Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 08:59

Башҡортостанда балаларға социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә социаль түләүҙәр процедураһын ябайлаштырыу тәжрибәһе уңышлы һыналды, хәҙер ул бөтә ерҙә лә индерелә башлай. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 2020 йылда Башҡортостан Милли социаль башланғыс механизмдарын һынау үткән биш пилот төбәк иҫәбенә инде.

Башҡортостанда балаларға социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла
Башҡортостанда балаларға социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла

Республикала йыл һайын 70 меңгә яҡын балалы ғаилә тейешле түләү алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Уларға федераль һәм республика бюджеттарынан социаль ярҙамдың 30-лаған төрө күрһәтелә. Пилот механизмы биш социаль ярҙам сараһына бер ғариза биреүгә ҡайтып ҡалды. Мөрәжәғәттәр һаны биш тапҡырға кәмене, ғариза биреү, шулай уҡ уны ҡарау ваҡыты һәм һоралған документтар аҙайҙы, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.

21 февралдә республика хөкүмәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров министрлыҡ алып барған эште хуплап, яҡын арала тәжрибәне тотош республикала таратырға ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-21/v-bashkirii-uprostyat-protseduru-polucheniya-sotsialnyh-vyplat-na-detey-2702010

Автор: Гульшат Байназарова
Читайте нас