Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2022, 09:27

Телгенәм

Туған телем – гүзәл донъям, Наҙлы, иркә гөлгенәм.

Телгенәм
Телгенәм

Телгенәм

 Тәүге һүҙем “әсәй” булды –

Балдай татлы телгенәм.

Саф шишмәләй сылтыр-сылтыр

Яңғырай бит бер генәм!

Күктәге сағыу һәм яҡты

Йондоҙҙарға тиңгенәм!

Туған телем – гүзәл донъям,

Наҙлы, иркә гөлгенәм.

Иң кәрәклеһе кешегә

Был донъяла тел генә.

Ата-бабамдың мираҫы,

Сәскә ат һин гел генә!

 

Башҡорт телем

Сал тарих биттәрендә

Күпме һынауҙар үткән,

Башҡорт телем бирешмәйсә

Бөгөнгә килеп еткән.

Думбыраһын сиртә-сиртә

Сәсән әйткән ҡобайыр.

Ҡурай моңона ҡушылып,

Яңғыраған оҙон йыр.

“Халҡым теле – хаҡлыҡ теле”, –

Тип юҡҡа әйтмәгәндәр.

Мостай, Рәми, Зәйнәптәр

Телемде йәшәткәндәр.

Ҡыҫымдарға бирешмәйсә

Йәшәп килә телкәйем.

Тел бөтмәһә, гөрләп үҫер

Башҡортостан-илкәйем!

СОЛТАНОВА Лилиә,

Башҡорт дәүләт университеты магистранты

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: