2 мартта «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Байрам ҡунаҡтарын һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне.