«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә уҙған бүләкләү сараһы ҙур ғаилә тантанаһына, милли йолалар һәм туған тел байрамына әүерелде. Бында балаларын милли мәҙәниәткә ихтирам рухында тәрбиәләүсе, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы финалға сыҡҡан ғаиләләр йыйылды.
Бәйгеселәр «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ижади ғаилә» номинацияларында көс һынашты. Быйыл «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» конкурсының географияһы һиҙелерлек киңәйҙе. Әгәр былтыр башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙән Ырымбур өлкәһенән бер генә ғаилә ҡатнашһа, быйыл иһә Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Һамар, ҡурған, Ырымбур өлкәләренән һәм Пермь крайынан ғаризалар килде. Проекттың финалында республиканың төрлө район-ҡалаһынан, ҡурған өлкәһенән һәм Ханты-Манси автономиялы округынан – Югранан 23 ғаилә ҡатнашты.
Жюри рәйесе – Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ институты доценты, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, БР Хеҙмәт, социаль яҡлау һәм ғаилә министрлығының бүлек начальнигы илнур Хөсәйенов, «БР Муниципаль берәмектәр берлеге» ассоциацияһының бүлек начальнигы Ирина Кәбирова, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова.
«Бөгөн иң яҡшы ғаиләләрҙе тәбрикләйбеҙ. Был конкурсҡа ни бары икенсе йыл. Һәр йыл – тотош бер асыш, һәр ғаилә, һәр бала – ул талант, бөйөк сер. Беҙ быйыл талантлы ғына түгел, ә эшсән ғаиләләрҙең дә ҡатнашыуына бик шатбыҙ. Улар үҙ ҡулдары менән күпме матурлыҡ булдырған! – тине БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина. – Һәр конкурс – ҙур команданың ҙур хеҙмәте. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы исеменән ошо конкурсты ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Барыбыҙҙың да ҙур өҫтәл артына йыйылып, балаларҙың уңыштарына шатланып, ололарҙы хөрмәтләп йәшәү мөмкинлеге булыуын теләйем. Ғаилә – ул дәүләтебеҙҙең нигеҙе. Ғаиләләр ныҡлы булһа, дәүләт тә ныҡлы.
«Ижади ғаилә» номинацияһында беренсе урынды – Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар ғаиләһе (Ишембай ҡалаһы), икенсе урынды – Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар ғаиләһе (Туймазы ҡалаһы), өсөнсө урынды Роза һәм Нәркис Ғәлиевтар ғаиләһе (Ҡурған өлкәһе) яуланы.
«Ғаилә кәсебе» номинацияһында түбәндәгеләр бүләкләнде: Гүзәл һәм Руслан Сөләймәновтар ғаиләһе (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) – 1-се урын, Алита һәм Ғәзиз Лоҡмановтар (Өфө ҡалаһы) – 2-се урын, Валерия һәм Ришат Ғәлинуровтар (Ҡариҙел районы) – 3-сө урын.
«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: Элиза һәм Дим Шәрәфетдиновтар ғаиләһе (Нефтекама ҡалаһы) – 1-се урын, Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар ғаиләһе (Салауат ҡалаһы) – 2-се урын, Мәрйәм һәм Рауил Хәсәновтар ғаиләһе (Сибай ҡалаһы) – 3-сө урын.
Жюри шулай уҡ махсус номинацияларҙа билдәләнгән тағы 13 ғаиләне бүләкләне. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» асыҡ республика конкурсы Гран-прийын жюри Күгәрсен районынан Гөлгөнә һәм Урал Хөснуллиндар ғаиләһенә бирҙе. Еңеүселәр 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды.
«Етегән» байрамы Стәрлетамаҡта тәүге аҙымдарын яһаны. Бына бөгөн был байрамдың етенсе яҙы килде! Конкурстың ниндәй тантанаға әүерелеүен үҙегеҙ күрәһегеҙ, унда йәштәр ҙә, өлкән быуын да, үҙ ғаиләһен булдырып өлгөрмәгәндәр ҙә ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, бергәләп туған телдә мөхәббәт, татыулыҡ һәм тыныслыҡты данлайыҡ», – тине конкурс жюрийы ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова.
Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» 2021 йылдан «Етегән – Ғаилә һәм мөхәббәт көнө» байрамыҘ сиктәрендә үткәрелә. «Етегән» башҡорт байрамы 2016 йылдан яҙҙың тәүге көнөндә ойошторола. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһын күрһәтәсәк. Тапшырыу Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирына 20.15 сәғәттә сыға.