Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2022, 21:33

Балалы бисә (Хикәйә)

Айһылыу Юнысбаева үҙ әҫәрендә йәш уҡытыусы Асия образы аша уҡытыусылар тормошон, шәхси мөнәсәбәттәр, яҙмыш боролоштарын оҫта һынландырған. Бер тынала уҡыла торған был хикәйә күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Балалы бисә (Хикәйә)
Балалы бисә (Хикәйә)
Эшкә тырт-фырт ҡына килеп ингән Мәлгинәнең кәйефе юҡ икәнен әллә ҡайҙан һиҙергә була ине. Өҫтөндәге кейемен сисеп элгәс, көҙгө янына барып сәсен тараны, ирененә өҫтәп помадаһын йөрөткәс, тыҡ-тыҡ баҫып, баш һелкеп кенә иҫәнләшеп, берәүгә лә күтәрелеп ҡарамай, эш урынына барып ултырҙы. Бер килке сумкаһының төбөн аҡтарҙы, ручкаһын таба алмай йонсоно, тапҡас, ручкаһын өҫтәлгә һалды ла эйелеп салфетка менән туфлиен һөртә башланы. Сәғәтенә ҡарап алды. Дәрескә әле ун биш минут ваҡыт бар. Әҙерәк тын алдымы, баҫылдымы – тирә-яғына ҡарап коллегаларын теүәлләй башланы. Пеләш башлы историк Самат үҙ урынында, математик Вәли дәфтәр тикшереү менән мәшғүл. Барыһын да теүәлләп бөткәс, түҙмәне, китап уҡып ултырған Асияға ултырғысын яҡынайтып, ярым бышылдап, эсендәген бушата башланы.
– Ҡустым Морат кәләш алып ташланы. Шунда туйҙа йөрөнөк. Ике көнгә отгулды ла шуға алғайным.
– Ҡотлайым, Мәлгинә апай, әллә ҡасандан ҡустыңды эйәле -башлы итә алмай йонсой инең, бына ҡалай һәйбәт булған, йәштәр бәхетле булһындар, - тине Асия үҙ сиратында.
– Белмәйем, бәхетле булырмы, нимә булыр, ирҙән айырылған балалы бисә алып, бәхетле булһа ярай ҙа ул. Күпме әйттек, тыңламаны, кирегә бөткән нәмә бит. Юҡ, алһам, Риманы алам, алмаһам, өйләнмәйем тигәндән башҡаны әйтмәгәс, ҡайҙа бараһың, алып бирҙек. Иҫең китер, шул ирҙән айырылған бисәгә мәһәр һалып ултыра. Анау хәтле төҫө-башы менән, эшләгән эше, йәшәргә өйө булып бер ҡыҙ ҡарата алманы, әйтәгүр. Балалы бисәмен тимәй әле, алған бисәһе, танау өҫтөнән генә һөйләшеп, эре ҡыланған була. Сафлығын һаҡлап килгән ҡыҙмы ни? Әллә кем булып маташа. Уның һымаҡтар шулай була бит ул. Йүнле булһа, балаһы менән ире айырмаҫ ине...
Ярһып-ярһып Мәлгинә әллә нимәләр һөйләмәксе ине лә, ярай дәрескә инергә звонок шылтыраны. Кемуҙарҙан уҡытыусылар кластарға таралышты. Мәлгинә лә стеналағы көҙгөгә ҡарап, сәсен рәтләне, сумкаһын алып, теләр-теләмәҫ кенә класын эҙләп сығып китте. Эйе, звонок ваҡытһыҙыраҡ булды, эсендәге шеше шартлап бөтмәй ҡалды шикелле. Ирҙән айырылған балалы бисә. Ошо һүҙ Асияның дәрес бөткәнсе мейеһендә ҡайнаны. Мәлгинәгә асыуы ҡабарҙы. Иң яҡыны тормош башлап тора, бәхет теләп кенә ултырға ла бит, юҡ, йәнәһе лә балалы бисә, тағы етмәһә, ирҙән айырылған. . . Ирҙән айырылған бисә. Мәлгинәнең ошо һүҙҙәре коллегаһын ирекһеҙҙән үткәндәргә алып ҡайтты...
Асияның атаһы үҙенә уҡыу эләкмәй, ғүмер буйы ҡара эштә йөрөгәнгәме, ҡыҙҙарының барыһын да уҡытырға тырышты. Өс ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡҡас, атаһы дүртенсе ҡыҙы Асияны ла уҡытыусы һөнәренә уҡырға барырга күндерҙе. Баштараҡ Асия әхирәте Вәлимә менән шәфҡәт туташы булырға һүҙ ҡуйышып йөрөйҙәр ине. Әммә ҡулына аттестат алғас, атаһы менән документын пединститутҡа филология факультетына тапшырып ҡайтты. Биш йылдан ул ата-әсәһенең фатихаһы менән уҡытыусы һөнәренә эйә булды. Бахыр, атаһы үлеп киткәнсе:
– Минең ҡыҙҙарым бөтәһе лә уҡытыусы, үҙем уҡый алманым, аллаға шөкөр, ҡыҙҙарымды уҡыттым, хәләл көс менән, – тип ҡупырайыр ине урыны сыҡҡанда.
Асия уҡып сығып, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса алыҫ райондарҙың береһенә уҡытыусы итеп тәғәйенләнде. Тәҡәтһеҙ июль эҫеһенән һуң август башында ҡойма ямғырҙар башланды. Һыуға сарсаған ерҙе туйындырайым тигәндәй, аҙнанан ашыу яуҙы ла яуҙы. Шунан ҡапыл ғына аяҙытып ебәрҙе.
Асия августың урталарында эшкә юлланды. Ауылдарына автобус йөрөмәү сәбәпле, атаһы Хәниф ағай, ат арбаһына ике ауыр сумаҙан тейәп, ҡыҙын күрше ауылға оҙата барҙы. Поездан автобусҡа, автобустан попуткала тигәндәй меңәр саҡрым юл үтеп, өсөнсө көнгә генә тәғәйенләнгән районға кискә генә килеп төштө Асия. Йәйҙең илай-илай көҙгә тартылған мәле. Һалҡынса ваҡ ямғыр һибәләй, аяҡ аҫты ҡойо, бысраҡ. Еңелсә генә кейенгән Асия автовокзал эргәһендәге эскәмйәгә сумаҙанын ҡуйҙы, ҡулына тотҡан сумкаһынан алып ҡалын кофтаһын кейҙе. Автовокзал аулаҡ. Ете-ят ер. Ҡайҙа барырға? Инде РОНО тирәһендә кеше юҡтыр, эш сәғәте күптән бөткән. Гостинацаны табып шунда ҡунмаһа? Дөрөҫөн әйткәндә, студент саҡта бер нисә иптәш ҡыҙына йөрөгәнен иҫәпкә алмағанда, Асияның алыҫ араға яңғыҙы йөрөгәне лә юҡ. Бөтә нәмә ят, бер кем таныш түгел. Ҡурҡып, ҡаушап баҡты ул тирә-яғына. Әллә көндөң һыуығы ҡалтыраттымы, әллә ҡурҡыумы – ҡыҙ дерелдәп ҡуйҙы. Бер килке ҡарап торғандан һуң, бөтә ҡыйыулығын йыйып, арба менән һыу һөйрәп килгән оло ғына ағайҙан гостиницаны һорарға булды.
– Гостиница был тирәлә түгел шул, ҡыҙым, тегеләй үргә менергә кәрәк, алыҫтан киләһеңдер инде, әйберҙәрең дә ауыр ғына, хәҙер ошо юлға төш тә өҫкә менгәнсе юлды ташлама, менгәс тә һул яҡта ҡыҙыл кирбесле йорт ултырыр, шул гостиница булыр, – тип аңлатҡас, сумкаһын аҫып, ике ҡулға ике сумаҙан тотоп Асия үргә атланы.
Был йәш, һөймәләкле генә, бөҙрә сәсле ҡыҙҙы ныҡ йәлләнеме – оло ағай арыуыҡ Асияны күҙе менән оҙатты. Ҡыҙҙы эшкә район үҙәгенән егерме саҡрымдай алыҫлыҡтағы ауылға тәғәйенләнеләр. Завроно сал сәсле оло ғына йәштәге ағай, үҙе һуғыш ветераны, бик итәғәтле, ипле генә һөйләште Асия менән.
– Ауылға автобус-маҙар йөрөмәй, колхоздың берәй техникаһын белешәм, килеп алырҙар, – тине.
Асиянан башҡа ла бында төрлө яҡтан, төрлө уҡыу йорто бөтөп, эшкә йәш специалистар килгәндәр. Ҡайһылары икешәре бер ауылға тәғәйенләнде. Асияның миңә лә иптәш булмаҫмы тигән өмөтө, бушҡа булды. Төш үткәнсе бер ниндәй техника булманы. Ярай роноға яҡын ашхана булған, башҡалар менән
шунда барып, тамаҡ ялғап килһә – бер олораҡ йыуантыҡ ҡына ағай:
– Кемегеҙ Юрғаштыға, әйҙәгеҙ минең менән, – тигәс, Асия мин, тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шулай итеп, йөк машинаһына сумаҙанын тейәп, үҙе шофер янына ултырып, Юрғаштыға юл тоттолар. Шофер йыуантыҡ булһа ла үҙе етеҙ генә. Уйламай ҙа һикереп менә кабинаға, өҫтәүенә шаян, мурт һүҙле ағай.
Кабинаға инеп ултырғас:
– Мин Фәнил ағайың булырмын, һеҙҙе йыраҡтан килгән уҡытыусы тип әйткәйнеләр, исемегеҙ кем була?
Ҡыҙ ҡыйыуһыҙ ғына, башын бороп:
– Асия булам, – тине.
Шофер шофер инде, юлда йөрөп йышылған, кешеләр менән һөйләшергә лә өйрәнеп бөткән. Уңайһыҙланып ҡына оялып ултырған Асиянан да ҡайҙа уҡыуын, ҡайһы райондан, ата-әсәһе бармы-юҡмы икәнен Юрғаштыға еткәнсе һорашып, белешеп тә бөттө. Мәктәп директоры командировкала булыу сәбәпле, Асияны мәктәптең завучы ҡаршы алды. Күрәһең, алдан хәбәр иткәндәрҙер. Завуч, уҙа барһа, яңы утыҙын тултырғандыр. Ҡарамаҡҡа алсаҡ, матур ғына йөҙлө, һылыу ҡатын үҙен;
– Мин Фирая Агзамовна булам, – тип таныштырҙы.
Асияның ҡайҙан, нисек килеп етеүен һорашты ла:
– Күреп торам, инде нисәнсе көн юлда, арығанһығыҙ, мәктәптән алыҫ түгел, аҫтараҡ, һеҙгә квартира әҙерләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер мин һеҙҙе шунда урынлаштырайым. Хужабикә һеҙҙе көтөп тора. Мәктәп менән иртәгә танышырбыҙ. Фатима әбейҙең быйыл яҙ ғына ҡарты мәрхүм булып ҡалды. Балалары инде янында юҡ, ситтәләр. Яңғыҙыма ҡыйын, берәй ҡыҙ-ҡырҡын килһә, миңә индерерһегеҙ, тип алдан әйтә йөрөгәйне. Бик грамотный, аҡыллы әбей. Бабайы ла оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Өйө ҙур, иркен. Мул, етеш йәшәй, – тип юлда барғанда Асияны таныштырып та бөтмәне, Фатима әбейҙең ысынлап та "мин бында" тип ҡысҡырып, балҡып ултырған ҙур, иркен йортона килеп тә еттеләр.
Ҡарамаҡҡа уҫал, ҡырыҫ ҡына күренгән Фатима әбейҙән Асия бер аҙ шөрләп ҡуйҙы. Фирая Агзамовна менән һөйләшеп торғанда уҡ күҙҙәре менән Асияны һәрмәп сыҡты буғай. Бер аҙ урамда торғас, һомғол буйлы, ҡара бөҙрә толомло, килешле генә кәүҙәле, ҙур күҙле, һөйкөмлө ҡыҙ оҡшап ҡалдымы, әллә арыуы йөҙөнә сығып, ике ҡулға ике сумаҙан тотоп йонсоп торған ҡыҙ йәл булдымы – әйҙүкләп өйөнә саҡырҙы. Урамға килеп ингәс тә бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ күҙгә салына. Бөтә нәмә үҙ урынында. Тупһа һап-һары итеп ҡырып йыуылған. Ҡапҡанан тупһаға тиклем яҫы таҡтанан баҫма һалынған. Бер ерҙә лә артыҡ нәмә юҡ, бөтә нәмә үҙ урынында. Ошо бөхтәлек өйгә ингәнсе оҙатты. Ихата алды шау сәскә булһа, өйгә ингәс, Асия гөлдәрҙең күплегенә хайран ҡалды. Үрелеп үҫкән, шау сәскәгә күмелгән гөлдәр эргәһендә, ағас бейеклегендәге гөлдәр өйҙөң биҙәге булып, хужаһының уңғанлығын иҫбат итеп ултыралар.
Фатима әбей үҙе төҫкә-башҡа күркәм, аҡ сырайлы, етеҙ, ҡупшы ғына кәүҙәле, моғайын, йәш сағында ла матур булғандыр. Һәр ерҙә тәртип, өй эсенә тәмле бәлеш еҫе таралған. Юл ғазабы – гүр ғазабы, тип боронғолар бушҡа әйтмәгәндер инде. Ҡыҙ ҡулындағы сумаҙанын үҙенә тәғәйен бүлмәгә индереп ултыртҡас ҡына еңел тын алып ҡуйҙы. Ул арала йүгереп йөрөп, Фатима әбей өҫтәл әҙерләне, Асияны өҫтәлгә саҡырҙы. Ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланы әбей квартирант ҡыҙын. Шул арыуыҡта ырыу-затын, ҡайһы яҡтан булыуы, ҡайҙа уҡыуы тураһында мәғлүмәт алып та өлгөрҙө. Яғып әҙерләп ҡуйған мунсаһына ҡыҙҙы оҙатып барҙы Фатима әбей. Уныһын-быныһын күрһәтеп, сабынырға япрағына хәтле әҙерләп, сығып китте. Мунса инеп сығыуына Фатимә әбей айран әҙерләп ҡуйған. Анау хәтле оҙон юлдан был тиклем тәрбиәне күргәс, арығанлығы ла онотолдо. Ял итергә бүлмәһенә инде. Оло тәҙрәле, йыйнаҡ ҡына бүлмә, тәҙрә төбөндә ике төрлө яран гөлө шау сәскәлә ултыра. Бүлмәлә йәтеш кенә өҫтәл, артында ҡыйбатлы йомшаҡ ултырғыс, комод, көҙгөлө шифоньер. Бөтә нәмә үҙ урынында. Карауатта йәтеш кенә мендәр. Ошо бәләкәй генә мөйөш күңелен арбаны ҡыҙҙың, күңеленә ятты.
Иртәгеһенә йоҡоһо туйып, ял итеп уянды. Бер килке өйҙәгеләрен уйлап:
– Нимә эшләйҙәр икән, мине уйлап борсолаларҙыр, бөгөн үк хат яҙып һалырға кәрәк, – тип уйланы. Ишек асылып ябылды. Фатима әбей һыйырын көтөүгә оҙатып инде буғай. Бер аҙ ятты ла Асия тороп ултырып сәсен тәрбиәләргә кереште. Ҡалын оҙон сәсен бүлеп-бүлеп тараны. Үҙенән-үҙе тулҡынланып, нисек һалһа, шулай ятҡан сәс – Асияның ҙур байлығы. Ҡайсы тигеҙгәне юҡ сәсенә. Һәр ваҡыт тәрбиәләп, матур итеп тоторға бала саҡтан әсәһе өйрәтте. Уҡыған саҡта бер аҙ ҡойолоп яфаланы. Ауылда саҡта сәсенә тик эркет һыуы ғына ҡулланғайны. Ҡаланың һыуына, шампундәргә өйрәнгәнсе ҡыйын булды. Бөгөн дә тәрбиәләп бөткәс, берҙән бушаҡ ҡына итеп үрҙе лә, осона сәсүрмес ҡуйҙы. Ҡуйы, оҙон толом, бөҙрә булғас, бик таралып та бармай. Кешенең күҙе теймәһен өсөн, әсәһе бетеү формаһында көмөштән сәсүрмес эшләтеп биргәйне. Ҡойолған сәстәрен йыйып сумкаһынан шыптыр алып шунда һалды. Урынын йыйҙы. Сумаҙанынан эшкә кейергә күлдәк ҡарап алды. Алғы өйҙән Фатима әбей тауышы ишетелде:
– Асия, торҙоңмо, торһаң йыуынып ал да әйҙә иртәнге сәйҙе эсеп алайыҡ. Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡаймаҡ айырттым. Картуфты төшкә бешерермен, – тип сәйгә саҡырҙы. Сәй эсә торған ер күңелле генә. Ҡаршыла тәҙрә. Ап-аҡ селтәр менән шау сәскәле матур шаршау ҡуйылған. Өҫтәлдең клеенкаһы шаршау менән бер төҫтә. Тәҙрәнән ҡаршылағы тау, урман һырты, йылғаға төшкән һуҡмаҡты күҙәтеү йәтеш икән. Асия йыуынып, Фатима әбей менән тәмле итеп сәй эсте лә эшкә йыйынды.
Әбей фатихаһын биреп, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып килде, ҡайҙан йөрөргә юл күрһәтеп, эшкә оҙатты.
Бына шулай башланып китте Асияның хеҙмәт юлы. Әкренләп коллективҡа, шунан ауылға өйрәнде. Ауыл бик матур ерҙә тауҙар ҡосағына урынлашҡан. Тау аҫтынан ҙур ғына йылға ауылды икегә бүлеп ята. Өйҙәр матур, төҙөк. Ауылға ингән ерҙә генә шишмә. Коллективта тәжрибәле уҡытыусылар Асияны яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Мәктәптең директоры йәш, өйләнмәгән Рәмис исемле егет. Ойоштороусы Зилә, тағы хеҙмәт уҡытыусыһы Наилә өсөнсө йыл эшләйҙәр. Улар ҙа квартирала йәшәйҙәр икән. Әле кейәүгә сыҡмағандар. Урта мәктәп булғас, коллектив ҙур ғына. Асияны 8-се класҡа етәксе итеп ҡуйҙылар. Сентябрҙең бер-ике аҙнаһы ойоштороу эше менән үтте. Йылда етәкселәре алышынып торған 8-се класс тәүҙәрәк баш бирмәйерәк маташты. Класта егеттәр һан яғынан күберәк булһалар ҙа бөтә эштә лә ситтә ҡалыуҙы хуп күрәләр, дүрт ҡыҙ класс өсөн янып-көйөп йөрөй. Асия башкөллө мәктәп эшенә сумды. Белмәгәнен тәжрибәле уҡытыусыларҙан һораны, методик әсбаптар уҡыны. Класы менән көҙгө поход ойошторҙо, баҫыу эшенә лә бергә йөрөнө. Тәүҙә сит-ят булһалар ҙа тора бара Асия класҡа, класс Асияға әкренләп эйәләшә барҙы.
Ҡыҙ эшенән ҡәнәғәт ине, өйҙән хат алып ҡыуанды, шунда уҡ уларға яуап хаты ла ебәрҙе. Хатына үҙе өсөн борсолмауҙарын, мөмкинселек булһа, каникулға ҡайтып, ҡышҡы кейемдәрен алып китермен, тип яҙҙы.
Баштараҡ мәктәпкә икеләнеп кенә, ҡурҡыңҡырап килһә лә әкренләп өйрәнде. Класындағы ҡыҙҙар апайҙарын күреүгә янына килеп етә һалалар, шунда уҡ хәбәр менән һыйларға тотоналар. Тиҫкәре генә күренгән малайҙар ҙа йәш, матур, ипле генә һөйләшкән уҡытыусыларына әкренләп ылыға башланы.
Тәбиғәттә алтын көҙ батшалыҡ итә. Тирә-яҡтағы сағыу төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Иртәле-кисле һыуытып ҡырау төшһә лә көндөҙ ҡояш нурҙары көллөһөн кинәндерә. Баҡсаларҙа һуңғы уңыш йыйыла. Кешеләр кемуҙарҙан картуф алыуға керешеп китте. Ял көнөндә Асия менән Фатима әбей ҙә картуф алды. Сортҡа бүлеп баҙға урынлаштырып та ҡуйҙылар. Фатима әбей аш–һыуға таҙа, тәмле итеп әҙерләй. Мәктәп буйынса ла беренсе кәңәшсе. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар тураһында белешмә бирә. Бер ҡыҙы мәктәптә эшләп киткән икән, шуға уҡытыусыларҙы ла яҡшы белә. Күп кәңәштәре урынлы. Мәктәптән ҡайтҡас, Асия әбейҙең көн аша иҙәнен һөртә, колонканан һыу ташый. Хужабикә үҙе бик эш ҡушып бармай. Ипле, мөләйем, йылмайып ҡына һөйләшкән матур ҡыҙ күңеленә үтеп инде шикелле Фатима әбейҙең.
Мәктәп директоры Рәмис Хәмитович икенсе йыл етәкләй икән Юрғашты мәктәбен. Үҙе сығышы менән күрше Ҡаратамаҡтан. Мәктәп квартираһында йәшәһә лә, күберәген ауылына ҡайтып йөрөй. Ҡарамаҡҡа күркәм, оҙон ғына буйлы, ас яңаҡлы, аҡ йөҙлө, фырт ҡына кейенгән, үҙенең баһаһын белеп кенә һөйләшкән егет.
Беренсе тапҡыр күргәндә Асия егеттең үткер ҡарашынан, уңайһыҙланып тотлоғоп тигәндәй, саҡ һөйләште. Тәү күргәндә үк ҡарашы менән йотто ул Асияны. Ҡыҙ ныҡ уңайһыҙланды, хатта бер аҙ шөрләне лә. Үҙе география фәнен уҡыта икән. Үткер ҡараш ныҡ өркөттө Асияны. Шуға күрә уҡытыусылар кәңәшмәһендә, оперативкаларҙа ситкәрәк, күренмәйерәк, арттараҡ ултырырға тырыша ҡыҙ. Шулай ҙа үҙен үткер ҡараштың ҡайҙан да эләктереп алыуын тоя, барыбер. Бер көн шулай уйламағанда ҡаршыға осраны ла:
– Асия Хәнифовна, миңә инеп сығығыҙ әле, – тигәс, уңайһыҙланып ҡына директор кабинетының ишеген тартты. Йәтеш кенә, ыҡсым бүлмәлә уртаса ҙурлыҡта тәҙрә, матур шторалар.
Ингәс тә ҡыйыуһыҙ ғына:
– Һаумыһығыҙ, – тигән булды. Ҡыҙҙы күреү менән телефондан һөйләшеп ултырған директор һикереп торҙо, Асияға ултырғыс тәҡдим итте.
– Асия Хәнифовна, эштәр нисек бара әле? Өйрәнеп буламы? Уҡыусылар тыңлашамы? Нисек урынлаштығыҙ, квартирағыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Хужабикә артыҡ мыжыҡ түгелме? – тип һорауҙарға күмеп ташланы.
– Әгәр ҡәнәғәт булмаһағыҙ, мәктәп өйөнөң икенсе яғы буш тора. Әҙ генә ремонт кәрәк инде. Бик булмаһа, егеттәрҙе ҡушам ремонтларға. Ҡыҙҙар менән шунда күсерһегеҙ, – тип Асияның күҙҙәрен эҙләне.
– Юҡ-юҡ, Рәмис Хәмитович, бөтәһе лә һәйбәт. Квартира менән дә ҡәнәғәтмен. Фатима әбей миңә оҡшай. Уҡыусылар менән дә уртаҡ тел таптыҡ. Хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт, борсолмағыҙ, – тип саҡ яуап бирҙе Асия ҡараштарын йәшерә-йәшерә.
– Асия Хәнифовна, беҙҙең коллективҡа ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә концерт ҡуйырға кәрәк клубта. Ҡара-ҡаршы концерт ҡуйыу күп йылдар инде традицияға әйләнгән ауылда. Ауыл халҡы уҡытыусылар көнөндә сығыш яһай. Беҙгә яуап концерты менән сығыш яһарға тура киләсәк. Йәш кеше булараҡ, ошо концертты ойоштороуҙы мин һеҙгә йөкмәтергә уйлайым. Ҡаршы килмәҫһегеҙме?
Асия эш ҡушыуҙан бигерәк, Рәмистең шул тиклем яндырайлы ҡарашынан ҡаушаны, бер аҙға юғалып ҡалды.
– Белмәйем шул, булдыра алырмын микән, Зилә Айратовна менән Нәйлә Римовна коллективты белә бит, бәлки, уларға әйтергә кәрәктер?
– Эйе, улар менән берлектә инде, тик бына программа, репетицияларға белдереү төҙөү, концертты алып барыу өсөн яуаплылыҡты һеҙгә тапшырабыҙ. Тағы ла һеҙҙе моңло йырлай икән, тип ишеттергәйнеләр. Ышанам һеҙгә, иртәгәнән башлайыҡ репетицияларҙы. Аҙна-ун көндә бына тигән концерт көтәм һеҙҙән, – тигәс, Асия:
– Ярай, тырышырмын, китергә мөмөкинме? – тип тиҙерәк сығыу яғын ҡараны.
Йөкмәткеле матур концерт ҡуйҙылар ауыл эшсәндәре көнөнә. Асияға ойоштороу эше оҡшаны. Уҡыған саҡта бейеү түңәрәгендә йөрөү ҙә бушҡа булмаған икән. Йәштәргә парлы, ҡатын-ҡыҙҙарға лирик бейеүҙе үҙе һалды. Коллективта талантлы кешеләрҙең күплеге хайран итте ҡыҙҙы. Тарих уҡытыусыһы халыҡ йырҙарын йырлаһа, физика дәрестәрен уҡытҡан Харис Мансур улы эстрада йырҙарын үҙ итә икән.
Асияның әсәһе халыҡ йырына маһир. Ошо маһирлыҡ бөтә ҡыҙҙарына ла күскән. Апайҙары ла, Асия ла йырлай. Мәктәптә уҡығанда ла, студент сағында ла сәхнә ҡыҙҙыҡы булды. Бигерәк тә ҡыҙ халыҡ йырҙарына ғашиҡ. Концертта ул “Сыбай ҡашҡа”ны йырлап барыһын да матур, моңло тауышы менән әсир итте. Концерт ҡыҙҙы коллективҡа, ауыл халҡына тағы ла яҡынайтты. Ауыл халҡы ла уҡытыусылар ҙа концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды. Асияның матур итеп концертты алып барыуы, оҫта бейеүе, моңло йыры тамашасыларҙың күңеленә май булып ятты. Концерт алдынан ҡотлау һүҙҙәре генә әйтеп, концертты тамашасы залында күҙәтеп ултырған директор Рәмис Хәмитович, концерт бөтөү менән, сәхнәгә килеп менде. Коллективҡа рәхмәт әйтеп, Асияға боролдо ла:
– Асия Хәнифовна, һеҙ йырсы ғына түгел, оҫта бейеүсе, алып барыусы ла икәнһегеҙ. Рәхмәт. Тамашасы залынан күптәр һеҙгә ғашиҡ булды, шул иҫәптән мин дә. Асия, уңайһыҙланып:
– Коллективҡа рәхмәт, бөгөнгө концерт булмаһа, мин ниндәй таланттар араһында йөрөгәнемде белмәҫ инем. Ышанып, мине ойоштороусы итеп ҡуйыуығыҙ өсөн һеҙгә лә рәхмәт.
Шулай ҙа концерттың төп тәнҡитсеһе Фатима әбей булды. Ҡайтҡас, һәр бер сығышты маҡтап ауыҙ һыуы ҡороно.
– Йырың шул тиклем оҡшағайны, әллә ни эшләп берҙе генә йырланың да ҡуйҙың, халыҡ геү килеп ҡул сапты. Мин ни үҙ ҡыҙыммы ни, әллә кем булып ултырҙым, һин сәхнәгә сыҡҡан һайын. Инде һине һорашҡаны ҡайҙа, һөйләүеңде лә оҡшаттылар. Артта Сәмиғә ултыра маһайып, минең баламдың уҡытыусыһы, тигән булып. Хатта ғына матур концерт ҡуйҙығыҙ. Ҡыҙҙар араһында барыбер ҙә иң матуры һин инең. Кейгән күлдәктәрең кәүҙәңә килешеп тора бит әле. Сәсеңә теймә, ыштубы. Күҙ генә теймәһен тип ултырҙым, аҫтан ҡарап. Анау Нәйләгеҙҙең ни кәүҙә, ни төҫ-баш тигәндәй, Зиләгеҙҙең төҫө-башы арыу һымаҡ та, аяғы ҡамыт, күҙе сипыҡ. Хәҙисәнең дә сағыу матурлығы юҡ. Береһе лә минең ҡыҙға етмәй, тип ултырҙым әле, – тип Фатима әбей теле-телгә йоҡмай, кинәнеп бер булды.
Концерттың икенсе көнөнә дәрестәр бөткәс, дәфтәр тикшереп ҡайтырға булды Асия. Ҡапыл ишекте асып Рәмис Хәмитович килеп инеүгә, терт итеп ҡалды ҡыҙ.
– Һаумыһығыҙ, Асия Хәнифовна! Хәлдәр нисек? Дәфтәр тикшерәбеҙме? Иртәгә ял, бөгөн мин һеҙҙе спектаклгә саҡырырға ингән инем. Районға Өфө артистары спектакль алып килгән. Киске етелә башлана. Моғайын, ҡаршы килмәҫһегеҙ? – тип ут күҙҙәрен ҡыҙға төбәне.
– Рәхмәт, мин бара алмайым, Фатима әбей мунса яғам ти ине.
– Улайһа, мин хәҙер Фатима әбейҙән үҙем һорап алып китәм. Тик һеҙҙең теләк кәрәк, – тип ныҡышты Рәмис Хәмитович. – Һеҙ бит филолог, сәхнә әҫәрҙәре менән дә таныш булырға тейеш, шулай түгелме, Асия Хәнифовна. Һеҙ ни өсөндөр минән күҙегеҙҙе йәшерәһегеҙ, гел ситкә ҡарап һөйләшәһегеҙ. Ниңә, мин шундай йәмһеҙ, ҡарағыһыҙ кешеменме ни? Бына әле лә тик дәфтәргә ҡарап ҡына һөйләшәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, күҙгә-күҙ ҡарап матур ғына һөйләшәйек әле, Асия Хәнифовна. Беҙ бит инде бала-саға йәшенән уҙғанбыҙ. Һеҙгә бер нисә һорау бирергә мөмкинме, ниңә өндәшмәйһегеҙ?
Асия әкрен генә башын күтәреп беренсе тапҡыр бөтә көсөн йыйып Рәмис Хәмитовичҡа баҡты. Зәп-зәңгәр күҙҙәр ҡыҙҙы үтәнән-үтә тишеп ҡарай. Килешле буй-һын. Илерткес хушбуй еҫе. Үҙ-үҙен яратҡан, үҙенә ышанған, баһалы ир-атты шәйләне уның янып торған күҙҙәренән.
– Асия Хәнифовна, уратып-суратып тормайым, һеҙ мине беренсе күреүҙә үк ғашиҡ иттегеҙ. Бына шунан алып мин хәҙер хыялыйға әйләндем. Әгәр хистәремде һеҙҙең менән бүлешмәһәм, мин ысынлап хыялыйға әйләнәсәкмен. Концерттан һуң, һеҙҙе уйлап, бөтөнләй төн йоҡоларынан мәхрүм булдым. Ҡыҫҡаһы, йыраҡтан килгән ҡыҙ әсир итте мине үҙенә. Асия Хәнифовна, миңә икәү һөйләшкәндә Асия тип өндәшергә рөхсәт итегеҙ әле, ә минең үҙемә Рәмис кенә тип әйтһәгеҙ ҙә була. Мин риза. – Бер аҙ тынып торғандан һуң Рәмис:
– Асия, мин һөйөү тулы йөрәгемде һеҙгә тәҡдим итәм, зинһар, кире ҡаҡмағыҙ инде.
Асия был татлы һүҙҙәрҙең ҡайһыныһын ишетте, ҡайһыныһын юҡ тигәндәй, бер аҙ текләп торҙо ла керпеген аҫҡа төшөрҙө. Ҡасандыр үҙе менән дуҫлашып, армияға оҙатҡан класташ егете Уралды иҫенә төшөрҙө. Өс йыл дуҫлашып, бергә булырға вәғәҙәләшеп, армияға оҙатты. Хаттар йөрөнө ике арала. Ҡайтырға ике ай ҡалғас, Уралдан башҡаса хат яҙмаҫҡа ҡушылған һуңғы хатты алып ғәрләнеп, аҫылыныр хәлгә етеүе күҙ алдына килде. Эйе, күп тә тормай Урал армиянан ҡайтты ла ут күршеһе Сәлимәгә өйләнеп, Себер яҡтарына сығып китте. Бала саҡтан Асияның, сәсенә, яҡшы уҡыуына, һылыулығына көнләшеп бер булған үҙенән бер йәшкә кесе Сәлимә, теләгенә иреште. Асия тураһында юҡ-бар ғәйбәт яҙып, Уралды үҙенә өйләндерҙе тиһәң дә була. Хәҙер йылына бер отпускыға ҡайталар, малай үҫтерәләр. Урал менән Асия инде нисә йыл осрашҡандары юҡ. ИндеУралға ҡарата ҡыҙҙың йөрәгендә һөйөү яраһынан башҡа бер ни ҡалмаған. Күргеһе лә, осрашҡыһы ла килмәй. Студент саҡта йөрәген яуларға тырышыусыларға бик асылып барманы, яҡын да ебәрмәне. Кем әйтмешләй, бер ауыҙың бешһә-өрөп ҡабаһың икән ул. Уралдың хыянатын ауыр кисерҙе ҡыҙ.
– Спектаклгә саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, дөрөҫ әйтәгеҙ, уҡытыусы, бигерәк тә әҙәбиәт уҡытыусыһы, сәхнә әҫәрҙәрен белергә тейеш, әммә бөгөн мин бара алмайым. Мине саҡырырҙан алда минең менән кәңәшләшһәгеҙ арыу булыр ине. Бөгөн минең планлаштырған эштәрем бар, ғәфү итегеҙ, – тип Асия был юлы Рәмистең күҙҙәренә ҡараны.
– Ярай , Асия, аңланым һеҙҙе, ғәйеп миндә, алдан һөйләшергә кәрәк булған, икенсе ваҡыт мотлаҡ һеҙҙең менән кәңәшләшермен. Улайһа, бөгөн мин һеҙҙе өйөгөҙгә тиклем оҙатып ҡуяйым әле, –  тип ултырғысын яҡыныраҡ шылдырҙы ҡыҙ эргәһенә.
– Миңә йыраҡ түгел ҡайтырға, юл аша ғына сығаһы.
– Асия, шулай ҙа миңә өҙөп кенә әйт әле, минең менән осрашыуға ризаһыңмы? Ниңә шулай миңә шикләнеп ҡарайһың? Мин бит ысын күңелдән, аңлайһыңмы шуны, беҙ бит инде бала йәшендә түгел. Асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек.
– Эйе, аңланым һеҙҙең ниәтте. Мин уйлайым әле, зинһар ашыҡтырмағыҙ, – тип сумкаһына әйберҙәрен һала башлағайны, шул саҡ көслө ҡулдары менән Асияны Рәмис үҙенә тартты. Егеттең эҫе тыны ҡыҙға килеп бәрелде. Егет Асияның толомдары буйлап ҡулын йөрөттө, биттәренә төшөп торған бөҙрәләрен һыйпаны.
– Бындай толомдарҙы беренсе тапҡыр күрәм, уны нисек үҫтерҙең, Асия? – Рәмистең был ҡыланышынан ҡыҙ бер аҙға албырғап ҡалды, тыны ҡурылды. Ҡойолоп төштө.
– Рәмис Хәмитович, берәйһе килеп инһә, әллә нимә уйлауы бар, зинһар, мине ебәрегеҙ әле, ҡайтырға кәрәк, – тип ынтылғайны, егеттең көслө ҡулдары уны үҙенә һеңдерә тартты.
– Нимә эшләйһегеҙ ул, иптәш директор, был бит мәктәп, берәйһе күреп ҡалһа, һеҙ үҙ аҡылығыҙҙамы ул?–  тине аҙарынып. Ысҡынырға күпме генә талпынып ҡараһа ла, көслө ҡулдарҙан тиҙ генә ысҡынырлыҡ түгел ине. Аптырағас, ҡыҙ:
– Ебәрегеҙ мине, юғиһә, ҡысҡырам хәҙер, ебәрегеҙ, – тип ялбарҙы.
– Тәү күреүҙән мин һеҙҙе оҡшаттым, аңла, Асия. Төн йоҡоларымдан яҙҙырҙың. Бындай күҙҙәрҙе, бындай толомдарҙы мин әле бер кем дә лә осратҡаным юҡ. Ниңә минән ҡурҡаһың, мин шулай ҡурҡыныс кешеменме ни? Эйе, эйе, Асия һин бит минән ҡасаһың. Аңлат әле, ни өсөн минән шулай ҡасҡаныңды?
– Юҡ, юҡ, Рәмис Хәмитович, юҡты һөйләмәгеҙ, ебәрегеҙ инде мине, былай ҙа оҙаҡланым, Фатима әбей юғалтҡандыр.
– Белеп ҡуй, Асия мин һине беркемгә лә бирмәйәсәкмен, һин минеке буласаҡһың, тип ҡулын бушата башлағайны, Асия ысҡынып, кабинеттан уҡ һымаҡ атылды.
– Мин һүҙемде һүҙ итә торған кеше, – тигән һүҙҙәр ишек артында ишетелеп ҡалды. Гардеробтан алған кейемдәрен яҙа-йоҙа эләктереп кейҙе лә тышҡа атлыҡты. Ҡайтып еткәнсе туҡтамай йүгерҙе лә йүгерҙе. Фатима әбей өйҙә уны аш-һыуы менән көтә-көтә көтөк булғайны. Саҡ тын алып, ҡобараһы осоп килеп ингән ҡыҙҙы әбей аптырап ҡаршыланы. Асия инде лә аяғындағы итеген сисеп, карауатына ҡапланды. Әбей аптырашта ҡалды, ни әйтергә лә белмәне.
Байтаҡ ҡына ятты Асия карауатында. Күпте күргән, сирек быуат вазифалы ир менән ғүмер итеп, аңын-тоңон шәйләгән Фатима әбей ул-был һорап ҡыҙҙың маҙаһына теймәне. Тынысланыр, ул-былдың да бит әле һөйләй торғаны, һөйләмәҫе була. Ни тиһәң дә, барын һөйләргә үҙ әсәһе лә түгелмен, тип уйлап, әбей мунсаһын тәрбиәләргә сығып китте.
Ысынлап та, бер аҙ ятҡас, Асия тынысланып торҙо, өҫтөн алыштырҙы. Әбейҙең инеүенә гөлдәргә һыу һибеп сыҡты, тәҙрә төптәрен, түрбашты һөртөп алды. Бер ҡосаҡ утын менән Фатима әбей килеп инде. Асияның эш менән булып йөрөгәнен күргәс, күңеле күтәрелеп :
– Балам, бәлеш бешергәйнем, һыуынып ҡуймаһын тип, плитаға ҡуйҙым, алып өҫтәлгә ултырт та, әйҙә, өҫтәлде әҙерләй тор. Мин дә һине көтөп ашамағанмын әле. Бынау индергән утынды мейескә тығайым да, иртәнгә һурығып ятһа, һәйбәт була яғырға. Әйҙә, ашап алайыҡ, – тип, бер ни булмағандай ҡулын сайып, сәй яһарға килеп ултырҙы. Шулай ҙа аңын-тоңон белергә теләпме, анда-һаяҡ күҙ ташлап ала ҡыҙға.
– Бөгөн ни эшләптер һуңға ҡалдыңсы, былай уҡ ҡалмай торғайның бит. Әллә тағы берәр эш килеп сыҡтымы? Һин һаман ҡайтмағас, күрше Ғәйзә әбейҙең инеп хәлен белеп сыҡтым. Ауырып балнисҡа киткәйне бит. Ҡәҙимге арыуланып ҡайтҡан. Һин дә мин йөрөгән кеше һуңғы арала ни эшләптер һаулыҡҡа туймай башланы әле ул. Свердлауҙан өлкән улы Васил ҡайтҡан икән, әсәһенең хәлен белергә. Бисәһе мәрйә. Был яҡты яратманы ул. Шыпа ҡайтҡаны юҡ. Балалары менән Васил үҙе генә ҡайта. Мунсаны әҙерләнем. Барыр ерең булмаһа, әйҙә яйлап, инеп сыҡ. Керең булһа, кереңде лә алып барып, йыуып, элеп ҡайт. Минең дә бар, әҙ-мәҙ йыуа торғандарым, тотоп барып, сайып, элеп ҡайтырмын тейем. Аша, әйҙә аша, был юлы майын самалы һалдым, теге ваҡыт зәрә майлы булған ине бит.
Үҙенең асығыуын өҫтәл янына ултырғас ҡына тойомланы Асия. Әбейҙең тәмле, һутлы ашы, яғымлы һүҙе ҡыҙҙы тамам тынысландырҙы. Кәйефе күтәрелде. Баянан бирле кинәйә менән генә ҡарап, үҙен һынап ултырған әбейгә асығын һөйләргә булды. Ни өсөндөр ҡыҙҙы тыңлағанда әбей өнһөҙ генә, баш һелкә-һелкә, бер нөктәгә төбәлеп ултырҙы. Ҡыҙ һөйләп бөткәс , ашыҡмай ғына һүҙ башланы:
– Мин ул баланың үҙенә ҡарағанда ата-инәһен һәйбәт беләм. Ул егеттең бит әле килеп эшләй башлағанына ике генә йыл. Минең Сабиралар киткәс килде бит ул. Уның тураһында белмәйенсә һөйләү яҙыҡ булыр. Ата-инәһе күрше Ҡаратамаҡтыҡылар. Әсәһе – уҡытыусы, ире Хәмит минең ҡарт кеүек арыуыҡ персиҙәтел булып эшләне. Ике ҡыҙҙан һуң арыуыҡ йөрөп малай тапҡайны әсәһе, ошо егеттер инде. Әсәһе ни ғилләлер, бер мәктәптә лә һыйышып эшләй алманы, иллә-мәгәр. Ул уҡытмаған мәктәп ҡалдымы икән әле районда? Мәктәп һайын йөрөнө былай. Әллә кемдәр менән судлашып, талашып бөттө тип тә һөйләнеләр. Мәгәр, әсәһе атаһын да эшкә һанап барманы. Бер арауыҡ айырылышып та йәшәнеләр. Ана шул айырылышып кире ҡауышҡандан һуң, малай тапты бит ул. Атаһы Хәмит ҡарамаҡҡа ипле, тыныс ҡына мәғлүмәтле ир, беҙгә йыш килде ул ҡарт менән бергә эшләгәндә. Халыҡ яратты, ихтирам итте. Былтыр ғына хаҡлы ялға сыҡты. Ҙурлап оҙаттылар. Әсәһен маҡтай алмайым. Мең ярым булып, донъяға һыймай йөрөгән бисә. Рәмисе нисек икән һуң? Әйтә алмайым шул. Әллә, атаһына оҡшаһа, кем белә, бәлки, арыуҙыр. Уҡыған кешеһең бит, аҡты ҡаранан айыра беләһеңдер, моғайын. Миңә ҡалһа – ҡул ҡуймаҫ инем. Ҡалғанын үҙең ҡара , – тип тамамланы Фатима әбей башлаған һүҙен. Эйе, аҡыллыға ишара ине әбейҙең һүҙҙәре
Асия мунса инеп сыҡты. Мал ябырға сыҡҡан әбейе почтаны алып инде лә мунсаға китте. Гәзит араһынан өйҙәгеләрҙән хат килеп төшкәс, ҡыҙ ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе. Йәһәтләп конвертты асып уҡый башланы. Хатты бәләкәй апаһы яҙған. Ул атаһының ныҡ ауырып, әлеге мәлдә Өфөлә больницала ятыуы, операция эшләйәсәктәре тураһында бәйән иткән. Хаттың аҙағында, әгәр мөмкинселек сыҡһа, барып хәл белеүҙе үтенгән. Күҙҙәренә йәш алып уҡыны хатты Асия. Ҡыйын булып китте. Рәмис менән булған ваҡиға бөтөнләй онотолдо тиһәң дә була. Бына ҡайҙа икән ул ысын хәсрәт. Ә ул донъя бөткән кеүек ҡыланды, һантый. Был хәсрәттең янында ул сүп кенә булған да баһа. Ата-әсәһен, туғандарын былай ҙа һағынып, каникулда нисек тә ҡайтып килергә уйлап йөрөй ине.
Әллә иртәгә сығып китергәме, көнөнә әйләнеп ҡайтып булмаҫ, тағы бер көн һорап тормайынса булмай. Бының өсөн ғариза яҙып Рәмискә барырға тура килә. Ни эшләргә? Бәлки, шылтыратып ҡына аңлатҡанда?
Башы ҡатып, төрлө уйҙарға ҡалып, күҙе йәшкәҙәп ни эшләргә белмәй ултырғанда Фатима әбей мунсанан ҡайтты. Уны күреү менән Асия:
– Әбей, атайым ныҡ ауырып киткән, хат килде, әле Өфөлә больницала, операцияға әҙерләйҙәр ти, – тип ҡосаҡлап илап ебәрҙе. – Барып хәлен белергә ҡушҡан бәләкәй апайым. Нимә эшләйем икән? Иртәгә ял, әллә сығайыммы икән Өфөгә? Бер көндә генә әйләнеп ҡайталмам бит. Бер көн булһа ла көн һорарға кәрәк. Рәмис Хәмитович көн бирерме икән һуң? – тине.
– Атаҡ-атаҡ бирер, ундай хәл тыуып киткәс, хәҙер ул мәктәптә тейһеңме әле, ҡайтҡандыр инде. Өйөнә шылтырат. Бындай хәлдә уны-мыны уйлап тормайың инде, күҙеңде йомаң да ауыҙыңды асаһың. Бер-бер хәл булып китмәһен тағы. Барырға кәрәк, тәүҙә мәктәпкә шылтыратып белеш, телефон эшләй бит, булмаһа, Ҡаратамаҡҡа итерһең, иртәгә ял бит, бәлки, ауылына ҡайтҡандыр.
Ни булһа ла булыр тип, Асия телефондан мәктәп номерын йыйҙы. Телефондан мәктәп ҡарауылсыһы Нәжип ағай Рәмис Хәмитовичтың ҡайтып китеүен еткерҙе. Күп уйлап торманы ҡыҙ, справочниктан ҡарап директорҙың өйөнә шылтыратты. Телефонды атаһы алды. Рәмисте йыш һорап шылтыраталармы, әллә үҙе күп йылдар етәксе булып эшләп ҡанына һеңгәнме, аны-быны һорап торманы, шунда уҡ телефонға улын саҡырҙы. Илап ебәреүҙән ҡурҡып Асия:
– Рәмис Хәмитович, миңә срочно Өфөгә сығырға кәрәк , иртәгә генә әйләнеп ҡайталмам, шуға һеҙҙән бер көнгә отгул һорап, һеҙҙе борсорға булдым. Иртәгә сыҡһам, дүшәмбе ҡайтып етергә тырышам, дүшәмбе көн минең дүрт сәғәт, ғариза яҙҙым, – тип бер тынала һөйләп бөттө ҡыҙ.
– Һуң, бая бер ҙә Өфөнө һөйләмәй инегеҙ бит, нимә булып китте?
– Атайым ныҡ сирле, Өфөгә алып килгәндәр, операцияға әҙерләйҙәр, тип әле генә өйҙән хат алдым. Зинһар, үтенеп һорайым. Миңә атайымды барып күрергә кәрәк. Үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ инде.
– Һеҙгә отгул кәрәгерме икән, мин үҙем иртәгә таңғы сәғәт алтыла Благовещенскиға сығам, мәктәп эше менән. Әйҙәгеҙ минең менән, кискә урап ҡайтабыҙ. Ризаһығыҙмы? Әлбиттә, үҙ ихтыярығыҙҙа. Көсләшмәйем. Теләмәһәгеҙ, бирәм отгул, автобус менән ике көн йөрөп ҡайтырһығыҙ. Ярай, уйлағыҙ ҙа риза булһағыҙ ҙа, булмаһағыҙ ҙа шылтыратырһығыҙ, – тигәс, трубканы һалды ла уйға ҡалды Асия. Мәктәптәге ваҡиғаны күҙ алдынан үткәрҙе.
Фатима әбей:
– Уңай бит, балам, алай-былай мәшәҡәтләнгәнсе ултыраһың да китәһең. Автобусҡа билеты буламы әле ул, иртәгә ял көнө, кеше күп була. Оҙон-оҙаҡ уйлама, риза бул. Юл хаҡын ни түләрһең. Ҡыйынһынма. Бар әйҙә, алып барам тип торғанда, – тип өгөтләп Асияны машина менән сығырға күндерҙе.
Кире шылтыратып риза булыуын белдергәндә, Рәмис шул яуаптың булырын белгән һымаҡ:
– Ярай, Асия Хәнифовна, аңланым, сәғәт алтыға әҙер торорһоғоҙ, һуғылырмын, – тип официально ғына һөйләшеп трубканы һалды. Фатима әбей юлына ашарға бөкөрөйҙәрен, атаһына күстәнәстәр һалып, машинаға тиклем оҙата сыҡты. Кем белә, бәлки, яҡындан күргеһе килгәндер егетте. Асия машинала шоферҙан башҡа кеше булмаһа ла артҡа ултырҙы. Бер аҙ барғас, Рәмис боролоп:
– Асия, юл йыраҡ ҡына, артта һалҡын, аяғың өшөр. Алға күсеп ултыр, – тип машинаны туҡтатты. Ҡаршылашып торманы ҡыҙ, егеттең янына күсеп ултырҙы. Юлда һүҙ ҡушып, маҙаһыҙлап йонсотманы Рәмис, трассаға сығыу менән тиҙлекте шәбәйтте. Машина елде генә. Өс сәғәт тигәндә улар Өфөлә ине. Асияны больницала ҡалдырҙы ла, директор сәғәт унға мине көтәләр тип, Благовещенскиға ашыҡты.
– Эш бөтөү менән килермен, бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, мине ошонда көтөгөҙ, –  тине.
Атаһын күреп илап ебәрҙе ҡыҙ. Ике-өс ай эсендә ябығып, бөтөп киткән. Ауырыу аш түгел шул. Ҡыҙғынаһын ҡосаҡлап, илап алған булды атаһы ла.
– Ашҡаҙан ауырта, нимә ашаһаң да ҡоҫтора, шуға бында яҙҙылар, операция эшләйбеҙ ти врач. Әсәйең дә килермен тигән була ине, хәлде белергә, килә аламы, юҡмы, бөтә мал уның өҫтөндә ҡалды. Әсәңде әйтәм, һау ғына булһын, икебеҙ ҙә ауырыһаҡ эш харап. Апайыңдар ней шул ялға ҡайтып китәләр. Һәр кеменең үҙ донъяһы, үҙ эше тигәндәй. Имен-һау йүнәлеп ҡайтһам, малды ҡыҫҡартырмын тип торам. Көтмәнек түгел, көттөк. Инде хәҙер уҡытыр бала бөттө. Үҙебеҙгә бер һыйыр етә ул. Әсәң дә һуңғы арала һыҙланып бер була. Каникулға һине көтөп бер булабыҙ, ҡайтаңдыр ул ҡыҙым?
– Ҡайтам тип йөрөйөм атай, һағындым бөтәгеҙҙе лә. Әсәй менән һине йыш төшөмдә күрәм. Ауылды, күршеләрҙе, туғандарҙы ла һағындым.
– Шулайҙыр, һағынғаныңдыр, сит ер, сит ер бит инде. Бушҡа әйтмәгәндәр бит, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул тип. Ярай, алла бирһә, срогыңды тултырырһың да ҡайтырһың үҙебеҙҙең яҡҡа. Моғайын, бер йүне булыр. Бальнистың тамағын әйтәм, әсәңдекенә етмәй. Бешергән икмәген һағындым. Бындағы икмәк ней тумырылып тик тора.
Шул саҡ атаһын уколға саҡырҙылар. Саҡ ҡуҙғалып киткән атаһын йәлләп иланы ла иланы Асия. Ошо бәләкәсәйеп киткән кешенең үҙенә ни тиклем ҡәҙерле йән икәнен төшөндө. Иҫ белә-белгәндән уның хәстәрен тойҙо, кинйәкәүем минең тип ҡосағында иркәләтеүе, ҡайҙан ҡайтһа ла ҡыҙҙарына алған бүләк-күстәнәстәр, эштән ҡайтыуын көтөп ишек төбөндә торған саҡтар барыһы ла күҙ алдынан үтте. Алыҫ тимәй, Өфө һынлы Өфөгә ҡыҙҙары уҡыған саҡта тейәнеп килеп етә торғайны. Уколдан килгәс, атаһына алып килгән күстәнәстәрен бирҙе, әбейенең сәләмен әйтте.
– Әсәң менән хыялланып бөткәйнек әле, һинең эшләгән яғыңды барып күрергә. Мына мин ауырып китеп хөртөрәк булды. Йә, арыуланып ҡайтһам, алла бирһә, барырбыҙ ҙа әле. Әбейеңде маҡтап яҙғас хатыңа, әсәң ни ҡыуанысынан илап ебәрҙе. Ярай, инде, ситнәтмәгәс. Сәләм әйтерһең күп итеп. Иҫән-һау булһын. Үҙең дә ҡәҙер ит әбейеңде.
Аталы-ҡыҙлы һағынышлы ҡараштарын бер-береһенә төбәп оҙаҡ ултырып һөйләштеләр. Атаһы инде, бахыр, күҙен алманы ҡыҙынан. Асия атаһын йәлләп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡала. Хушлашыуы ауыр булды. Икәүләшеп иланылар. Асия иренен тешләп бөттө, иламаҫҡа тырышып, барыбер тыйыла алманы. Атаһы ҡосаағына алып хәлһеҙ генә ҡулдары менән оҙаҡ ҡына арҡаһынан һөйҙө ҡыҙының. Ҡасандыр ошо хәлһеҙ ҡулдар уны күккә сөйөп һөйә ине лә баһа!
Әллә ҡыҙын һуңғы күреүен һиҙҙе Хәниф ағай, янынан ебәргеһе килмәне Асияны. Тоноҡ ҡына күҙҙәре менән бик оҙаҡ яратып текләне. Күргәндәй булып ҡалайым тигәндер, бахыр. Үҙе ҡыуанып һөйләнә:
– Эй, рәхмәт инде, ҡыҙым, ваҡыт табып, ишетә һалып килеп еткәнең бит әле хәлемде белергә. Былай ҙа ятһам да, торһам да һине уйлап, күргем килеп йөрөй ине. Күңелем булды. Имен-һау ҡайтып ет. Һәйбәт эшлә. Ошоға тиклем йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ, инде бынан һуң да ҡыҙарырға яҙмаһын. Әсәйеңде уйлағыҙ. Йөҙөнә ҡара яҡмағыҙ.
– Алып килгән шоферың килгәндер, көттөрмә. Миңә лә системаға ваҡыт етте, – тип ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тороп ҡалды. Асия йәшле күҙҙәрен һөртөп, атаһын ҡосаҡлап үпте лә:
– Ярай, атай, тиҙерәк йүнәл, мин тағы килермен, – тип ашыға-ашыға ишеккә атланы. Артына әйләнергә лә уйлағайны, атаһына күҙ йәштәрен күрһәткеһе килмәне. Был һуңғы күрешеү булыр тип башына ла инеп сыҡманы Асияның. Ҙур ергә килгәс, терелер тип өмөтләнгәйне. Атаһына ун көндән операция яһағандар, әммә йөрәге ауыр операцияны күтәрә алмаған. Операция өҫтәлендә йән биргән. Каникулға ҡайтҡанда атаһының хәлен белеп, һуғылырға уйлап йөрөй ине. Иртәгә каникулға сығабыҙ тигән көндө, мәктәптән ҡайтып килгәндә, атаһының үлеүе тураһында почтальон телеграмма тоттороп китте. Күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып ингән ҡыҙҙы күргәс, Фатима әбей шунда уҡ насар хәбәр алғанын һиҙҙе. Әмәлгә ҡалғандай, директорҙың өйҙә юҡ сағы. Мәктәпкә яңы спортзал эшләтеү ниәте менән һуңғы арала көн аша шуның артынан йөрөй. Әле бында, әле тегендә, йә документ, йә материал хәстәрләй. Кисә-бөгөн дә мәктәптә булманы, Өфөгә сыҡҡан, тигәйне завуч. Ҡайғынан илап шешенгән ҡыҙҙы шул тиклем ҡыҙғанды әбей. Бер аҙ үҙенең ҡайғыһы яңырып, ҡуша илап алды.
– Балам, мин персиҙәтел Хәбиргә шылтыратайым, әллә Өфө яғына машиналар сыға торған, иртәгә машина сыҡмаҫ микән, – тип телефон номерын йыйҙы.
– Ике машина сыға, ундай хәл булғас, һис һүҙһеҙ, бер машинала урын ҡалдырабыҙ, иртәнге етенән дә ҡалмай правлениеға килеп етһен, – тип хәбәр итте председатель
Асия мәктәпкә барып, завуч Фирая Агзамовнаға хәбәр итте лә ҡайтып, уныһын-быныһын йыйҙы, юлға әҙерләнде. Фатима әбей ваҡ-төйәк күстәнәсен бирҙе. Артыҡ нәмә алырға тырышманы. Ҡайғыһы баштан ашҡан. Бигерәк тә әсәһен уйлап ҡайғырҙы. Инде ни эшләр?Атаһы менән бер йән инеләр бит. Ни тиһәң дә илле йылға яҡын ғүмер итеп киләләр ине. Икеһе лә эш өсөн үлде. Кәртә тулы мал. Ярай, барып күреп ҡалған. Шул әҙерәк күңеленә йылы бирә. Атаһының һәр һүҙе ҡолағында яңғырай. Әйтерһең, васыятын еткергән. Эйе, һәр үлем үкенесле шул.
Асия аҙнанан ашыу йөрөп, иртәгә уҡыу тигән көнө, кискә саҡ килеп етте Юрғаштыға. Алай ҙа ғына белгәндәй, Фатима әбей мунса яғып ҡуйған. Арыған, йонсоған Асия юлдан килеп, бер сынаяҡ сәй эсте лә тиҙерәк мунсаға китте.
 
Дауамы бар.
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: