Новости
16 Февраля 2022, 16:07

Әсәйем шәле Минзәлә Хәлилова

 

Әсәйем шәле               Минзәлә ХәлиловаӘсәйем шәле               Минзәлә Хәлилова
Әсәйем шәле Минзәлә Хәлилова

 

Йәнкәйемдең өҙгөләнеп
Өшөгән мәле.
Шул саҡ ябам иңдәремә
Әсәйем шәлен.
Әсәйемдең шәлдәренә
Алһам уранып.
Ҡурҡытмай селлә һыуығы,
Ыжғыр бураны.

Уның наҙын тоям кеүек,
Ҡайнар һөйөүен.
Хатта ҡул йылыһын һиҙәм
Ябынһам шәлен..
Әсәйемдең шәлдәренә
Алһам уранып.
Ҡурҡытмай селлә һыуығы,
Ыжғыр бураны.
 
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас