

«Төп тема — амбулатор ярҙам, ПЦР һәм ауырығанлыҡ ҡағыҙын дистанцион асыу тураһында үтенестәр, — тине Римма Үтәшева. — ПЦР раҫланмаған икән, табип ҡарағандан һуң ғына эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асырға мөмкин, тип аңлатабыҙ. ПЦР раҫланған осраҡта иһә дистанцион рәүештә, участка табибы бәйләнешкә инә».
Хәҙер Ковидҡа ҡаршы кол-үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә күберәк. Элек улар 11 булһа, әлеге ваҡытта унда 47 оператор эшләй, улар — студенттар, ординаторҙар, Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
«Поликлиникаларға мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә алырбыҙ. Үҙәк көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, ял көнө юҡ, телефон: 218-19-19. Көндөҙгө сәғәт 12-гә үк 3 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә», — тине Римма Әмир ҡыҙы.
«Иң мөһиме — кешеләр ситуация үҙәгенә шылтыратып яуап алһын, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Кәрәк икән, хеҙмәткәрҙәрҙе тағы ла арттырырға мөмкин. Хәҙер был бик мөһим», — тине республика етәксеһе.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-31/31-tysyacha-zvonkov-situatsionnyy-antikovidnyy-tsentr-bashkirii-rabotaet-v-usilennom-rezhime-2674422