+30 °С
Облачно


Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледж базаһында “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсының Мәғариф һәм фән министры менән түңәрәк өҫтәл этабы уҙҙы. Конкурсанттарыбыҙҙың үҙ фекере, үҙ йөҙө, үҙ һүҙе булыуы, ә баһалама ағзаларының һәр конкурсантыбыҙ өсөн көйөп-яныуы, Ресурс үҙәгенең баш белгесе Гөлфирә Рәис ҡыҙының юғары кимәлдә, ойошҡан итеп алып барыуы менән үҙенсәлекле булды был финал этабы.
Әлфиә Әбделмәнованың шәхси сәхифәһенән алынды.