Зәкиә Муллағәле ҡыҙы менән уҡытыусыларҙың республика конкурсына әҙерлек ваҡытында таныштым. Яратып һайлаған һөнәремдең мәртәбәһен арттырам, бар күңелемде биреп башҡарған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен тағы ла маҡтаулыраҡ итәм, мөһимлеген күрһәтәм тип, янып йөрөгән йылдар ине ул. Ошо конкурстың башланғысында торған, төп ойоштороу эштәрен атҡарған яҡташымды, Зәкиә Ғәбитованы, шунда тәүгә осраттым, шунда фекерҙәребеҙ беректе. Артабан Мәләүездән Өфөгә күсенеүемдә, Мәғарифты үҫтереү институтына эшкә урынлашыуымда ла Зәкиә Муллағәле ҡыҙының ярҙамы ҙур булды.
Ошо институтта уның бергә эшләгән йылдарымды һәр ваҡыт яҡты хәтирәләр менән иҫләйем. Зәкиә Ғәбитова етәкләгән беҙҙең кафедра алдында бар республика мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын булдырыу, заман талаптарына яраҡлаштырыу, уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен даими үҫтереү тора ине. Тап шул осорҙа Башҡортостанды иңенән-буйына йөрөп сығылды, тип әйтергә була. Етәксебеҙҙең эште оҫта ойоштора белеүе, күп осраҡта ауыр матди ҡыйынлыҡтар менән тап булып та, баҙап ҡалмайынса конкурстар, төрлө саралар ойоштороуы, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған белгестәрҙе туплағанда иң яҡшыларына, көслөләренә таяна белеүе ҡанатландырҙы беҙҙе.
Яҙмышым кире тыуған Мәләүеземә ҡайтарғас та Зәкиә Муллағәле ҡыҙы менән аралашыуыбыҙ өҙөлмәне. Сөнки ул юғары дәрәжәләргә эйә булғанында ла, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ сағында ла ихлас, ябай, кешелекле һәм кеселекле булып ҡала белә. Бик һирәктәргә хас бындай күркәм сифаттар. Шуға күңелем һәр ваҡыт остазыма тартылып тора, хәҙер инде һөнәри мәсьәләләрҙән тыш уның менән төрлө донъяуи хәлдәрҙә лә кәңәш тотам, уның бай тормош тәжрибәһенә таянам.
Зәкиә Ғәбитова - һөнәрендә генә түгел, шәхси тормошонда ла әсәй, тормош иптәше, өләсәй тигән дәрәжәләрҙе бик матур, лайыҡлы үтәгән һоҡланғыс шәхес ул. Ауылдашы Ғимран Хәмит улы менән ҡорған ғаиләләренә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Ғимран ағай ҙа - ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, республика иҡтисады үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән ир-уҙамандарҙың береһе. Ике ҡыҙҙарына күркәм тәрбиә биреп, бөгөн ейәндәрен һөйөү һәм наҙға күмеп йәшәй улар.
Баш ҡалабыҙ Өфөгә юлым төшкән һайын Ғәбитовтарҙың яҡты, йылы йорт усағына ашығам. Яҡташтарыбыҙҙың шулай матур донъя көтөүенә, милләтебеҙҙең иң күркәм сифаттарын үҙ өлгөләрендә сағыу итеп балҡыта белеүенә һоҡланам, борсоған мәсьәләләрем, ҡорған пландарым менән бүлешеп, фекерләшеп, күңел ялы алып ҡайтам.
Остазымды юбилейы менән ихлас ҡотлап, тормошомдоң яҡты маяғы булып тағы ла оҙаҡ йылдар һаулыҡта, именлектә, бәрәкәттә һәм бәхеткә төрөнөп, тырыш хеҙмәт менән яулаған бейеклектәренең мәнфәғәтен күреп йәшәүҙәрен теләйем!
Илмира ФӘЙЗУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.