Новости
11 Февраля 2022, 09:41

Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан» дәүләт концерт залының Бәләкәй залында исемле йылдың төп йүнәлештәрен һәм ваҡиғаларын билдәләне. Әлеге ваҡытта тәҡдим ителгән проекттар тикшерелә.

Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үттеӨфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үтте
Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үтте

Сара Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халҡының рәсми булмаған гимнына әүерелгән «Урал» халыҡ йыры менән асылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ыңғай һәм конструктив тәжрибә күҙәтелә. Бына өсөнсө йыл яңы форматта, айырым темаға, телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә арнап үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта эш декларацияла ғына туҡталып ҡалмай, эш планы төҙөлә, бөтә күрһәтелгән саралар уҙғарыла. Бөгөн бында милли-мәҙәни берләшмәләрҙең вәкилдәре булыуы бик ҡыуаныслы, был республиканың дөйөм милләт-ара балансын һәм тотороҡлоғон, күп осраҡта халыҡтар дуҫлығы шарттарында барлыҡҡа килгән башҡорт мәҙәниәтен сағылдыра», — тип билдәләне Азат Бадранов.

Сараны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы менән тап килә, тип билдәләне ул.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп саралары хаҡында һөйләне. Йылдың төп үҙенсәлеге — уларҙың яңы башланғыстарға, башҡорт халҡының бай рухи мираҫына ижади ҡараш асыҡлығы, тип билдәләне ул. Был йәһәттән профессионалдар, ошо өлкәлә үҙаллы шөғөлләнеүселәр, студент йәштәр, мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурстар ойошторола.

Башҡорт мәҙәниәтенең традицион элементы булған һабантуй яңы һулыш кисерә. Былтыр республиканың төрлө райондарында ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында халыҡ байрамының яңы форматы өйрәнелеп хупланды. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ошо практикаларҙы милли этноурам булдырыу буйынса берҙәм тәҡдимдәргә индереү, милли ризыҡтар менән футкорт, башҡорт милли уйындары буйынса аниматорҙар эшен индереү, фотозоналар ойоштороп, милли кейемдә ғаилә фотосессияһы үткәреү күҙаллана.

«Бәйге» башҡорт күп алышы ярыштары форматы республиканың бар райондарына индерелеп, һабантуй ваҡытында үткәрелә. Иң яҡшы район командалары Шүлгәнташ, Торатау, Сусаҡтау, Ҡандракүл, Салауат Юлаевтың ауылы, Яңауыл зона этаптарында көс һынаша. «Бәйге»нең финал уйындары Туймазы районында ойошторола.

«Кесе ҡоролтай» балалар башҡорт ҡоролтайы булдырыу планлаштырыла. Ул башҡорт гимназиялары уҡыусыларын туплаған берҙәм майҙансыҡ була (бәйгеләр, викториналар, дебаттар, конкурстар, дискотекалар, донъяуи кафе ойоштороу ҡарала).

Мәғариф учреждениеларында тематик дәрестәр, викториналар үткәрелә. Уларҙа «Урал батыр» мәктәбе ойоштороу, ә йәйгеһен Рухи берҙәмлек көнөндә «Рухиәт байрамы»н уҙғарыу ҡарала.

ЛингвоДок платформаһында эш дауам иттерелә, уның нигеҙендә белем биреү программалары булдырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, мәктәптәрҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса башланғыстар хуплана.

Башҡорт фольклоры, этнографияһы, милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса уҙғарылған фәнни сессия тотош Рәсәй буйынса ғалимдарҙы йәлеп итер тип күҙаллана. Башҡорт ырыуҙары тарихының яңы блогы — «Башҡорт ырыуҙары атласы» нәшерләүгә әҙерләнә — был да башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә тос өлөш индерергә тейеш.

XIX быуаттан башлап журналистар гәзит-журнал биттәре аша, радио һәм телевидение эфирынан йәмәғәтселек мәҙәниәтен формалаштыра. Шуға күрә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп маҡсаттарының береһе — 2022 йылдың йәйендә «Медийыйын» матбуғат саралары форумында ҡатнашыу, уртаҡ эш йүнәлештәрен билдәләү.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-02-10/v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-goda-bashkirskoy-kultury-i-duhovnogo-naslediya-2687956

 
Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үтте
Өфөлә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының презентацияһы үтте
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас