Бынан бик күп йылдар элек. Декабрь аҙағы. Мәктәптәрҙә уҡыу йылының яртыһы тамамланғас, шыршы байрамдары ойоштороп, уҡыусы балаларҙы ҡышҡы каникулға оҙата торған көн. Ҡаран шишмәһе ауылында ла байрам...
Бишенселә уҡыған Камилдың татлы хистәрҙән тулышҡан йөрәге башын күккә сөйҙө тиерһең. Шулай булмай. Беренсе сиректә лә, икенсеһендә лә уның хатта бер өсө лә сыҡманы. Көндәлегендә шау дүрт тә биш кенә. Ул ғына ла түгел, яҡшы өлгәшен маҡтап Фәнил Әсәновтың яңы китабын бүләк иттеләр уға. Шыршы байрамында Ҡыш бабай ҡосаҡлап арҡаһынан һөйҙө. Шуның еленән йөрәкһегән малай, мәктәп ятағына ҡайтып та тормай, байрам тамамланыу менән Рәйлә апаларына йүгерҙе.
Урамға килеп ингәс ул ишек алдында, соланға менә торған һикәлтәлә, бесән ҡауаҡтары һибелеп ятыуын күрҙе. Шунан бәй-бәй, нимә булды икән, әллә һарыҡтары бәрәсләгәнме тип, һаҡ ҡына ишек тотҡаһына үрелде. Өйҙә апаһы бәпес имеҙеп ултыра, ә ике йәшлек, Минсара пыр туҙып, бесәй балаһы менән иҙәндә йомғаҡ тәгәрәтеп уйнай.
– Тиҙерәк яба һал инде ишекте, һыуыҡ керетәһең бит! – тип апаһы шелтәле ҡараш ташланы. Ә ул шатлығын һыйҙыра алмай, ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып, яйлап ҡына килеп инде. Шул саҡ апаһының ризаһыҙ ҡарашына эләгеп, әрләнмәҫ элек тип, ишекте шартлатҡансы ябырға мәжбүр булды.
– Йә, артыңа буйың етмәйме әллә, ябылманы лаһа! Бабайҙар кеүек ҡутарылып өйҙө һыуытмаһаң, бәпәйҙе өшөтөп.
– Ҡаҡлыға ла китә, ябылмай. Әллә кеҙә һалып торайыммы?
– Кит, һапырый! Көпә көндөҙ кем кеҙә һалып ултыра икән, кеше көлдөрөп? Күҙең сыҡҡанмы әллә, ана бит, ишек тупһаһындағы тире шыуған...
Камил тупһала ятҡан һарыҡ тиреһен матурлап һалып ишекте ныҡлап япты ла:
– Апый, мин тиҙ генә сәй эсәм дә ҡайтып китәм. Һеҙҙә ашарым тип, ятаҡҡа инеп торманым. Шәүәли ағайҙан физкультурала үҙем йөрөгән мәктәп ҡалтағайын һорап алдым. Буйҙалы малайҙары: "Әйҙә, бергә ҡайтайыҡ", – тиһәләр ҙә бында йүгерҙем, Минсараны күреп ҡайтҡым килде, – тип ашығыс хәбәрен апаһына еткерҙе.
– Атаҡ-атаҡ! Нисек ҡайтаһың, төш ауа башлағанын күрмәйеңме әллә? Буйҙалыға барып етәңме юҡмы, эңер төшә башлай. Ә һиңә тағы ун алты саҡрым барырға. Кискә ҡаршы ҡош-ҡортҡа осрап ҡуйһаң, ай-һай?
Малайҙың яуабы ҡыҫҡа ине: урманда уның ҡурҡҡаны айыу ғына. Ҡышын улар табан ялап өңөндә генә ята. Тағы нимәнән ҡурҡырға, бүре маҙар беҙҙең яҡта булғаны юҡ, тип уйланы ул.
– Төшһә ни! Буйҙалыла Гөлйөҙөм апайымдарҙа ҡунам да иртә менән һыпыртам.
Ул арҡаһына йөкмәп килгән мәктәп сумкаһын иҫенә төшөрөп, унан матур төргәк сығарып Минсараға тотторҙо. Ҡыҙыҡай уны һә тигәнсе тағатып, бер ҡап печенье менән вафли сығарҙы. Ә ҡапһыҙ ғына һалынған ҡағыҙлы кәнфиттәр иҙәнгә ҡойолдо. Быны күргән апаһы:
– Ҡайҙан алдың, магазинданмы? Был һиңә туйымлыҡтыр шул, һорамай нитмәй былай-алай күп итеп алырға? Аҡса кем бирҙе?
– Бер кем дә. Ҡыш бабай быларҙы бөтәбеҙгә лә бирҙе ул. Уның көс еткеһеҙ тоғонан алып Ҡарһылыу таратты.
– Нисек, бушлаймы? Оялмайынса ниңә алдың һуң, аслы-туҡлы йөрөгән йәтим баламы ни һин?
– Сумкала тағы берәүһе бар әле.
– Тағы һорап алдың мәллә?
– Юҡсы, йырлап алдым.
Теге йырын апаһына ла йырлап ишеттергеһе килеп китте Камилдың. Ышанмаһа ышанһын! Тышта йөрөгәндә һәр ваҡыт үҙ алдына көйләп йөрөһә лә, өйҙә йырларға ояла шул. Йыр дәресендә генә йырлап өйрәнгән. Ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы эргәһендә лә тубыҡтары ҡалтырап нисек башларға, ниндәй йыр йырларға белмәй торҙо әле. Ниңә сыҡтым тигән көнгә төштө, тирләй башланы хатта. Үҙенә йыр ҡалмағанын уйламағайны. Дәрестә өйрәнгәндәрен башҡалар йырлап бөттө. Шунан ул ауылдағы ике туған апаһының гел генә йырлап йөрөгән йырын иҫенә төшөрҙө.
– Йырла-а-п, нисек йырлап? Йырлаған өсөн шул ҡәҙәр күп тәм-том бирәләр ти һиңә?
– Ысын. Ҡыш бабай иң шәп йырлаусыға айырым бүләк килтерҙем тип, теләгән беребеҙҙе йырлатып сыҡты. Берәм-берәм сығып әллә күпме кеше йырланы. Мин дә "Әтнә"не йырланым. Шунан ул: "Маладис, улым, яҡшы уҡыһаң, һинән шәп йырсы сыҡмаҡсы",- тип арҡамдан һөйҙө. Эй, сәпәкәй иттеләр ул.
Рәйлә ҡустыһына ҡатыраҡ бәрелеүенә үкенгәндәй:
– Әләйгәс, мин дә маладис, тим инде. Тик хәҙер ҡайтам тип уйлама ла, миңә ярҙам итерһең, эшем күп. Бөгәсә таңға табан һыйыр быҙауланы. Алай ҙа еҙнәң эшкә китеп өлгөрмәгәйне. Быҙауын ялатырға һыйырҙы өйгә керетешеп китте. – Ул ҡосағындағы бәпесенә ишаралап:
– Ошо шупылдаҡты имсәктән айыра алмай ыҙалап ултырам, алам тиһәм өҙә тешләй икән тип торам. Быҙау аҫтына бесән керетеп тә һалып булмай ҡасанан бирле.
Нишләһен Камил? Апаһы әйткәндәргә күнеүҙән башҡа сара юҡ. Ысынын әйткәндә, кискә торо юлға сығырға ул үҙе лә шөрләберәк тора ине... Әсәһе лә Ҡаран шишмәһенә оҙатҡанда, апайыңа барып ярҙам итеп йөрө, тип ныҡытҡайны.
– Мин хәҙер нишләйем икән? – тип апаһының күҙҙәренә ҡараны малай.
– Һин туғандарыңды ҡарап өйҙә генә ултырһаң да ярар, эште мин үҙем дә бөтөрәм. Һыйырҙы индереп имсәк осон быҙауына имеҙәм дә, ҡалғанын һауып алам. Еҙнәң ҡайтыуға ыуыҙ ҡоймағы бешереп, кәнфитләпҡоймаҡлап сәй эсербеҙ.
Килешә инде был Камилға. Һәләк ярата ул тел йоторлоҡ ыуыҙ ҡоймағын. Әсәһе лә һыйыр быҙаулаған һайын ҡойорға ярата уны...
...Төнөн ябалаҡ ҡар һибәләһә лә, иртән тороуҙарына болот таралып, күк йөҙө төпһөҙ зәп-зәңгәр төҫкә мансылғайны. Йәш ҡарҙан һуң була торған һауа һалҡынса, ләкин өшөрлөк түгел. Киреһенсә, тын алыуы рәхәт, саф һауаны үпкәң күпкәнсе һула ла һула әйҙә. Юл йөрөгән кешегә шунан артыҡ нимә кәрәк. Иртәнгене ашағас, еҙнәһе ҡалтағай митәһен быйма баштарына үлсәп йүнәтеп бирҙе. Камил йәһәтләп юлға сыҡты. Рәйлә апаһы Буйҙалыла ял итеп, тамағыңды туйҙырып кит тиһә лә, үҙ һүҙле малай унда туҡтап ваҡыт әрәм итеп тормаҫҡа булды. Икмәк ҡыйырсыҡтарының уртаһына ҡаймаҡ һылап, юлда кәрәкһә тип һалып алды. Ни тиһәң дә егерме дүрт саҡрым йүгерергә...
Ике сәғәт уҙҙымы юҡмы, тау битләүендәге Буйҙалы урамының тыҡрығынан ел уйнатып, һырғалап төшөп тә китте ул. Урам буйында йөрөүсөләрҙең күргәне күреп, күрмәгәне күрмәй ҙә ҡалды. Шулай ҙа тыҡрыҡ ҡаршыһындағы ихатанан мәкегә ат эсерергә сыҡҡан бер бабай күреп ҡалды уны. Тик ҡулын маңлайына ҡуйып оҙатып ҡалһа ла, кем малайы икәнлеген таныманы. Ул урман ауыҙына кереп юғалғас, кем балаһы был, ҡарауға ун йәштәрҙән дә уҙмаған яңғыҙ малайҙың ҡайҙа китеп барыуы икән тип, баш һелкеп тороп ҡалды.
Елмерҙәк аҫтына еткәнсе, утын-бесән ташыған таҡыр сана юлынан өс саҡрымлап араны тиҙ үтте ныҡыш малай. Тау төбөнә етәрәк сана юлы һулға ҡайырылды. Яҡында ғына кәбән бар ине көҙгө каникулға ҡайтҡанында. Ташып алғандар икән, күренмәй тип уйланы. Ә уға көрт йырып тағы ике саҡрымлап һыртҡа үрләргә кәрәк әле. Сана юлы киткән яҡҡа тағы боролоп ҡарағас, ни күрһен... Унда аттан да ҙур мышы кәбән төбөндә ҡалған бесәнде сапсый. Мышы йыртҡыс булмаһа ла, ҡапыл күреүҙән малайҙың ҡото китте шулай ҙа. Ә тегеһе минән ҡурҡмаһаң да була тигәндәй, тарбағай мөгөҙлө башын һелкеп, малай килгән яҡҡа боролоп ҡына ҡараны ла сапсыныуын белде. Шул саҡ яҡындағы ҡыу ағаста урман яңғыратҡан тумыртҡа тауышы Камилды уятып ебәргәндәй булды. Ул ҡурҡыуы баҫылып тыны иркенәйгәс, артабан үргә табан атланы. Һыртҡа яҡынайған һайын ҡар тәрәнәйҙе. Иҫке юл беленмәгәс, ул ағастарға сабылған сәптәрҙе юғалтмаҫҡа тырышып алға барҙы. Иң текә урынға еткәс, бер аҙым алға баҫам тип, ике аҙым артҡа шыуғылаған мәлдәре лә булды. Әммә ул ебеп төшкәндәрҙән түгел... Ашыҡҡан Камил бик иғтибар итмәһә лә, урманда шундай йәнлелек хөкөм итә. Бөтә ерҙә лә шаҡланып бөткән ҡуян юлдары. Яңғыҙ йөрөгән төлкө, һеләүһен эҙҙәре. Мышы юлдары ла күп... Ниндәй генә хайуандар юҡ ҡышҡы урманда. Барыһының да эҙҙәре ярылып ята. Һуҫар, тейен кеүектәре ағас баштарында. Уларҙың бындалығын ағас ботаҡтарынан ҡойолоп төшкән ҡар киҫәктәре белдерә.
Буйҙалыны үтеүенә сәғәт ярым самаһы ваҡыт уҙыуға, ниһәйәт, ул һыртҡа килеп сыҡты. Баш осонда күк ҡапҡасы асылып киткәндәй тойҙо ул, асыҡ һауаға ҡарап. Салт аяҙ. Был ваҡытта бик һирәк була торған һиллек солғаған тәбиғәтте. Елмерҙәктә бер ҡасан да булмағанса ағас ботаҡтарына ятҡан ҡарҙы һыпырып төшөрөрлөк тә ел юҡ, бында һырттың иң бейек урыны булһа ла. Зәңгәр күк шул тиклем яҡын, ҡалтағай таяғы менән төртөп тишерҙәй кеүек кенә. Ул Буйҙалы яғына боролоп ҡараны. Түбәндә, биш саҡрымдағы ауыл урамында бөжәк кеүек кенә кешеләр ҡымжыуын күреп, кисә ҡайтып киткән иптәштәрен сырамытҡандай булды. Шунан алға табан боролоп, бара торған юлына күҙ ташланы. Ялан ситенең буйынан буйы, ҡандай ҡыҙарып суҡ мышарҙар башын эйгән. Улар шул тиклем суҡ, хатта емештәренә көстәре етмәй бөгөлөп төшкәндәр. Ҡош-ҡорт ашап бөтөрөрлөк булмағас, урман ситен нағышлап, яланға әкиәти төҫ үреп ҡуйған улар. Ә яландағы, ағастарҙағы төнөн генә яуған йәш ҡар, сағыу ҡояшта емелдәп күҙ ҡамаштыра. Ҡышҡы урмандың сихри матурлығына мөкиббән китеп һоҡланып байтаҡ торҙо әле Камил. Киң һырттың ҡаршы яғындағы иң бейек урынында, ағастан ҡоролған бейек маяҡ тора. Уны ике сәғәт һайын Өфөнән Белоретҡа оса торған Ан-2 самолеттары аҙашмаһын өсөн ҡуйғандарын белә ул. Тағы берәүһе Камилдың ауылынан алыҫ түгел Болантором түбәһендә. Бужан тауында ла бар тиҙәр.
Әлегә беленер-беленмәҫ юл ситендәге ағастарға сабылған сәптәрҙе сәпкә ялғап, бик алыҫ та булмаған юлда йөрөгән Камил кеүек малайҙарҙың маяғы ҡайҙа икән? Малай ул турала уйламаһа ла, Ленин бабайҙың: "Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!" тигәнен хәтеренә яҡшы һеңдергән. Шуға күрә яҡшы уҡырға тырыша.
Мине онотма, тип асығыуын белдереп эсе көтөрләй башлағас, Камил ялан уртаһындағы шишмәгә табан китте. Бер ҡасан ҡоромай ҙа, туңмай ҙа торған шишмәлә туҡтап, һалып алған икмәген ебетеп ашап, ҡорһағының күңелен күрергә ваҡыт еткән. Юлының ҡалған ун саҡрымы түбән торо һырғалап ҡына ҡайтырлыҡ. Шулай булһа ла алыҫ әле. Шишмә янынан үткән һайын аптырай ул был тәбиғәт мөғжизәһенә. Нишләп йәй көнө теште ҡамаштырырлыҡ, ҡыш көнө йылы тойолған шишмә тауҙың иң бейек урынынан урғыла икән тип, күпме уйлаһа ла серен сисә алғаны юҡ әлегә...
Шишмә янындағы ҡайын төбөнә ултырып тәмләп-тәмләп икмәк көйшәй торғас, ҡолағына гәлсәр сыңы ишетелгәндәй булды. Был нимә икән, әллә ҡолағыма салынамы тип, тирә- яғына ҡаранды. Ләкин шикләнерлек бер нәмә лә күрмәй тынысланғас, кисәге шыршы байрамы шауҡымына бирелде. Әллә Ҡыш бабай юрағанса ысынлап та йырсы булып ҡарарғамы, атайым уҡытыусы булырһың тиһә лә? Үҙ алдына йырлай-йырлай ашап туйғас, һалынып төшкән ҡайын ботағына тотоноп торорорға булды. Шул саҡ йәш сауҡа гәлсәр тауышы сығарып, зиң-зиң итеп сыңлай башланы. Былай ҙа була икән тип ғәжәпләнерлек ине уға, сихри моңло сыңлауҙы ишетеү. Тороп баҫҡас сауҡаны һелкетеп ҡараны. Тағы шул уҡ зиң-зиң. Камилдың был мауыҡтырғыс көйҙө ташлап киткеһе лә килмәй башланы. Тик ҡайтырға кәрәк! Уның ҡарауы гәлсәр тауыштың сере сиселде. Баҡтиһәң, шишмә һыуынан күтәрелгән быу бөрсөктәре ағас ботаҡтарына ҡунып ваҡ ҡына тамсылар булып туңа ла, һелкенгәндә бер-береһенә ҡағылып сыңлайҙар имеш. Бына шундай ул мөғжизә тулы Елмерҙәк һырты! Ул тороп, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Һырттың икенсе яғына сыҡҡансы ике-өс йөҙ метр арауыҡ сауҡалыҡ үтергә кәрәк.
Унда ла ысын-ысындан мөғжизә көтә ине малайҙы. Йәш сауҡалар ауыр ҡарҙы күтәрә алмай бөгөләп төшкән. Ҡайһылары дуғалай бөгөлгән, ҡайһылары көйәнтә кеүек. Остары менән тәрән ҡарға ҡаҙалып, араларынан үтерлек юл да ҡалмаған. Камил елкәһенә ҡар төшөп сирҡандырһа ла, юлды кәртәләгән ағастарҙың ҡайһыныһын эйелеп, урап сығып булмаҫтайҙарының аҫтынан ятып сығып, үҙенең һуҡмағын тапты.
Килеп сыҡҡас, хәҙер был яғына һыпырам ғына, тип бер-ике аҙым баҫып та өлгөрмәне, ҡалтағайы аҫтынан фырр итеп, ҡор сығып осто. Икенсе аяғын күсереүенә – тағы берәү. Ун биш егерме метр арала нисә ҡорҙоң өҫтөнә баҫҡандыр, шуттан яҙҙы. Уларҙың нишләп ҡар аҫтында ятыуын белһә лә ҡурҡа башланы Камил. Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ күп бит. Артабан ҡайһы яҡтаныраҡ барырға икәнлеген уйлап торһа, ҡалтағайының арт яғын күтәреп, бер юлы ике ҡор осоп сыҡты. Ул алға табан йығылып, һуҙылып ятҡанын белмәй ҙә ҡалды. Шул саҡ ҡулы аҫтынан тағы бер ҡор килеп сыҡты. Осоп китмәҫ элек береһен булһа ла тотайым тип ҡойороғона йәбешкәйне, өлгөрмәй ҡалды, осоп ҡотолдо. Их, бәхет булманы, тип тороп баҫҡас, ҡулында ҡор ҡойроғонан өҙөлөп ҡалған ике бөртөк ҡауырһынды күрҙе...
Үкенмә, Камил! Алда мөғжизәле донъяның һин тарыясаҡ мажаралары башланып ҡына тора. Маҡсатыңа бара торған юлыңдағы маяғыңдан аҙашма ғына! Дөрөҫ юлдан барһаң, бәхет ҡошо мотлаҡ һинеке буласаҡ. "Алға!" тип теләге килә ныҡышмал Камилға.
Бер нисә минуттан ул Елмерҙәк битләүенән аҫҡа табан, йән-фарман үҙенең ауылы яғына елдерә ине...
Мансур Һиҙиәтов Белорет районы Һуйыр-Айыс ауылында тыуған. Уның бер нисә китабы донъя күргән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты. Хаҡлы ялда.