

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районындағы Арҡаулда тыуған. «Баланы ни тип бәүетһәң, шул була», – тигән боронғолар. Рәми сәңгелдәктән уҡ тыуған еренең моң-йырын күңеленә һеңдереп, үҙенең яҡташтары Байыҡ сәсән, Салауат батыр тураһында быуындан-быуынға күсә килгән йыр-ҡобайырҙарҙы, риүәйәттәрҙе йотлоғоп тыңлап, халыҡтың тарихы, шундай ҡаһарман улдары менән ғорурланып һәм рухланып үҫкән. Был яҡтарҙың матур тәбиғәте, тау-ҡаялары, йәмле Йүрүҙәне, моңло һандуғастары, ғорур бөркөттәре, етеҙ толпарҙары Рәмиҙе бәләкәстән үк яҡтылыҡҡа әйҙәһә, шиғриәткә илһамландырһа, батша колонизацияһы тарафынан иң иҙелгән, яндырылған, туҙҙырылған төйәктәрҙән булған был яҡтарҙың тарихын тыңлап үҫеү, ошо ерҙең хәтерендә һаҡланған фажиғәле хәлдәрҙе йылдар аша ла зирәк тойоу уны иртә уйсан иткән. Шул уҡ ваҡытта Рәмиҙең сәңгелдәген уҙғандарҙың һулышы ғына түгел, үҙ заманаһының елдәре лә бәүеткән, утыҙынсы йылдарҙың өмөт-инаныуҙары сабый күңеленә күскән. «Шиғырҙы аңлар өсөн уның илендә булырға кәрәк» тигән Гете. Буласаҡ шағирҙың ижад тамырҙары тыуған еренең матурлығына, тарихтың тәрән ҡатламдарына, үҙ осороноң рухи мөхитенә барып тоташа.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һәр саҡ тура һүҙле, киң ҡарашлы була. Әҫәрҙәрендә ул үҙ заманаһының үткер мәсьәләләрен ҡыйыу күтәрә, тормоштағы хәүефле хәлдәр тураһында йыш ҡына тәүгеләрҙән булып алдан иҫкәртә. Шуға ла уның шиғырҙары халыҡ күңеленә тиҙ үтеп инә. Ул оло һүҙ оҫталарына хас булғанса, һүҙгә бик талапсан, телгә үтә иғтибарлы була.
Шағирҙың автобиографияһында шундай юлдар бар: «Атайым Ғарипов Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы районыбыҙҙың беренсе доброволец-коммунистары менән фронтҡа китте һәм 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы һуғыштарҙа һәләк булды. Беҙ 4 бала тороп ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ, һалдат ҡатыны Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы беҙҙе бер үҙе үҫтерҙе».
Ғаиләлә иң ҙүр бала булған Рәмигә ауырлыҡтарҙың да иң ауыры төшә. Һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуң аттар көтә, бесән саба, урып йыйыу эштәрендә тир түгә, урман йыға, ярһыу Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа. Эштән бушаған арала китапҡа тотона, егәрле үҫмер бер ҡасан да ваҡытын бушҡа үткәрмәй.
1950 йылда уның «Ленин» исемле шиғыры баҫылып сыға. Шул уҡ йылда ул мәктәпте тамамлай һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1954 йылда йәш шағирҙың «Йүрүҙән» исемле беренсе китабы баҫылып сыға.
Һуғыштан һуңғы ун йыллыҡта башҡорт шиғриәте үҙенең үҫеш юлында иң ауыр осорҙарының береһен кисерҙе. Тоталитар режимдың иң көсәйгән ваҡытында ижади фекер, үҙ аллы ҡыйыу ҡараш айырыуса сикләнде. Бындай күренештәр йәш шағирҙың үҫеү-өлгөрөүенә лә кире йоғонто яһаны.
Баш ҡалала байтаҡтан уҡып йөрөгән Рәми 1953 йылда «Тыуған ерҙәрем» исемле шиғырында:
Тәнем менән Уралда тыуһам,
Аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә, – тип яҙғайны.
Әлбиттә, тәне менән генә түгел, аңы менән дә шағир иң элек Йүрүҙән буйҙарында, Ҡаратау итәктәрендә тыуҙы. Өфөләге йылдар уның зиһенен киңәйтә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ фольклор өлгөләрен йыя башлай ул. Мәскәүҙән каникулға ҡайтҡан ваҡытта Башҡортостандың көнъяҡ райондарын йөрөп сыға, сәсән ҡарттарҙан, ил инәләренән халыҡ әҙәбиәте гәүһәрҙәрен яҙып ала, халыҡ аҡылын уның тормошон аңларға өйрәнә. Былар барыһы ла уның ижади ҡараштарына көслө йоғонто яһай. Башҡорт әҙәбиәтенең Мәскәүҙә махсус ижад институты тамамлаған тәүге шәкерт асылда Рәми Ғарипов тиергә мөмкин. Маршак, Паустовский, Катаев, Антокольский, Сельвинский һ.б. етәкселек иткән ижади семинарҙарҙа булыу,
Фадеев, Эренбург, Чуковский, Злобин, Олдридж һ.б. әҙиптар менән онотолмаҫ осрашыуҙар шағирҙың ижад мөхитен ғәйәт киңәйәтә, уның донъя әҙәбиәте менән бәйләнешен нығыта.
1953 йылда Р. Ғарипов «Әсәм ҡулдары» исемле шиғырҙы яҙҙы. Был әҫәрендә ул үҙенең барлыҡ кисерештәрен, етемдәрҙең һәм толдарҙың һуғыш йылдарындағы әсе яҙмышын ғәжәп тормошсан күренештәрҙә тетрәндергес итеп әйтеп бирә алды.
1958 йылда Р. Ғариповтың «Таш сәскә» исемле китабы баҫылып сыҡты. Һуңынан «Туған тел» шиғыры донъя күрҙе. Ул шиғырында ул тел яҙмышы, милләтең киләсәге тураһында уйланыуын белдерҙе. Милли телдәргә һөжүм башланған, күпселек уҡытыу рус теленә күсерелгән мәлдә «Туған тел» шиғыры ошо ҡурҡынысты, шағирҙың һиҙгер тойоуы, шул турала алдан иҫкәртергә тырышыуы ине.
Ул осорҙа һәр ҡыйыу фекерҙе, ғәзеллеккә ынтылыштарҙы быуырға тырышыусылар етерлек ине. «Тууған тел» шиғыры башта уҡ уларҙың асыуын ҡабартты. Ә инде үҙәк комитетҡа яҙған хатынан һуң, бер төркөм йәштәрҙе, иң элек Рәми Ғариповты эҙәрлекләүҙәр сабыр холоҡло шағирҙы ла сығырынан сығара. Р. Ғариповты милләтселектә ғәйепләү мәкерле кешеләр тарафынан уйлап сығарылған ярлыҡ ине.
«Таш сәскә» әҙәбиәт донъяһында шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, Р. Ғарипов ижадына тотош бер осорға үҙенсә йомғаҡ яһаны.
Шағир тел яҙмышын ил яҙмышы, халыҡтың ирке менән берлектә, кешенең төп таяныстары – ере, күге, уты, һыуы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай, ошо хаҡтағы хәүефле уйҙарын башҡаларға еткерергә ынтыла. Шуға ла Р. Ғарипов борон-борондан иң дәһшәтле замандарҙа, илгә ҡурҡыныс ябырылған саҡтарҙа сәсәндәрҙең халыҡҡа оран һала торған ҡобайыр жанрын бик урынлы һайлай:
Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер имгәк һин илеңә!
Милләт яҙмышы хаҡында уйланыу Р. Ғарипов ижадында һәр саҡ үҙәк тойғо, төп йүнәлеш булып ҡала. Шағир туған халҡының шанлы һәм данлы тарихы менән ғорурланып йәшәй һәм шуның менән бергә үҙғандарҙың тажрибәһе аша киләсәкте күрергә ынтыла.
1964 йылда үҙенең тәүге поэмаһын яҙҙы. «Табыныу» әҫәренең йөкмәткеһе, мәсьәләләрҙең ҡуйылышы исемде ошолай атауҙы талап итә ине. Һуҡыр табыныуҙың, бәндәнән Алла яһауҙың киләсәктәге ҡурҡынысы тураһында 1960 йылдар башында уҡ Р. Ғариповтың иҫкәртеүе бик ваҡытлы ине. «Табынһын тик кеше кешегә» – шағирҙың был изге теләктәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң кәрәк сағында уҡыусыға барып етә алманы. Әҫәр яҙылғандан һуң 23 йыл үткәс кенә, 1987 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты.
Күпме эҙләнеүҙәрҙән һуң халҡына әйтәһе һүҙен табып та, кәрәкле уй-фекерҙәреңде замандаштарына еткерә алмау – шағир өсөн ошонан да ауыр хәлдең булыуы мөмкин түгел ине.
60-70 йылдарҙағы башҡорт лирикаһының үҫеш юлында Р. Ғарипов шиғырҙары хәл иткес күренештәрҙән булды. Ул нескә тойғоло, фәлсәфәүи мәғәнәле лирик шағир ине. 60-сы йылдан 70 йылға тиклем Р. Ғарипов ҙур үҫеш юлын үтте. Ун йылдан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә үҙенең шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен ижад итте. 1962 йылғы һымаҡ, 1972 йыл бик уңышлы булды. Тик был Р. Ғарипов талантының һуңғы балҡышы ине.
Р. Ғариповҡа үҙ ғүмерендә нахаҡ ғәйептәрҙе аҙ өймәнеләр. Уның «Совет Башҡортостаны», «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһынан китергә мәжбүр булған, эшһеҙ ҡалған саҡтары тураһында замандаштары йыш яҙа. 1972 йылда ла ул сәмләнеп ижад итеүен туҡтатмай. Тик шағир бер генә китабын да үҙе теләгәнсә, үҙе төҙөгән хәлендә күрә алмай.
Төрлө яҡтан ҡамауҙа ҡалған шағир ғүмеренең һуңғы йылдарында көсөн айырыуса тәржемә эшенә күп бүлә. Ул башҡорт поэзияһында иң оҫта һәм талапсан тәржемәсе булып таныла. Тютчев, Шевченко, Бунин, Блок, Есенин, Твардовский, Дудин әҫәрҙәрен тәржемә итә.
1990 йылда «Минең антологиям» китабы баҫылып сыҡты. Унда Есениндың егерменән артыҡ шиғыры һәм «Фарсы моңдары» шәлкеме үҙе бер китап булараҡ урын ала. Р. Ғарипов шулай уҡ «Алдар менән Зөһрә» эпосын башҡорт теленә тәржемә итә.
1953 йылда Новгородта экскурсия ла булғанда Рәми студент көндәлегендә былай тип яҙа: «Миндә әсәйем буйынса рус ҡаны бар... О, рус ере! Был һүҙҙәрҙе мин рус кешеһе һымаҡ ҡабул итәм. Ләкин мин башҡортса уйлайым һәм башҡорт булғаныма ғорурланам. Тик барыбер мин тик үҙ милләтемә ҡарау менән генә сикләнеүҙән алыҫмын».
Рәмиҙең әсәһе яғынан өләсәһе Мария Яубүләк ауылынан Хизбулла тигән башҡорт егетенә кейәүгә сыға, ислам диненә күсеп, Мөхлисә булып китә. Мәскәү студенты Рәми украин ҡыҙына өйләнә, Надя башҡортса өйрәнә, башҡорт йырҙарын йырлай. Ә шул шағирҙы милләтселектә ғәйепләнеләр. Рәми Ғарипов йөрәк хаҡында йыш яҙҙы, йәшәү һәм үлем тураһында күп уйланды. «Болоҡһоноп, һул яҡ күкрәгемә ут баҫҡандай, һалам уң ҡулды». 30 йәшлек шағир яҙған юлдар был. 1977 йылдың 20 февралендә шағирҙың йөрәге шартлап туҡтаны. 45 йәшенән һуң Р. Ғариповҡа ни бары бер аҙ йәшәп ҡалырға насип булды. Ул уҙғандар менән ғорурланып, бөгөнгөһөнә ҡарап һыҙланып, киләсәккә ҡарап өмөтләнеп йәшәне.
Ысын шағир – заман балаһы ғына түгел, киләсәк кешеһе ул. Р. Ғарипов шиғриәтенең күп яҡтары үҙе был донъянан киткәндән һуң ғына яңынан асылды.
1988 йылда Р. Ғарипов әҫәрҙәре Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды, 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ, башҡорт шиғриәте йондоҙо Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Данлы Салауат төйәге, Рәми Ғариповтың һүнмәҫ рухы бөтәһен дә һәр саҡ саҡырып торһон!
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым ятып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.