Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2022, 18:39

Үҙең һал һин йәйғор күпер!

       21 февралдә Силәбе башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә әҙерләгән “Рәми Ғарипов – халыҡ шағиры” исемле онлайн-конференция булып уҙҙы.

Үҙең һал һин йәйғор күпер!
Үҙең һал һин йәйғор күпер!

          Уның эшендә яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат районы вәкилдәре һәм шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе йәмғиәт эшмәкәрҙәре берҙәм ҡатнашты. Башҡортостандың Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев – "Рәми Ғарипов ижадының бейеклеге";  "Аҡбуҙат” журналының мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина – "Рәми Ғариповтың мөхәббәт лирикаһы"; Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай – "Замандашым хаҡында иҫтәлектәр"; Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин "Рәми Ғарипов ижадында дуҫлыҡ темаһы тураһында уйланыу" кеүек әһәмиәтле темалар менән сығыш яһаны.

"Заман тиеп тамаҡ ярмаһам да, заман телеп үтте йөрәкте" – тип дуҫлыҡ, туғанлыҡ һәм ҡан-ҡәрҙәшлекте ихлас ҡайғыртҡан олуғ шәхес булды Рәми Ғарипов", – тип билдәләне сығыш яһаусылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев 1967 йылда Силәбе өлкәһендә "Башҡорт әҙәбиәте көндәре"ндә Рәми Ғарипов менән бергә ҡатнашыуы тураһында матур иҫтәлектәр менән бүлеште.

         Шағирҙың тыуған яҡтары менән бәйләнеште нығытыу, Силәбелә йыл да Рәми Ғарипов ижадына арналған фәнни конференция ойоштороу, уның ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен көсәйтеп ебәреү өсөн уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итеү кеүек тәҡдимдәр индерелде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай илдең рухи күтәрелеш мәлендә әлеге эштәрҙе артабан да көйләү маҡсатында "Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Силәбе филиалын булдырыуҙы юллайыҡ" тигән тәҡдимен белдерҙе.

         Рәми Ғарипов шәхсиәте, тормошо, ижады тураһында матур һөйләшеү барҙы. Шиғырҙарынан өҙөктәр, донъя әҙәбиәтенән уның тәржемәләре конференцияны тағын да яңғырашлы итте. "Шекспир, Гёте, Пушкин, Шевченко, Ғамзатов, Кулиев һ.б. башҡортса яңғыраған донъя әҙәбиәте – Рәми Ғарипов тыуҙырған һоҡландырғыс мәктәп," – тинеләр. Ә хәҙер беҙҙә Ғүмәр Хәйәм шағир телендә шулай яңғырай:

                                                                       Күҙ асып та өлгөрмәйһең, ғүмер үтер,

                                                                        Һәр мәлеңә үҙең һал һин йәйғор күпер.

                                                                        Бел: донъяның төп асылы – ғәзиз ғүмер,

                                                                        Ҡалай итһәң, ғүмер шулай үтер китер.

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: