Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 20:20

Тиҙәйткестәр

    Вагондар уҙып бара,    Вәли ҡул болғап ҡала.

 
Выж-выж, выж-выж,
Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,
Вертолетта – Вәкил, Вәсил,
Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит.

Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ,
Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.
Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,
Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.

Ҡар кеүек аҡ айыуҙар
Ҡар өҫтөндә аунайҙар.

Ҙур йорттар һала-һала,
Ҙур булып үҫте ҡала.

Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,
Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.


Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
 
 
Автор: Гульсира Шагиева
Читайте нас