

Һағындым мин тыуған ерҙең еҫен,
Хатта һулап туймаҫ һауаһын,
Йомолоп та барған күҙкәйҙәрем
Асылырҙар, туйһа танһығым...
Ҡошсоҡтары талпынышып ҡына,
Һөйләр кеүек һайрап хәбәрен,
Әйтер төҫлө, сит-яҡтарҙа оҙаҡ
Нисек кенә йәнең түҙәлер…
Йылға буйындағы тал-тирәктәр
Шыбырлашып серен һөйләрҙәр,
Сылтыр-сылтыр ғына шишмә моңо
Күңел һағыштарын имләрҙәр.
Тау итәктәр тулы емеш-еләк:
Сейә, еләк, муйыл, бөрлөгән…
Был тиклем дә генә һағынырҙы
Кем уйлаған инде, кем белгән…
…Эй, тыуған яҡ, атам, әсәм кеүек
Ҡәҙерлеһең, танһыҡ, ҡөҙрәтле!..
Ғәзиз ерем, һине һағынырҙай
Үҙең бирҙең тоғро йөрәкте…
Һағыныуым өҙә үҙәкте…
Нәрисә Уйылданова, Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡытыусыһы.