Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2022, 22:36

Мәғариф һәм фән министрлығында вакцинация темаһына асыҡлыҡ индерҙеләр

«Вакцинация эшләтмәгән балалар өйҙән уҡыуға күсерелмәй. Улар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индереү хаҡында һүҙ бармай», — тине министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.

Мәғариф һәм фән министрлығында вакцинация темаһына асыҡлыҡ индерҙеләр
Мәғариф һәм фән министрлығында вакцинация темаһына асыҡлыҡ индерҙеләр

Башҡортостандың һәр муниципалитетында балаларына яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға теләк белдергән ата-әсәләр бар. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.

Чиновник һүҙҙәренсә, бөгөн үҫмерҙәрҙе вакцинациялау тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй. «Вакцинация эшләтмәгән балалар өйҙән уҡыуға күсерелмәй. Улар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индереү хаҡында һүҙ бармай», — тине министр урынбаҫары.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, вакцинация алдынан баланы педиатр тикшерә, уның хроник сирҙәр анамнезы өйрәнелә.

«Балалар ауыр сирләй. Беренсе һәм икенсе тулҡында үҫмерҙәр коронавирусты билдәләрһеҙ йәки еңел формала үткәрҙе, артабанғы тулҡында балаларҙы интенсив терапия бүлектәренә һалырға тура килде», — тине ул.

Прививка яһатҡан балаларға ҡағыҙ сертификат бирелә. Артабан бөтә мәғлүмәт берҙәм электрон базаға индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-25/v-minobre-bashkirii-prokommentirovali-sluhi-ob-ogranicheniyah-dlya-nevaktsinirovannyh-detey-2667741

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: