Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2022, 16:47

Дуҫлыҡ Зүлиә ИСЛАМОВА, Башҡорт гимназия-интернаты, Бәләбәй ҡалаһы

Дуҫың һинән яҡшы булһа,Ғүмерең үтер шатлыҡта.Ундай яҡшы дуҫ булғанда,Шатлыҡ - ҡайғы уртаҡтыр.

Дуҫлыҡ              Зүлиә  ИСЛАМОВА, Башҡорт гимназия-интернаты, Бәләбәй ҡалаһы
Дуҫлыҡ Зүлиә ИСЛАМОВА, Башҡорт гимназия-интернаты, Бәләбәй ҡалаһы

Дуҫ булһын изге күңелле,
Һинән ул көнләшмәһен.
Һинең йөрәк серҙәреңде
Яттарға өләшмәһен.

Ағыу сәсер йылан кеүек,
Булмаһын һинең дуҫың.
Төлкө кеүек хәйләкәр ҙә
Була күрмәһен дуҫың.

Күп тарихлы халҡым минең
Шуны бик дөрөҫ әйткән:
"Дуҫың үҙеңдән яҡшыраҡ,
Аңлыраҡ булһын", - тигән.

Хикмәт бар был һүҙҙәрҙә лә:
"Һинең кем икәнеңде
Дуҫыңды күргәс әйтермен,
Кемде дуҫ иткәнеңде".

Дуҫлыҡ ҡәҙерен йәштән үк
Аңлап-белеп йәшәү кәрәк.
Тормоштоң ауыр сағында

Дуҫ булһын ныҡлы терәк.

Зүлиә Исламова, Башҡорт гимназия-интернаты, Бәләбәй ҡалаһы. 

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: