Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2022, 12:47

Республикала ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсерелде

Башҡортостанда өйҙән уҡыуға күсерелгән мәктәптәр иҫәбендә Өфөлә һәм Өфө районындағы 20 мәктәп бар. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Республикала ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсерелде
Республикала ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсерелде

Дөйөм алғанда, республиканың 445 мәктәбендә 2 267 класс карантинға ябылды.
Бөгөнгә Башҡортостанда мәктәп йәшендәге 3 329 бала COVID-19 менән сирләй (уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбенән 0,67 процент).«Республиканың бөтә мәктәптәрен карантинға күсереү өсөн нигеҙ юҡ, — тине министр. — 63 муниципалитеттың 7-һендә генә сирле балалар 100-ҙән күберәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары хәҙер мәктәптәрҙе һәм кластарҙы өйҙән уҡыуға күсереү хоҡуғына эйә.

Башҡортостанда балалар баҡсаларында 370 бала коронавирус инфекцияһы менән ауырый. Бынан тыш, урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ла сирлеләр арта, тип өҫтәне Айбулат Хажин

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-31/v-bashkirii-25-shkol-perevedeny-na-distantsionnoe-obuchenie-iz-za-covid-19-2674409

 

 

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: