Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2022, 15:32

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡар яуыуы һәм юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 12 февралдә көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында күп ҡар яуыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ, автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан кәмеүе көтөлә.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡар яуыуы һәм юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡар яуыуы һәм юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Бер аҙ ҡар, көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ, көндөҙ республиканың көньяғында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -17,-22, көндөҙ -3,-8 градус. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-11/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-grazhdan-o-snegopade-i-uhudshenii-vidimosti-na-dorogah-2689242

 
 
 
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: