Был сараның маҡсаты – киң аудиторияны туған телдә китап уҡыуға йәлеп итеү, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы популярлаштырыу, китапҡа яуаплы һәм хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү.
Акция ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телдә донъя күргән яратҡан китаптарын бүләк итергә тейеш.
Сара социаль селтәрҙәрҙә #туғантелдәкитапбүләкит хештегы менән яҡтыртыла.
Акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте күтәреп алды, улар ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмаларҙы республика мәктәптәренә бүләк итте.
Сараға дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, уҡытыусылар, белем биреү ойошмалары уҡыусылары ла ҡушылды.
Башҡортостандың Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы барыһын да «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» республика акцияһына ҡушылырға саҡыра.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-15/podari-drugu-knigu-na-rodnom-yazyke-v-bashkirii-zapustili-aktsiyu-ko-dnyu-rodnogo-yazyka-2694077