Иртәгә тыуасаҡ көндән
Һәр кем көтә яҡшылыҡ –
Шатлыҡтар, мөхәббәт, бәхет,
Муллыҡ, уңыш, яҡтылыҡ.
Ә тормош һаман үҙенсә
Дауам итә артабан,
Һәр кемдең үҙ иртәгәһе,
Һәр кем үҙенсә һаман!
Бөгөнгөнө ҡәҙерләмәй,
Көтөп йәшәй ҡайһылар,
Һәр кем шатлыҡ ҡына көтә,
Нишләп килә ҡайғылар?
Иртәгәгә өмөт бағлап,
Һөрмәй бөгөндөң кәҫен,
Ебәрмәйбеҙме икән беҙ
Ҡәҙерле мәлдең бәҫен?
Белге килә: ни килтерер,
Ни бирер иртәнге көн?
Белмәүебеҙ хәйерлерәк
Булыуы ла бик мөмкин!
Артыҡ ҙур өмөт бағламай,
Көтмәйсә килер көндө,
Матур йәшәп үткәрәйек
Һәр бер яңы бөгөндө!
Ысынбарлыҡ шәп хыялдан,
Төштәрҙән матур өнөм,
Көтөп торһон иртәнге көн –
Минең менән бөгөнөм!
Фирүзә Абдуллина