+6 °С
Ясно


1755 йылда Елизавета батша Мәскәү университетын ойоштороу хаҡындағы указға ҡул ҡуя, уҡыу йортона нигеҙ һалынған көн хәҙер бөтә Рәсәй студенттар көнө булараҡ билдәләнә. Студенттар көнө – йәштәр менән эшләүсе, улар менән күңел йылыһын, энтузиазмын бүлешеүсе, белеме, баһалап бөтөргөһөҙ тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы кешеләрҙең дә байрамы ул.
Студенттар һәр ваҡыт Рәсәй йәмғиәтенең алдынғы өлөшө булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Һис шикһеҙ, был йәшлек осоро – иң гүзәл миҙгел.