-
Дәрес барышы
-
I. Ойоштороу.
– Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, башҡорт телендәге үҙенсәлекле өндәрҙе иҫкә төшөрөп, бер нисә тел көрмәлдергес әйтеп алайыҡ.
1. Мәсьәләләрҙе сисешмәҫһегеҙме?
2. Һоҫҡоларыңа һоҫоңҡорамағанһың.
II. Өй эшен тикшереү. Һорауҙар.
– Кем ул С. Юлаев?
– Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
– Пугачевҡа ни өсөн ҡушылған?
– Уны ҡасан һәм ҡайҙа тоталар?
– С. Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан вафат була?
– Уның тураһында ниндәй әҫәрҙәр ижад ителгән? (Күргәҙмәләге китаптар ҡарала.)
III. Дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү.
– Бөгөнгө дәрестә танышасаҡ әҫәрҙең авторын белеү өсөн ошо кроссвордты сисергә кәрәк. Яуаптарҙың баш хәрефтәренән шағирҙың исем, фамилияһын белербеҙ. (Таҡтала кроссворд сиселә.)
1. Йыһанға уға ултырып осалар. (Ракета.)
2. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы нисек атала? (Ағиҙел.)
3. Тауҙар теҙмәһе (Урал.)
4. Белорет районында аҡҡан йылға. (Инйәр.)
5. Вулкандан нимә атыла? (Лава.)
6. Беҙ йәшәгән республика нисек атала? (Башҡортостан.)
7. Ашлыҡты икенсе төрлө нисек атайбыҙ?(Иген.)
8. Йылғала йөҙөү өсөн ябай ҡоролма? (Кәмә.)
9. Башҡортостандағы ҡала (Бәләбәй.)
10.Төҫ (Аҡ.)
11. Йәй көнө бешә, силәкләп йыялар. (Еләк.)
12. “Тыуған ил” һүҙенең синонимы. (Ватан.)
– Шулай итеп, беҙ Р. Бикбаевтың «Салауат ҡылысы” исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
IV. Әҫәр өҫтөндә эш.
1. Автор тураһында презентация ҡарау.
2. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
3. Һорауҙар:
– Шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара?
– Салауаттың ҡылысы кемдәр ҡулына эләгә?
– Батыр беҙгә ниндәй һүҙҙәр әйтеп ҡалдыра?
4. Ят һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙлек дәфтәренә яҙыу.
5. Тест.
Салауат Юлаев йәшәгән йылдарҙы билдәләгеҙ.
а)1754–1800;
б) 1700 –1854;
в)1812–1861.
2.Салауат Юлаевтың атаһының исемен табығыҙ.
а)Кинйә Арыҫланов;
б) Юлай Аҙналин;
в) Батырша.
3. Салауат Юлаевтың яуҙашы, рус яугиры.
а) Емельян Пугачев;
б) Әхмәтзәки Вәлиди Туған;
в) Муса Гәрәев.
4. Салауат Юлаевты ҡайҙа каторгаға ебәрәләр?
а) Рогервик ҡәлғәһенә;
б) Троицк төрмәһенә;
в) Мәскәү төрмәһенә.
5. „Салауат ҡылысы” шиғырын кем яҙған?
а) Зәйнәб Биишева;
б) Рауил Бикбаев;
в) Степан Злобин.
VI. Ял минуты. (Карауанһарай төркөмө башҡарыуында “Салауат батыр” йырын тыңлау.)
VII. Грамматик теманы аңлатыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
– Уҡыусылар, ошо шиғыр эсенән исемдәрҙе эҙләп табайыҡ әле. (Салауат, ҡылыс, Рәсәй, Урал, нәфрәт һ.б.)
– Ә хәҙер уларҙа ниндәй айырма барлығын билдәләйек. (Яуаптар бирелә.)
– Дөрөҫ, ҡайһылары – ҙур хәрефтән, ә ҡайһылары бәләкәй хәреф менән яҙылған. Һеҙ быны нисек аңлатыр инегеҙ? (Яуаптар тыңлана.)
– Бына беҙ ҡағиҙә лә сығарҙыҡ. Шулай итеп, кешенең исеме, фамилияһы, географик объекттар, гәзит-журнал исемдәре яңғыҙлыҡ исемдәргә инәләр һәм һәр саҡ ҙур хәреф менән яҙылалар.Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәр тип атала, улар бәләкәй хәрефтән башланып яҙыла. (Ҡағиҙә уҡыла.)
VIII. Теманы күнегеүҙәр менән нығытыу. (15-се, 16-сы күнегеүҙәр телдән башҡарыла.)
IX. Һүҙлек менән эшләү. (Русса-башҡортса һүҙлек. З.Ғ. Ураҡсин.)
– 9-сы күнегеү эшләү өсөн беҙ 5 командаға бүленәбеҙ. Һәр бағанала 5 һүҙ бирелгән. Командалар һәр бағананан берәр һүҙ тәржемә итә. Мәҫәлән:
1-се команда липа, крапива, волк, жук, щука һүҙҙәренә тәржемә бирә һб. (Командаларға һүҙлектәр таратыла.)
X.Йомғаҡлау.
– Был дәрестә С. Юлаев тураһында ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ? (Ул үҙ иле, ере, халҡы өсөн ғүмерен бирергә лә әҙер батыр булған.)
– Йылдар дауамында уның ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Китаптар күргәҙмәһе, бөгөнгө әҫәр быға ҙур миҫал булып тора. Киләсәктә һеҙҙең дә ҡыйыу шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
XI. Өйгә эш. Шиғырҙан өҙөк ятларға; С. Юлаев хаҡында белешмә тупларға.
Л.А. БАЙМӨХӘМӘТОВА, Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡытыусыһы.