Новости
14 Февраля 2022, 15:54

Нәрисә Уйылданова, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы - Торна тауышы

Ишетелде таныш бер моң –Торналар ҡысҡырыуы,«Торрыйҡ-торрыйҡ, беҙ килдек” –Һағышлы моң ауазы…“Тороғоҙ, ҡалҡып баҫығыҙ,Һеҙ – Салауат тоҡомо!

Нәрисә Уйылданова, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы -  Торна тауышыНәрисә Уйылданова, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы -  Торна тауышы
Нәрисә Уйылданова, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы - Торна тауышы

     Торна тауышы


Ишетелде таныш бер моң –
Торналар ҡысҡырыуы,
«Торрыйҡ-торрыйҡ, беҙ килдек” –
Һағышлы моң ауазы…
“Тороғоҙ, ҡалҡып баҫығыҙ,
Һеҙ – Салауат тоҡомо!
Минең ише күтәрелеп,
Ер-һыуҙарҙы байҡағыҙ!
Һағынып ҡайттыҡ беҙ илде,
Гүзәл ғәзиз еркәйҙе,
Ҡайтҡан һайын йәме китә
Беҙҙең тәбиғәт-өйҙөң…”
Күңел тулды, хатта ҡоштар
Илай икән һағыштан.
Их, үрнәк алырға ине
Ошо ябай бер ҡоштан…
Сыңлап китте, йән әрнетер
Ишетәм төҫлө бер моң,
Тарих төпкөлөнән сыға
«Сыңрау торна” тигән йыр…

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас