡалдырылды. 

Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы китап уҡыусыларҙың яратҡан баҫмаларына инә.
Яҙыусы "Ырғыҙ" романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе яҡтырта. Автор 1902 – 1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендәге тормошто күрһәтә. "Үҙенең ижады һәм тормошо менән быуындарҙан быуындарға ҡалырҙай тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт әҙәбиәтенең һәм милләтенең оло ғорурлығы, халҡыбыҙҙың рухи көсөн, ҡеүәтен, яҡты талантын раҫлаусы күркәм шәхестәребеҙҙең береһе", – тип яҙа Рәшит Шәкүр китаптың баш һүҙендә.

Был баҫмаларҙы нәшриәт магазиндарынан, kitap-ufa.ru сайты аша һатып алырға мөмкин.

 

Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Иғтибарығыҙға – яңы китаптар!
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас