Уларҙы Ҡытайҙың Beiqi Foton Motor («Бейджи Фотон Мотор», Foton йөк машиналарын һәм автобустарын сығара) компанияһы менән берлектә «РариТЭК» компанияһы етештерә.
LOTOS-105 автобусы экономиялы газ-мотор двигателе, ныҡлы шасси менән йыһазландырылған. Автобус 92 пассажирҙы йөрөтөргә мөмкин. Уҙған йылдың декабренән 258-се Дим – Инорс маршрутында 35 автобус эшләй. Ул Менделеев һәм Беренсе май урамдары аша «Көмөш шишмә» биҫтәһе – «Сағыу» биҫтәһе – Өфө ағас эшкәртеү комбинаты йүнәлешендә йөрөй. Маршрут даими.
Дүшәмбенән тағы 35 яңы автобус Өфө урамдарына сыға. Уларҙың барыһын да «Автомиг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һатып алған. Ул был аҙнала ғына республикала теркәлгән.
«Автомиг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 23 йыл инде Мәскәү өлкәһе, Ярославль, Ярославль өлкәһе һәм Пермь маршруттарында эшләй. Компанияның штаты 800 кешенән тора. 2020 йылда компанияның әйләнеше – 849 миллион һум, ә былтыр 1,74 миллиард һум тәшкил иткән.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-02-10/radiyu-habirovu-prezentovali-novye-avtobusy-bolshogo-klassa-marki-lotos-chastnogo-perevozchika-2688042