Новости
7 Февраля 2022, 17:55

Республикала сауҙа үҙәктәрен ябырға һәм транспортта QR-код индерергә йыйынмайҙар

Республика менән идара итеү үҙәгендә йәмәғәт урындарында QR-код индерергә һәм сауҙа үҙәктәрен ябырға саҡырған мөрәжәғәттәр теркәлде.

Республикала сауҙа үҙәктәрен ябырға һәм транспортта QR-код индерергә йыйынмайҙарРеспубликала сауҙа үҙәктәрен ябырға һәм транспортта QR-код индерергә йыйынмайҙар
Республикала сауҙа үҙәктәрен ябырға һәм транспортта QR-код индерергә йыйынмайҙар

Халыҡ сирлеләрҙең артыуына борсолоу белдерҙе һәм ҡәтғи саралар индерергә тәҡдим итте.

Роспотребнадзор ҡарары йәки республиканың баш санитар табибы тәҡдиме менән генә йәмәғәт транспортында QR-кодтар индерергә һәм сауҙа үҙәктәренең эшен туҡтатырға мөмкин. Әлегә бындай ҡарар юҡ, тип белдерҙеләр Башҡортостанға идара итеү үҙәгендә.

Республика етәкселеге хәлде иғтибар менән күҙәтә — аҙна һайын коронавирустың таралыуына юл ҡуймау буйынса штаб ултырышы үткәрелә.  Поликлиникаларҙың эш ваҡыты арттырылды, үҫмерҙәргә прививка яһау башланды.

Халыҡҡа һаҡланыу сараларын үтәргә, магазиндарҙа бик  йөрөмәҫкә һәм шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланырға кәңәш ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-06/v-bashkirii-ne-planiruyut-zakryvat-torgovye-tsentry-i-vvodit-qr-kody-v-transporte-2682325

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас