Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2022, 21:47

Конкурс башлана

     Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» регион-ара конкурсы старт ала. Мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатында ойошторолған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы 27-се йыл рәттән үткәрелә.

Конкурс башлана
Конкурс башлана
Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» регион-ара конкурсы старт ала.

Мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатында ойошторолған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы 27-се йыл рәттән үткәрелә.

Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә 17 февраль онлайн форматта семинар ойошторолдо.

Сарала республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, регион-ара конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, конкурстың былтырғы лауреаттары һәр этап буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл да уңышлы үтер, яңы йондоҙҙарҙы асыр тип ышанабыҙ!

Мәғлүмәт "РЦНО - Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге" төркөмөнән алынды.
 
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: