

Тейенбикә менән Тейенбайҙың матур ғаиләһендә Тейенсуҡ менән Тейенкәй исемле улдар үҫкән. Уларҙың көн итмеше аталарының көн дә иртән һунарсы төшөрөп ҡалдырған арҡан менән билен быуып, иҫке тоғон аҫып, урманға эшкә китеүҙән, ә әсәләренең ғаилә башлығын эшкә оҙатып, балалар ҡарап, донъя көтөүҙән торған. Тейенбай төрлө ағастарҙың емештәрен, сәтләүектәрҙе, бәшмәктәрҙе йыйып ала ла бер нисә саҡрым алыҫлыҡҡа алып барып күмә икән. Тырышып, эшен еренә еткереп башҡарған өсөн, рәхмәт йөҙөнән, урман шаулап үҫкән, ҙурайған, йылдан-йыл матурая барған. Аталары, үҙенең эшенән йәм табып, дәрт алып, муҡсаһын еләк-емештәр, бәшмәк-сәтләүектәр менән тултырып, йырлай-йырлай өйөнә ашҡынған...
Урман шаулап үҫә
Ҡояш шат йылмая.
Елкәй талғын иҫә,
Күңел моңая...
Шулай йырлап ҡайтып килгән Тейенбайын Тейенбикә көн дә түҙемһеҙлек менән ҡаршы алған. Өҫтәлде төрлө һыйҙар менән тултырған. Бәшмәктән – бәлештәр, сәтләүектән – аштар, еләктән ҡайнатмалар әҙерләгән. Үләнле сәйҙәр менән бергәләп көн дә ултырып сәй эскәндәр, ти, улар.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡан бер көндө Тейенбай, һикәлтәнән тороп, билен быуырға тип арҡанына үрелгән, тик кире ятырға мәжбүр булған. Ауыртынып, ҡысҡырып ебәреүенә Тейенбикәһе йүгереп килеп еткән:
– Атаһы, ни булды?
– Эй, билемә әллә нимә булды, Тейенбикә, тороп булмай, – тип зарланған Тейенбай. – Ҡыш та етеп килә, башҡараһы эштәр күп, –тип бошонған.
– Эй, атаһы, ҡайғырма. Билең дә һауығыр, хәҙер, күрше тумыртҡаға барып киләм, уның дауаһы булмай ҡалмаҫ. Ә һин йүнәлгәнсе улдарыбыҙ ярҙам итер. Инде күптән буй еткергәндәр, тубырсыҡ тибеп кенә көн үткәрмәһендәр.
Бына шулай башланған Тейенкәй менән Тейенсуҡтың эшләп ашар мәлдәре. “Атаһынан күргән – уҡ юнған, әсәһенән күргән – тун бескән” тигәндәй, дәрттәре ташып торған ике тейен, билдәренә арҡан быуып, арҡаларына муҡсай аҫып, урманға сығып киткәндәр, ти.
Бына тейендәр урман буйлап атлап баралар. Бөрлөгән кеүек күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, кеҫәләрендәге көнбағышты шарт-шорт ярып, тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана атлайҙар икән былар. Ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәләр йылмайып оҙатып ҡала икән уларҙы. Шулай китеп барғанда, Тейенсуҡ аяҡ аҫтындағы сәтләүеккә эләгеп ҡолап киткән:
– Ай-ай-ай, был туп бында нимә ҡарап аяҡ аҫтында тәгәрәп ята? – тип тәпәйен ҡосаҡлап тәгәрәгән ул.
– Был ниндәй туп булһын? Сәтләүек тә баһа?! – тигән ҡустыһы.
– Ә уны хәҙер ни итәһең? Ташла ла ҡуй, киттек, – тигән ағаһы.
– Атай ҡушҡан эште оноттоңмы ни? Кем урман үҫтерергә тейеш?
– Улай булғас, әйҙә, киттек. Һин – ана аръяҡта, ә мин биръяҡта ҡарармын. Урман үҫтерербеҙ, ә әлегә ял итеп алайыҡ, – тип ергә һуҙылған Тейенсуҡ.
– Ял итеп ултырһаҡ, беҙҙең өсөн кем эшләр? Мин киттем, – тигән дә Тейенкәй, сәтләүектәр тулы муҡсаһын арҡаһына аҫып, ары юл тотҡан.
Урман шаулап үҫә
Ҡояш шат йылмая,
Ел дә талғын иҫә
Күңел моңая...
“Ә мин әҙерәк ял итермен дә шунан эшләрмен әле” тип үҙен йыуатҡан Тейенсуҡ, муҡсаһын баш аҫтына тығып, татлы йоҡоға сумған... Уның көндәре шулай үткән.
Көн артынан төн еткән, илаҡ көҙҙән аҙаҡ ҡырпаҡ ҡыш килгән, ҡарҙар иреп, яҙ ҙа еткән. Аталары һауығып, аяҡҡа баҫҡан, ти. Ике улын алып, урман ҡарарға сығып киткән. Балалар, баралар, бара торғас аръяҡҡа килеп сыҡҡандар. Урман шаулай, яңы имән үҫентеләре морон төртөп сығып киләләр икән. Атай кеше ҡыуанысынан улдарының баштарынан һыйпап, маҡтап алған, ти.
Артабан киткәндәр, биръяҡҡа барып сыҡҡандар. Ә унда ни күрһендәр? Урман һынған ботаҡтар менән тулған, ағастар моңайып, ҡыуаҡтар һулҡылдап ултыралар ти. Бер ерҙә лә баш ҡалҡытҡан үҫентеләр күренмәй икән.
– Их, һеҙ... Кемегеҙҙең эше был? – тип уфтанған аталары.
– Атай, ғәфү ит мине. Мин алданым һеҙҙе... мин генә... Былай булыр тип уйламаным мин, – тип аҡланған Тейенсуҡ.
– Һуңланың, улым, бер көн артта ҡалһаң, биш көн ҡыуып етә алмаҫһың, тигәндәр боронғолар, – тип һығымта яһаған ғаилә башлығы.
Ә һин был әкиәттән ниндәй һығымта яһаның, ҡәҙерле уҡыусым?